Пермь хореография колледжы

«Пермь дәүләт хореография училищеһы» дәүләт белем биреү учреждениеһы — Рәсәй Федерацияһы Пермь ҡалаһы урта һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында тора, балет артистарын әҙерләй[1].1943 йылдың 7 февралендә Ленинград хореография училищеһының Пермь бүлексәһе булып эш башлай.

Пермь хореография колледжы
Нигеҙләү датаһы 1945
Рәсем
Нигеҙләүсе Гейденрейх, Екатерина Николаевна[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь
Урынлашҡан урамы Петропавловская улица[d]
Адрес Петропавловская, 18
Рәсми сайт balletschool.perm.ru
Карта

Пермь хореография училищеһының барлыҡҡа килеүе туранан-тура С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрының һәм Ленинград хореография училищеһының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Молотов ҡалаһына (хәҙерге Пермь) эвакуацияланыуына бәйле.

1942 йылда балет мәктәбенең беренсе синыфына балалар ҡабул итеү иғлан ителә һәм 1943 йылдың 7 февралендә Ленинград училищеһының Пермь бүлексәһендә дәрестәр башлана. 1944 йылда Ленинград блокадаһы бөтөрөлгәндән һуң, Ленинград опера һәм балет театры һәм Ленинград хореография училищеһы тыуған ҡалаларына ҡайта, ә 1944 йылдың 23 июнендә СССР Халыҡ Комиссарҙары советының Сәнғәт эштәре буйынса комитеты «Молотов опера һәм балет театры ҡарамағында хореография студияһын булдырыу тураһында» 317-се һанлы бойороҡ сығара.

1970-се йылдар уртаһына, уҡытыу методикаһын ижади үҫтереп, Пермь училищеһы үҙ стилен формалаштыра һәм халыҡ-ара танылыуға өлгәшә, был «Пермь балет мәктәбе» тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.

Пермь хореография училищеһын тамамлаусылар труппаның нигеҙен генә тәшкил итмәй Пермь опера һәм балет театры, шулай уҡ Рәсәйҙең иң ҙур труппаларында — Ҙур театр, Мариин театры, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театрында, Михайлов театры, Екатеринбург опера һәм балет театры, Башҡорт опера һәм балет театры һәм башҡа урындарҙа эшләйҙәр, шулай уҡ донъяның төрлө ҡалаларында бейейҙәр һәм уҡыталар.

Наградалары

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Коробков С. Путь в большой балет: Семь уроков в Пермском хореографическом училище. — Пермь: книжное издательство, 1989. — 140 с.
  • Чернова Т. Вступление в балет // . — Пермь: книжное издательство, 1994. — 30 000 экз.
  • Чернова Т. Рождение лебедя: Слово о Пермском хореографическом училище, его педагогах и питомцах. — Пермь: книжное издательство, 2001. — 216 с. — ISBN 5-93683-012-8.
  • Пидэмская Н. Жизнь моя — любовь моя. — Пермь: Астер, 2006. — 104 с.
  • Сахарова О. Азбука балета // Огонёк : журнал. — М., 1973. — № 3 марта.
  • Сергеев К. Шопеновский вальс в мае 1945-го… // Звезда : газета. — Пермь, 1985. — № 25 января. — Bibcode1
  • Давлекамова С. Пермское Гран па // Смена : журнал. — М., 1986. — № 19.
  • Чернова Т. Кто-то теряет, кто-то находит // Культура : газета. — М., 2000. — № 33.
  • Баталина Ю. Перед полётом // Новый компаньон : газета. — Пермь, 2005. — № 7 июня.(недоступная ссылка) Проверено Декабрь 2019.
  • Орлова М. Прима на вырост // Российская газета : газета. — М., 2011. — № 27 января.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [www.pro-ballet.ru/html/p/permskoe-horeografi4eskoe-u4ili1e.html Пермское хореографическое училище] // Русский балет: Энциклопедия. — М.: Большая российская энциклопедия, Согласие, 1997.

Һылтанмалар

үҙгәртергә