Насиров Шакир Ғиниәт улы

(Шакир Насиров битенән йүнәлтелде)

Насиров Шакир Ғиниәт улы (6 март 1913 йыл — 3 октябрь 1968 йыл) — яҙыусы, журналист, тәржемәсе. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).

Шакир Насиров
Исеме:

Насиров Шакир Ғиниәт улы

Тыуған көнө:

6 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ибраһим ауылы

Вафат булған көнө:

3 октябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (55 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист, тәржемәсе

Дебют:

«Хикәйәләр» (1954)

Наградалары:

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шакир Ғиниәт улы Насиров 1913 йылдың 6 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибраһим ауыл[1]Ғафури районының Ибраһим ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауылдарында ала. 1929—1931 йылдарҙа Өфө сәнәғәт-иҡтисади техникумында уҡый. Артабан журналистика өлкәһендә эш башлай. «Башҡортостан» гәзитендә эшләй. 1935—1937 йылдарҙа әрме сафтарында була.

1942 йыл Быҙаулыҡ хәрби училищеһын тамамлай. Артабан Башҡорт атлы дивизияһында, фронт гәзитенең яуаплы сәркәтибе, полк агитаторы була. 1943 йылда яралана. 1946 йылда демоблизациялана. Ҡайтыу менән «Совет Башҡортостаны» гәзитендә яуаплы секретарь вазифаһына эшкә алына. Партия мәктәбе тамамлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.11.1945)[2]
  • Миҙалдар

Китаптары

үҙгәртергә
  • Хикәйәләр. Өфө, 1955, 88 бит.
  • Летучая мышь. Рассказы. Уфа, 1956, 90 бит.
  • Туй алдынан. Хикәйәләр. Өфө, 1961, 176 бит.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 март 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә