Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы

тарихсы-ғалим
(Шайхулла Чанбарисов битенән йүнәлтелде)

Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы (9 май 1916 йыл — 4 октябрь 1996 йыл) — педагог, ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры. 1973—1981 йылдарҙа Өфө вуздары ректорҙары советы рәйесе. Тарих фәндәре докторы (1975), профессор (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Октябрь Революцияһы (1972), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1943), Александр Невский (1945), 1-се (1945) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике «Почёт Билдәһе» (1961, 1967) ордены кавалеры.

Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1]
Тыуған урыны Бүздәк, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 октябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө тарихсы
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Октябрь Революцияһы ордены Александр Невский ордены

Күп тапҡырҙар КПСС-тың Өфө ҡала комитеты һәм Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы, Өфө ҡала советы депутаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәйхулла Чанбарисовтың автобиографияһында: «1916 йылдың 9 майында Өфө губернаһы Бүздәк улусы Бүздәк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуғанмын. Бер ни тиклем белемгә эйә атайым башта ауыл Советы рәйесе булған, артабан волисполкомға эшкә күскән. Әммә спиртлы эсемлектәргә тартыла башлауы уға совет эшендә камиллашыуға ҡамасаулай. Был афәт йыш ҡына ғаиләләге тыныслыҡ һәм татыулыҡты боҙҙо, бала сағыбыҙҙы күңелһеҙ итте. Балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләүҙең төп ауырлығы бер ниндәй ҙә белеме булмаған, әммә эшсән һәм ябай ҡатын — әсәйебеҙ өҫтөнә төштө…» тип яҙылған.

1929 йылда башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Шәйхулла Яңы Күл ауылындағы колхоз йәштәре мәктәбенә (ШКМ) уҡырға инә һәм уны 1932 йылда тамамлай. Мәктәпкә тиклем пионер була һәм бында шундуҡ комсомолға ҡабул ителә, ВЛКСМ ячейкаһы секретары итеп һайлана. Колхоз йәштәре мәктәбен тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың район комитеты инструкторы итеп тәғәйенләнә, ғәмәлдә райком секретары вазифаһын башҡара.

Рабфакта һәм институтта уҡыуы

үҙгәртергә

1932 йылдың сентябрендә Шәйхулла Чанбарисов К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты рабфагының ҡабул итеү комиссияһына документтарын тапшыра. Курсты тамамлағас, пединститутының тарих факультетына студент итеп ҡабул ителә. Унда ВЛКСМ комитеты бюроһы составына һайлана, факультет комсомол ячейкаһы секретары була. 1937 йылда институтты отличие менән тамамлап, Өфөнөң 10-сы урта мәктәбенә эшкә йүнәлтелә, әммә шул уҡ йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армия хеҙмәтенә саҡырыла.

Армияла хеҙмәт итеүе.

үҙгәртергә

Ҡыҙыл Армияла хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта 92 -се Ҡыҙыл байраҡлы дивизияла үтә. 1939 йылдың ғинуарында кесе лейтенант званиеһында Өфөгә демобилизацияланып ҡайта. Башта БДПИ-ла марксизм-ленинизм кабинеты мөдире булып эшләй һәм шул йылдың авгусында марксизм-ленинизм кафедраһының өлкән уҡытыусыһы булып китә. 1939 йылдың ноябрендә совет-фин һуғышы башлана.

1940 йыл ғинуарында, иң ҡыҙыу «ҡышҡы һуғыш» һәм тоталь мобилизация барған саҡта Ш, Х. Чанбарисов икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. Уны Златоуст ҡалаһына хәрби училищеға ебәрәләр. 1941 йылдың декабренә тиклем ул училищела ВКП(б) тарихынан уҡыта. 1940 йылдың июнь айында уны Златоуст хәрби училищеһының политик бүлеге ВКП(б) ағзаһы итеп ҡабул итә.

Автобиографияһынан өҙөк: «… 1941 йылдың декабрендә 133 яңынан барлыҡҡа килгән уҡсылар бригадаһына айырым уҡсылар батальоны комиссары итеп тәғәйенләйҙәр. 1942 йылдың майында бригада Төньяҡ-көнбайыш фронтына килә һәм… тиҙҙән һуғышҡа инә».

Ш. Х. Чанбарисов 1942 йылдың октябрендә — 384 уҡсылар дивизияһының 276 уҡсылар полкында полк командирының политчасть буйынса урынбаҫары, ә 1942 йылдың декабре—1943 йылдың октябрендә 170 уҡсылар дивизияһының 391-се уҡсылар полкында шул уҡ вазифала Төньяҡ-көнбайыш һәм Үҙәк фронттарында һуғыша.

1943 йылдың декабренән 1944 йылдың июненә тиклем Ҡыҙыл Армияның политсоставты камиллаштырыу Юғары курстарында тыңлаусы була. Был курстарҙа уҡыуҙы тамамлағас, Ш. Х. Чанбарисов, хәрби карьеранан баш тартып, хәрәкәт итеүсе фронт армияһына кире ҡайта. Ул 3-сө Белорус фронтында полк командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Германияны еңгәндән һуң, уның полкын Алыҫ Көнсығышҡа күсерәләр. Милитаристик Япония менән һуғыш тамамланғансы ул хеҙмәт иткән полк 1-се Алыҫ Көнсығыш армияһы составына инә, 63 -сө дивизияла 1945 йылдың ноябренә тиклем Маньчжурияла Гирин ҡалаһында хеҙмәт итә. 1946 йылдың авгусында подполковник Ш. Х. Чанбарисов сәләмәтлек торошо буйынса отставкаға китә.

Ассистенттан ректорға тиклем юл

үҙгәртергә

Шәйхулла Хәбибуллулы 1946 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы булып эшләй. Марксизм-ленинизм кафедраһында ике йыл эшләгәндән һуң, 1948 йылдың сентябрендә өлкә партия үҙәк комитеты юлламаһы буйынса ВКП(б) Үҙәк комитетының ижтимағи фәндәр Академияһына уҡырға инә, 1951 йылда уны уңышлы тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Уның «Совет осоронда ауыл хужалығын коллективлаштырыу өсөн көрәштә большевиктар партияһын нығытыу (1929—1932)» диссертацияһының ғилми етәксеһе профессор Н. Б. Пономарев (артабан СССР Фәндәр академияһы академигы (1962 йыл), ҙур Коммунистар партияһының күренекле эшмәкәре, 1961—1986 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты секретары) була.

1951 йылдың йәйендә Ш. Х. Чанбарисов ВКП(б) Башҡорт обкомының ҡарамағына юғары уҡыу йортонда эштә ҡулланыу өсөн ебәрелә. Бер йылдар ул БДПИ -ла марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире булып эшләй марксизм-ленинизм, ә 1952 йылда Башҡортостан крайкомы партияһының мәктәптәр бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Ләкин инде киләһе йылдың йәйендәкрайкомдар системаһы бөтөрөлгәс, кире Башҡорт педагогия институтына ҡайтарыла һәм 1953 йылдың декабрендә уның директоры итеп тәғәйенләнә.

Өс йыл ярымдан Ш. Х. Чанбарисов БДПИ базаһында барлыҡҡа килгән, илдәге 37-се университеттың, Башҡорт дәүләт университетының, беренсе ректоры була.

Ш. Х. Чанбарисов Башҡорт дәүләт университеты ректоры булып сирек быуаттан ашыу эшләй. 1973 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем Өфө юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе була, КПСС-тың өлкә комитеты ағзаһы, партияның ҡала комитеты һәм ҡала советы депутаттары ағзаһы.

Ректор вазифаһындағы ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

28 йыл эсендә башта института, артабан университеттағы эш дәүерендә өс яңы уҡыу-лаборатория корпусы, спорт комплексы, вуздың төп һәм физика-математика корпустарын тоташтырған ябыҡ галерея, заманса лекция залдары, биология факультеты корпусына өҫтәлмә ҡат төҙөлөп реконструкция яһала. Бер уҡ ваҡытта студенттар өсөн биш дөйөм ятаҡ, уҡытыусыларға бер нисә күп фатирлы йорт, шулай уҡ стационар ашханалы һауыҡтырыу лагеры төҙөлә.

Университетта фәнни-педагогик кадрҙар әҙерләүгә күп иғтибар бүленә. Фәнни көстәрҙе тәрбиәләүгә ректор айырыуса иғтибарлы була, бының өсөн Мәскәү, Ленинград һәм башҡа алдынғы университеттарҙың, шулай уҡ үҙ аспирантураһын файҙалана. Һөҙөмтәлә БДУ уҡытыусыларының өстән ике өлөшөнөң фән кандидаты һәм докторы булыуына өлгәшә, был РСФСР-ҙағы юғары уҡыу йорттары араһындағы уртаса күрһәткестәрҙән күпкә юғары була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
  • ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942, 1943)
  • Александр Невский ордены (1945)
  • I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1945, 1985)
  • Октябрь революцияһы ордены (1971)
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1961, 1967)
  • миҙалдар.
  • Формирование советской университетской системы. Уфа, 1973; М., 1988.
  • Ергин Ю. В. Ш. Х. Чанбарисов — первый ректор Башкирского государственного университета // Ергин Ю. В. Портреты : Деятели народного образования Башкирии. — Уфа, 2008. — С. 276—292.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә