Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы
Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы — донъя чемпионаттарында һәм Олимпия уйындарында Словакия исеменән сығыш яһаусы шайбалы хоккей буйынса йыйылма команда.
Шайбалы хоккей буйынса Словакия йыйылма командаһы | |
Татра рыцарҙары (словак. Víťazi z Tatier, словак. Rytieri Tatry) | |
Федерация | |
---|---|
Тренер | |
Капитан |
Здено Хара (ОИ-2014) |
Бомбардир |
Мирослав Шатан (81) |
Игры | |
Иң күп уйын |
Мирослав Шатан (163) |
Беренсе уйын |
Богемия һәм Моравия 12 : 0 Словакия |
Иң ҙур еңеү | |
Иң ҙур еңелеү |
Богемия и Моравия 12 : 0 Словакия |
Хоккейная форма | |
Донъя чемпионаты | |
Уңыштар | |
hockeyslovakia.sk/sk/ | |
2002 йылда донъя чемпионы. 2022 йылғы Олимпия уйындарының бронза призеры[1]. 2021 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында 9-сы урында тора[2]. Команда менән Словакия хоккей федерацияһы идара итә.
Тарихы
үҙгәртергәСловакия йыйылма командаһы Чехословакия тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килә. Ил бүлегенән һуң халыҡ-ара хоккей федерацияһы Чехия йыйылмаһы юғары дивизионда уйнауын дауам итәсәк, ә Словакия командаһы «С» дивизионынан башлаясаҡ, тигән ҡарар сығара. Словакия йыйылмаһы «А» дивизионына 1996 йылда уҡ үтә.
Словакия йыйылма командаһының иң юғары ҡаҙанышы 2022 йылда Пекинда үткән Олимпия уйындарында — 3-сө урын яулауы[1].
Олимпия уйындарында Словакия йыйылма командаһының тағы бер ҡаҙанышы — Ванкуверҙағы уйындарҙа 4-се урын: словак хоккейсылары төркөм этабында Рәсәй йыйылма командаһын, ә сирек финалда Швецияны еңә, әммә ярымфиналда канадалыларҙан һәм финдарҙан 3-сө урын өсөн матчта еңелә.
2011 йылда Словакияла хоккей буйынса донъя чемпионаты беренсе тапҡыр үтә. Команда, Финляндиянан 1-2 иҫәбенә еңелеп, плей-офф уйындарына үтә алмай.
2012 йылда чемпионатта Словакия йыйылма командаһы Рәсәй йыйылма командаһына финал матчында еңелә һәм икенсе урында ҡала (6:2).
Ярыштар һөҙөмтәләре
үҙгәртергәОлимпия уйындары
үҙгәртергәЙыл | һөҙөмтә | Тренер |
---|---|---|
1994 | 6-сы урын | Юлиус Шуплер |
1998 | 10-сы урын | Ян Штербак |
2002 | 13-сө урын | Ян Филц |
2006 | 5-се урын | Франтишек Госса |
2010 | 4-се урын | Ян Филц |
2014 | 11-се урын | Владимир Вуйтек |
2018 | 11-се урын | Крейг Рэмзи |
2022 | 3-сө урын | Крейг Рэмзи |
Донъя чемпионаты
үҙгәртергәЙыл | һөҙөмтә | Тренер |
---|---|---|
1994 | 21-се урын («С» дивизионында 1-се) | Юлиус Шуплер |
1995 | 13-сө урын («В» дивизионында 1-се) | Юлиус Шуплер |
1996 | 9-сы урын | Юлиус Шуплер |
1997 | 9-сы урын | Йозеф Голонка |
1998 | 7-се урын | Ян Штербак |
1999 | 7-се урын | Ян Штербак |
2000 | 2-се урын | Ян Филц |
2001 | 7-се урын | Ян Филц |
2002 | 1-се урын | Ян Филц |
2003 | 3-сө урын | Франтишек Госса |
2004 | 4-се урын | Франтишек Госса |
2005 | 5-се урын | Франтишек Госса |
2006 | 8-се урын | Франтишек Госса |
2007 | 6-сы урын | Юлиус Шуплер |
2008 | 13-сө урын | Юлиус Шуплер |
2009 | 10-сы урын | Ян Филц |
2010 | 2-се урын | Глен Хэнлон |
2011 | 10-сы урын | Глен Хэнлон |
/ 2012 | 2-се урын | Владимир Вуйтек |
/ 2013 | 8-се урын | Владимир Вуйтек |
2014 | 9-сы урын | Владимир Вуйтек |
2015 | 9-сы урын | Владимир Вуйтек |
2016 | 9-сы урын | Здено Цигер |
/ 2017 | 14-се урын | Здено Цигер |
2018 | 9-сы урын | Крейг Рэмзи |
2019 | 9-сы урын | Крейг Рэмзи |
2021 | 8-се урын | Крейг Рэмзи |
Донъя Кубогы
үҙгәртергәЙыл | Һөҙөмтә | Тренер |
---|---|---|
1996 | 7-се урын | Йозеф Голонка |
2004 | 7-се урын | Франтишек Госса |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 IIHF - Slovakia wins first ever Olympic medal (ингл.). IIHF International Ice Hockey Federation. Дата обращения: 19 февраль 2022. Архивировано 22 март 2022 года.
- ↑ IIHF - World Ranking (ингл.). IIHF International Ice Hockey Federation. Дата обращения: 19 февраль 2022. Архивировано 29 июль 2020 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСборная Словакии Викимилектә | |
Сборная Словакии Викияңылыҡтарҙа |