Чхиквадзе Михаил Арчилович

Чхиквадзе Михаил Арчилович (груз. მიხეილ არჩილის ძე ჩხიკვაძე; 19 май (1 июнь1903 — 1987 йыл) — архитектор. 1941 йылдан СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы. Грузия ССР-ының атҡаҙанған архитекторы (1972).

Чхиквадзе Михаил Арчилович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 май (1 июнь) 1903
Тыуған урыны Ананури[d], Душетский муниципалитет[d], Мцхета-Мтианети, Грузия
Вафат булған көнө 22 февраль 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Ерләнгән урыны Кукийское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө архитектор
Уҡыу йорто Тбилисская академия художеств[d]
Сәнғәт йүнәлеше сталинский ампир[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Чхиквадзе Арчилович 1903 йылдың 19 майында Ананури ауылында руханиҙар ғаиләһендә тыуған.

Тбилиси сәнғәт академияһында уҡый һәм унда 1933 йылдан уҡыта башлай.

Мәскәүҙә СССР Архитектура академияһының аспирантураһында уҡый, фән докторы дәрәжәһенә диссертация әҙерләү өсөн Сталин исемендәге стипендия ала[1].

1941 йылда СССР-ҙың Архитекторҙар берлеге ағзаһы итеп алына.

1972 йылда Грузия ССР-ының атҡаҙанған архитекторы исеменә лайыҡ була; «Почёт Билдәһе» ордены һәм күп кенә миҙалдар менән бүләкләнә.

 
Кукий зыяратындағы ҡәбере

1987 йылда Тбилиси ҡалаһында вафат була һәм Кукий зыяратында ерләнә.

  • Бакуҙа радиостанцияһы бинаһы (1926)
  • Гориҙа драма театры бинаһы (1938, Тавадзе менән берлектә)
  • Сухумиҙа драма театры бинаһы (1952 й)
  • Чиатурала драма театры бинаһы (1949, К. Чхеидзе менән берлектә).
  • Тбилиси ҡалаһында Сәнғәт академияһы бинаһы (1952, А Г. Курдиани һәм Л. З. Сумбадзе менән берлектә)
  • Тбилиси ҡалаһында Грузия Фәндәр академияһы бинаһы (1953, К. Чхеидзе менән берлектә).
  • Атаһы — Арчил Григорьевич Чхиквадзе, рухани, протоиерей.
  • Әсәһе — Элизабет (Лиза) Гулашвили.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сталинские стипендиаты // Вестник Академии наук СССР. — 1940. — № 6.