Ананури ҡәлғәһе
Ананури ҡәлғәһе Грузияла Хәрби-Грузин юлында, Тбилисиҙан 70 км алыҫлыҡта — Арагви йылғаһына ҙур булмаған Ведзатхеви йылғаһы ҡойған ерҙә урынлашҡан. Ананури был биләмәнең хакимдары, арагви эриставтарының, төп терәк пункты булып хеҙмәт иткән.
Ананури ҡәлғәһе | |
груз. ანანურის ციხე | |
Нигеҙләү датаһы | XVI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Мцхета-Мтианети һәм Душетский муниципалитет[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iii)[d] |
Ананури ҡәлғәһе Викимилектә |
Ҡәлғә XVI быуатта барлыҡҡа килгән һәм артабанғы ике йөҙйыллыҡта, Дарьял тарлауығынан үткән юлды ябып, Кавказ аръяғын һаҡлау өсөн ике быуат буйы төньяҡ форпост булып хеҙмәт иткән.
XVII быуатта эриставлыҡтың резиденцияһы Душетиҡалаһында булған. Душетиҙан төньяҡҡа алып барған төп юл Ведзатхеви йылғаһының тар тарлауығы аша үткән һәм был йылғаның Арагви менән ҡушылған ерендә тәбиғи ҡапҡа барлыҡҡа килгән. Бындай уңайлы урында башта эриставтар башня, ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс — ышаныслы нығытма булған Ананури ҡәлғәһен .
Тарихи сығанаҡтарҙа 1720 йылдарға тиклем Ананури һарайында йәшәүселәр тормошо тураһындабер нәмә лә тиерлек хәбәр ителмәй. Ҡәлғә эриставлыҡтың үҙәк өлөшөн һаҡлаған тигән мәғлүмәт кенә билдәле, дошман һөжүм иткәндә ул урындағы һәм илдең үҙәк өлөшөндәге халыҡтың тауҙарға сигенеүен ҡаплаған. Анануриға ҡағылышлы ваҡиғалар тураһында тәүге мәғлүмәтте тарихсы Вахуштиҙың XVIII быуатта эриставтарҙың бер-береһе менән дошманлығын тасуирлауында табырға мөмкин.
1739 йылда ксан эриставы Шанше ҡәлғәне штурм менән алған, һөжүм итеүселәр араһында лезгиндарҙыңҙур һанлы отряды булған. Шанше тарафынан грузин халҡына хыянат итеүҙә ғәйепләнгән урындағы эристав Бардзим һәм уның яҡындары өлөшләтә ҡорал менән юҡ ителгән, өлөшләтә ҡотолоу маҡсатында инеп йәшеренгән башняла яндырылған[1]. Лезгиндар Успение сиркәүенең һынлы фрескаларын хәнйәр менән киҫкеләгән.
1795 йылда ҡәлғә һаҡсылары, ҙур сыҙамлылыҡ һалып, Грузияға баҫып ингән Ага-Мөхәммәд-хан ғәскәрҙәрен тарлауыҡ буйлап өҫкә үткәрмәгән.
XIX быуат башында ла, Грузияның Рәсәйгә. ҡушылыуынан һуң да, Ананури бик ҙур роль уйнай. Тәүге ваҡытта бында даими рәүештә урыҫ гарнизоныторған. Ул Грузия менән Рәсәйҙе тоташтырыусы төп юлды һаҡлаған һәм крайҙа тәртип урынлаштырған.
1812 йылда таулылар ихтилалға күтәрелгән, ләкин улар ҡәлғәне яулай алмаған. Тбилисиҙан килгән ғәскәри ярҙам ихтилалды ҡаты баҫтыра.
Артабан Ананури урыҫ ғәскәрҙәренең терәк пункты булып хеҙмәт иткән. Бында хатта хәрби ҡаласыҡ төҙөү планлаштырылған, әммә әҙерләнһә лә, проект тормошҡа ашырылмай ҡала. Урыҫ хәрби частары киткәндән һуң, ҡәлғәһе ҡоролмалары ҡараусыһыҙ ҡалған һәм ҡәлғәләр бөлгөнлөккә төшкән.
Цитадель территорияһында, ҡәлғә төҙөлгәнгә тиклем үк, урындағы эриставтар Гвтаебтарҙың ҡорам-кәшәнәһе (XVI—XVII быуаттар), Успения ҡорамы (1689)пирамидаль ҡыйыҡлы башня урынлашҡан булған. Бассейн һәм мунса эҙҙәре һаҡланған. Түбәнге нығытма территорияһында манаралы Мкурнали бер нефлы сиркәүе генә (XVI—XVII быуаттар) һаҡланып ҡалған.
Грузия хөкүмәте Ананури ҡәлғәһен ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы [2]исемлегенә индерергә тәҡдим итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Гегут һарайы
- Арагви эриставлығы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Пармен Закарая. Древние крепости Грузии. Издательство «Мграни», Тбилиси, 1969 г.
- Арджеванидзе И. А. Военно-грузинская дорога: (Краеведческий очерк с приложением схематической карты маршрута и библиографии). — Тбилиси: Госиздат Грузинской ССР, 1954. — 252 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. Г. Цабаев По Военно-Грузинской дороге. — Орджоникидзе: Книжное издательство Управления по печати при Совете Министров СО АССР, 1971. — 120 с.
- ↑ Ananuri — UNESCO World Heritage Centre
Һылтанмалар
үҙгәртергәАнанур // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
История и архитектура крепости Ананури
Достопримечательности Казбеги. Крепость Ананури 2018 йыл 8 март архивланған.
Крепость Ананури, Грузия, путеводитель, история, достопримечательности 2017 йыл 3 август архивланған.