Чудаков Александр Евгеньевич
Чудако́в Александр Евгеньевич (16 июнь 1921 йыл — 25 ғинуар 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәй физик-экспериментсыһы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1987), физика-математика фәндәре докторы.
Чудаков Александр Евгеньевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 июнь 1921[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 25 ғинуар 2001 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | физик |
Эшмәкәрлек төрө | элементар өлөшсәләр физикаһы[d] һәм космические лучи[d] |
Эш урыны |
Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | МДУ-ның физика факультеты[d] |
Ғилми исеме | академик АН СССР[d] һәм РФА академигы[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Евгеньевич Чудаков 1921 йылдың16 июнендә Мәскәүҙә билдәле инженер, СССР-ҙа автомобилдәр төҙөлөшөнә нигеҙ һалған академик Е. А. Чудаков ғаиләһендә тыуған. 1939 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә. Тиҙҙән мәжбүри ғәскәри хеҙмәткә саҡырыла. Демобилизацияланғандан һуң 1944 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институтында (ФИАН) радиотехник булып эшләй. 1944 йылда физика факультетына әйләнеп ҡайта, 1948 йылда уны отличие менән тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң 1971 йылға тиклем ФИАН-да эшен дауам итә. 1971 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһының ядро тикшеренеүҙәре институтында эшләй. Физика-математика фәндәре докторы (1959). МДУ-ның физика факультеты профессоры. 1966 йылдың 1 июленән СССР Фәндәр академияһының ядро физикаһы бүлеге буйынса ағза-корреспонденты. 1987 йылдың 23 декабренән СССР Фәндәр академияһының ядро физикаһы бүлексәһенең академигы (1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы академигы).
2001 йылдың 25 ғинуарында вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән (участка № 1)[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп эштәре тәбиғәтте һәм йыһан нурҙарының үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса. Йыһан ҡойоно тыуҙырыусы өлөшсәнең энергияһын үлсәү методикаһын эшләй, һәм уны юғары энергиялы гамма-кванттарҙың локаль сығанаҡтарын эҙләү өсөн ҡуллана. С. Н. Вернов һәм башҡалар менән берлектә Ерҙең тышҡы радиация бүлкәттәрен аса һәм тикшерә. Был асыш 1958 йылдың июлендә 23-сө номер аҫтында СССР фәнни асыштар Дәүләт реестрына индерелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин премияһы (1960) — «Ерҙең тышҡы радиация бүлкәттәрен асҡаны һәм тикшеренеүҙәре өсөн» .
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы (1998)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1957, 1975)
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1996)
- миҙалдар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Чудаков Александр Евгеньевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Могила А. Е. Чудакова
- ↑ Научные открытия России.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Александр Евгеньевич Чудаков (к шестидесятилетию со дня рождения)», Успехи физических наук (журнал), 1981, том 134 (3), стр. 561—564.
- «Александр Евгеньевич Чудаков (к семидесятилетию со дня рождения)», Успехи физических наук (журнал), 1991, том 161 (7), стр. 209—212.
- «Памяти Александра Евгеньевича Чудакова», Успехи физических наук (журнал), 2001, том 171 (5), стр. 571—572.
- Профиль Александра Евгеньевича Чудакова РФА рәсми сайтында
- Храмов Ю. А.:Физики. Чудаков Александр Евгеньевич, с =295.