Чувашай (Жаматай, Сыуашай, Яматай[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Березники ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204810005.

Ауыл
Сыуашай (Жаматай)
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

57°02′12″ с. ш. 55°33′44″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Этнохороним

жаматайлар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 037

ОКТМО коды

57 604 410 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сыуашай (Жаматай) (Рәсәй)
Сыуашай (Жаматай)
Сыуашай (Жаматай)
Чувашай (Пермь крайы)
Сыуашай (Жаматай)

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 38 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 16 ир һәм 22 ҡатын-ҡыҙ[2]. 2005 йылда ауылда 60 кеше йәшәгән[3].

Климаты — уртаса континенталь. Ҡыш һыуыҡ һәм буранлы, ҡар ҡатламы берәр метрҙан артып китә ала. Яуым-төшөм күләменең күпселек өлөшө июнь-август айҙарына тура килә.

Ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1816 йылда ауылдың 17 йортонда 36 ир һәм 44 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. Профессор Ә. З. Әсфәндиәров фекеренсә ауыл 1783 һәм 1795 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда ауылдың 15 йортонда 38 ир һәм 45 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 20 йортта 79 ир һәм 70 ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған[4].
1868 йылға тиклем ауылда мәсет тә, мәсет эргәһендәге мосолман мәктәбе лә булмаған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар

үҙгәртергә