Чистяков Василий Матвеевич

совет педагогы, урыҫ телен уҡытыу өлкәһендә методист, профессор, педагогика фәндәре докторы

Чистяков Василий Матвеевич (1890 — 1965) — совет педагогы, урыҫ телен уҡытыу өлкәһендә методист, профессор, педагогика фәндәре докторы.

Чистяков Василий Матвеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1890
Тыуған урыны Ярославль, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө уҡытыусы, методист
Эш урыны фәнни-тикшеренеү институты[d]
Уҡыу йорто Ярославль
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

профессор[d]

фән докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Чистяков Василий Матвеевич 1912 йылда Ярославль уҡытыусылар институтын тамамлағандан һуң башланғыс мәктәп уҡытыусыһы, һуңынан Кинешма һәм Тверь юғары башланғыс училищеларында урыҫ теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1921 — 1930 йылдарҙа мәктәптә, рабфакта, Калинин М. И. исемендәге уҡытыусылар институтында уҡыта. Ул 1930 — 1936 йылдарҙа — Фирғәнә педагогия педагогия институтының урыҫ теле кафедраһы мөдире. 1938 йылдан алып Мәскәүҙә Үҙәк педагогия милләттәр институтында, мәктәптәр институтында, халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтында, 1944 — 1949 йылдарҙа РСФСР-ҙың Педагогия фәндәре уҡытыу методтары институттында һәм 1949 — 1965 йылдарҙа милли мәктәптәрҙең Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

Чистяков Василий Матвеевич урыҫ телен уҡытыу методикаһының нигеҙҙәрен эшләй. «Урыҫ булмаған мәктәптәрҙә урыҫ теле методикаһы нигеҙҙәре» (4-се баҫма, Мәскәү, 1958) китабы СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә лә киң танылыу яулай. Китап төрлө милләттәр өсөн тәғәйенләнә. Чистяков — төрлө милләт мәктәптәре (тыва, уйғыр, ҡарағалпаҡ, литва, мари, татар, үзбәк, яҡут, хаҡас һ.б.) өсөн урыҫ теле буйынса бер нисә дәреслек, уҡыу әсбабы һәм программалары авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Татар мәктәбендә урыҫ һәм туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы буйынса очерктар, М., 1952 (Н. К. Дмитриев һәм Н. З. Бакеева менән бергә)
  • Урыҫ теле буйынса милли мәктәптәрҙә тел дәрестәре, 2-се баҫма, М., 1956 (Ф. Ф. Советкин менән берлектә);
  • Урыҫ булмаған урта мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың урыҫ телен үҫтереү буйынса күнегеүҙәр, 5 — 7 класс. М., 1957;
  • Урыҫ булмаған урта мәктәптәрҙә VIII—X класс уҡыусыларының урыҫ телен үҫтереү буйынса күнегеүҙәр, М., 1958;
  • Урыҫ булмаған урта мәктәптәрҙә урыҫ теле методикаһы, 4-се баҫма, М., 1958;
  • Урыҫ булмаған мәктәптәрҙең башланғыс кластарында уҡыусыларға урыҫ телен үҫтереү буйынса күнегеүҙәр, 3-сө баҫма, М., 1960;
  • Төрки телле мәктәптәрҙә урыҫ телен уҡытыу методикаһы. В. М. Чистяков мөхәррирлегендә, М., 1964.

http://pedagogic.ru/pedenc/item/f00/s02/e0002735/index.shtml