Чиркина Елена Самсоновна

Чиркина Елена Самсоновна (27 май 1916 йыл — 5 март 1992 йыл) — СССР-ҙың аҙыҡ-түлек сәнәғәте алдынғыһы, Хабаровский крайындағы РСФСР-ҙың Аҙыҡ сәнәғәте министрлығына ҡараған Дзёмгинский икмәк комбинаты бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Чиркина Елена Самсоновна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 27 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Һамар өлкәһе
Вафат булған көнө 5 март 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Хабаровск крайы
Һөнәр төрө пекарь
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Алтын Йондоҙ» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

БиографияһыҮҙгәртергә

Елена Самсоновна Чиркина Һамар өлкәһенең Исаклы ауылында 1916 йылда урыҫ крәҫтиәндәре ғаиләһендә тыуған.

1932 йыл башынан алып эшләй башлай, Сәмәрҡәнд ҡалаһында сәй фабрикаһына эшкә урынлаша. Аҙаҡ ошо уҡ ҡалала тегеү фабрикаһына күсә.

Елена Чиркина Бөйөк Ватан һуғышы башында мобилизация буйынса Амурҙағы Комсомольск ҡалаһының бетон заводында эшкә ебәрелә. 1943 йылдан алып Дзёмгинский икмәк комбинатында хеҙмәт итә. Сиратлап кочегар ҙа, йөк ташыусы ла, мейес оҫтаһы ла булып эшләргә тура килә. 1949 йылдан алып икмәк бешереүселәрҙең бригадиры була, етенсе биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән хеҙмәт алдынғыһына производствола юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

Артабанғы йылдара Елена Самсоновна Чиркина Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында йәшәй, 1992 йылдың 5 мартында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (26.04.1971)
  • Ленин ордены (26.04.1971)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орден (21.07.1966).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы — Хабаровск кешеләре / Баранов в. п. — Хабаровск : Кн. изд-во, 1972. — 164 б.-166

ҺылтанмаларҮҙгәртергә