Чилликоти (Огайо)
Чилликоти], ингл. Chillicothe (ˌtʃɪlɨˈkɒθi әйтелеше[7]) — Огайо штатындағы ҡала, Росс округының административ үҙәге. Штаттың көньяғында Сайото йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡаланың исеме индеецтар телендә шони Chalahgawtha һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «төп ҡасаба» тигәнде аңлата. Чилликоти ҡалаһы Огайо штатының беренсе һәм өсөнсө баш ҡалаһы була.
Чилликоти | |
ингл. Chillicothe | |
Нигеҙләү датаһы | 1803 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Chillicothe |
ХФА-лағы транскрицияһы | ˌʧɪlɪˈkɒθi |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
Административ үҙәге | Росс[d] |
Административ-территориаль берәмек | Росс[d] |
Территория перекрывается с | Chillicothe urban area[d][1] |
Халыҡ һаны | 22 059 кеше (1 апрель 2020)[2] |
Процент водной поверхности | 1,5807 процент[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 190 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Аҙау |
Майҙан |
27,441733 км²[4], 27,442043 км² (1 апрель 2010)[3] |
Почта индексы | 45601 |
Рәсми сайт | ci.chillicothe.oh.us |
Число домохозяйств | 9269 ± 420[5] |
Доход на душу населения | 29 467 $[6] |
Урындағы телефон коды | 740 |
Чилликоти Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБорон Чилликоти урынында Хоупвелл традициялары үҙәге — эраға тиклем 200 — 500 йылдар осоронда индеецтар ҡәбиләһенең мәҙәни һәм социаль бәйләнештәренең киң селтәре булған. Хоупвелл сауҙа селтәрҙәре Ҡаялы тауҙарға тиклем еткән, ә Сайото һәм Огайо йылғаларының үҙәндәрендә улар күп ҡурғандар төҙөгән. Һуңыраҡ был урындарға европалылар килгәнгә тиклем, бында шони ҡәбиләһе индеецтары күсеп килгән.
Күп европа ауылдары Америка революцияһынан һуң барлыҡҡа килгән. Виргиниянан һәм Кентуккинан мигранттар ер эҙләп Огайо йылғаһы буйлап көнбайышҡа киткән. Чилликоти ҡалаһы штат барлыҡҡа килгән мәлдән 1801 йылда һәм 1810 йылға тиклем Огайоның баш ҡалаһы була (ике йылға баш ҡала булып Зейнсвиил тора)[8]. 1812 йылда яңынан баш ҡала булып Чилликоти тора, әммә 1816 йылда ул халыҡ өсөн уңайлы урын булараҡ Колумбусҡа күсерелә[9].
Чилликотила мигранттар араһында ирекле афроамерикандар күп була, улар бында әүҙем община булдыра. Чилликоти Ер аҫты тимер юлының — ҡасаҡ ҡолдарҙы төньяҡ штаттарға ебәреү өсөн легаль һәм ярым легаль контакттарҙың селтәре пункты булып хеҙмәт иткән
Географияһы
үҙгәртергәҠала Аллегейн Көнбайыш яҫылығының экотөбәгендә урынлашҡан[10]. Ул Сайото һәм Пейнт-Крик йылғалары араһында, уларҙың ҡушылдығынан алыҫ түгел ерҙә ята.
АҠШ халыҡ иҫәбен алыу бюроһы мәғлүмәттәре буйынса ҡаланың дөйөм майҙаны 10,60 квадрат миль (27,45 кв. км) тәшкил итә, шуларҙың 10,43 квадрат миль (27,01 кв. км) ҡоро ер, ә 0,17 квадрат миль ( 0,44 кв.км) — һыу тәшкил итә[11].
Ҡала фермерлыҡ общиналары менән уратып алынған, Чилликоти халҡы был районды Алпалачи тауҙары итәге тип йөрөтә
Халҡы
үҙгәртергә2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы ҡала халҡы 21 796 кеше тәшкил иткән. 2007 йылда халыҡ иҫәбе 22 187 кешегә артҡан[12]. Росс округында иң ҙур ҡала булып тора.
Иҡтисады
үҙгәртергәОкругта ҙур ҡала булараҡ, Чилликоти иҡтисади әүҙемлеге үҙәге булып тора. Сауҙа үҙәктәре, дауаханалар, төрмәләр һәм студент ҡаласыҡтары эш биреүселәрҙең береһенә әйләндерә. Был районда иң эре эш биреүсе булып Pixelle ҡағыҙ фабрикаһы тора, ул 100 йылдан ашыу эшләй. Ҡайһы берҙә фабрика зарарлы еҫ сығара, уны халыҡ «аҡса еҫе» тип атай.[13] [14]
Ҡала халҡының әҙ булыуға ҡарамаҫтан, унда холоҡ төҙәтеү учреждениеһы — Чилликоти төрмәһе Чилликоть (1966) һәм Росс округы төрмәһе урынлашҡан (1987).
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәҠала эргәһендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән Хоупвелл Милли тарихи мәҙәниәт паркы урынлашҡан[15].
Ҡала Йоктанга паркы Огайо көньяғының телдән хикәйәләү фестивален үткәреү буйынса майҙансыҡ булып тора [16]. Шулай уҡ паркта насос станцияһы бинаһы урынлашҡан, ул 1882 йылда төҙөлгән, хәҙер унда музей урынлашҡан.
Был ҙур булмаған ҡалала АҠШ-тың тарихи урындарының Милли ресстрына индерелгән күп һанлы тарихи йорттар бар. Улар араһында Адендың айырым йорто, Мэри Уортингтон Макоб йорто, Оак-Хилл, Джордж Реник йорто, Чарльз Сэйп йорто, Танглвуд, Джон Вантеметр йорто, Энтони һәм Сьюзен Уолктар йорто бар[17].
Спорты
үҙгәртергәҠалала Чилликонти Пэйнтс бейсбол клубы урынлашҡан, уның үҙ стадион булып [[В. А. Мемориэл Стэдиум] тора. Майҙанда шулай уҡ софтбол һәм футбол буйынса ярыштар һәм спортҡа ҡағылышы булмаған саралар үтә[18].
Туғандаш ҡалалары
үҙгәртергәЧилликоти ҡалаһы бер нисә туғандаш ҡала менән хеҙмәттәшлек итә:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ United States Census Bureau 2023 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington: United States Census Bureau, 2023.
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 3,0 3,1 United States. Bureau of the Census 2010 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2010.
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ A Pronunciation Guide to Places in Ohio . E.W.Scripps School of Journalism. Дата обращения: 8 август 2014. 2017 йыл 25 июль архивланған.
- ↑ tfd. Zanesville definition of Zanesville in the Free Online Encyclopedia . Дата обращения: 24 ноябрь 2007.
- ↑ tfd. Chillicothe definition of Chillicothe in the Free Online Encyclopedia . Дата обращения: 24 ноябрь 2007.
- ↑ Level III Ecoregions of Ohio . National Health and Environmental Effects Research Laboratory. U.S. Environmental Protection Agency. Дата обращения: 28 сентябрь 2013. 2014 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ US Gazetteer files 2010 . United States Census Bureau. Дата обращения: 6 ғинуар 2013. Архивировано 24 ғинуар 2012 года.
- ↑ Annual Estimates of the Population for Incorporated Places in Ohio, Listed Alphabetically: April 1, 2000 to July 1, 2007 . U.S. Census Bureau. Дата обращения: 3 август 2008.
- ↑ North smell cause Paper problems mill travel to Gazette Chillicothe, 10/31/2014
- ↑ No longer 'Mayberry': fights city of an Ohio epidemic мизантроп A small-destruction Achenbach, Joel, The Washington Post 12/29/2016
- ↑ «U. S. World Heritage New Secretary Kempthorne Tentative Selects List» 2011 йыл 21 июль архивланған., Dept. interior of (posted by Octagonmoonrise), 22 Jan 2008, accessed 2008 dec 5
- ↑ Allen, C. Gertrude "Chillicothe City of the History of Parks, Ohio." The Office and parks Recreation Chillicothe
- ↑ National and of Records Historic Program Register Historic Landmarks Places National: Ohio
- ↑ Chillicothe Paints Official Website:Stadium Information . Дата обращения: 4 июнь 2009. 2009 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Международная ассоциация «Породнённые города» . Дата обращения: 21 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 1 июнь 2016 года. 2016 йыл 1 июнь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Capitals of Ohio», Ohio Historical Society
- Pat Medert, «Chillicothe History», Chillicothe, OH Website
- Downtown information
- Chillicothe & Ross County Public Library 2010 йыл 21 ноябрь архивланған.
- Chillicothe.com Community site with active message boards
- Ross County Visitor’s Bureau
- The Southern Ohio Storytelling Festival 2020 йыл 3 июль архивланған.
- The David Nickens Heritage Center