Йоктанги
Йоктанги (ингл. Park Yoctangee) ― АҠШ-тың Огайо штаты Чилликоти йәмәғәт паркы. 1875 йылда төҙөлгән парк башта «Ҡала паркы» тип йөрөтөлә һәм бары тик 1890-сы йылдарҙа ғына Уильям Х. Хантер арҡаһында хәҙерге исемен ала.
Йоктанги | |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Огайо |
Йоктанги Викимилектә |
Йоктанг ― индеецтар телендә «буяу» (тән тиреһендә йәки кейемдә) тигәнде аңлата.
Тарих
үҙгәртергәҠасандыр парк биләмәһе «Иҫке үҙән» йәки «Утрау» тип аталған, сөнки Цинциннати (әлеге ваҡытта Балтимор менән Огайоны бәйләп тора) һәм Мариетта ҡалалары араһындағы иҫке тимер юлы ер өйөмөндә төҙөлә, был Сайото йылғаһы һыуҙарын икенсе яҡҡа йүнәлтә, ә йылға урынында һаҙмат ер һәм утрау тороп ҡалған була, һәм егерме йыл буйына Чилликоти халҡы йыш ҡына биҙгәк һәм малярия менән ыҙалана.
Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң, Чилликоти гәзиттәре даими рәүештә ҡала граждандарынан был һаҙлыҡты тиҙерәк бөтөрөүҙе талап иткән хаттар ала. Шунлыҡтан муниципалитет был ерҙәрҙе ҡоротоу һәм таҙартыуҙы талап иткән ижтимағи бурыс ала.
Джон Х. Патнэм, Огайо штатының Чилликоти ҡалаһынан Закондар сығарыу йыйылышы ағзаһы, был эште башҡарыу өсөн халыҡтан һалым йыйырға хоҡуҡ тураһында махсус закон ҡабул итеү тураһында инициатива менән сыға.
Биҙгәк ауырыуы һәм һаҙлыҡтың ағыулы парҙары ҡалала ғәҙәттән тыш эшһеҙлек кимәлен дә тыуҙыра.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә1882 йылда төҙөлгән насос үҙәге бинаһында хәҙер музей урынлашҡан.
Шулай уҡ паркта Милли гвардияның ҡорал бинаһы урынлашҡан. Бина ХX быуат башында төҙөлә. Бында хәрби музей йәки оранжерея булдырырға тәҡдимдәр ителеүгә ҡарамаҫтан, финанслау булмағанлыҡтан, әлеге ваҡытта ул бикләп ҡуйылған.
Уотер-стритта ― Йоктанга менән сиктәш урамда ― дөйөм күҙәтеү өсөн ирекмәндәр тарафынан тергеҙелгән ике боронғо тимер юл вагоны ҡуйылған.
Парк шулай уҡ Огайо көньяғының телдән хикәйә фестиваленең майҙансыҡтарының береһе.
Географияһы
үҙгәртергәЙоктанг паркында майҙаны 40 мең кв. км-ға тиң ҙур күл бар. Фестивалдәр ваҡытында кешеләр күлдә каноэла йөҙәләр.
Шулай уҡ паркта йөҙөү бассейны, алты теннис корты, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары, шулай уҡ әүҙем ял өсөн башҡа урындар бар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Allen, C. Gertrude «Chillicothe City of the History of Parks, Ohio.» The Office and parks Recreation Chillicothe.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Webcam Yoctangee Park provided by Paper Glatfelter
- Park Yoctangee Bradford by Cosenza M. page, Director, Parks & Recreation
- Park Yoctangee(недоступная ссылка) Great Seal page by the Network
- Entrance Bicentennial(недоступная ссылка)
- Feast Flowering of the Moon
- Art Pumphouse