Черных Николай Андреевич

Советтар Союзы Геройы

Черных Николай Андреевич (19 декабрь 1924 йыл — 30 октябрь 1982 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкы пулемётсыһы. Кесе лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1943).

Черных Николай Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 19 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Верхотор, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 октябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Никола́й Андре́евич Черны́х 1924 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Верхотор ауылында тыуған.

1942 йылдың 9 авгусында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 1943 йылдың 26 авгусынан фронтта. 1947 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.

198-се гвардия уҡсылар полкы пулемётсыһы (68-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 40-сы армия, Воронеж фронты) комсомол гвардия сержанты Черных Н. А. 1943 йылдың 24 сентябрендә Киев өлкәһе Кагарлык районы Балыко-Щучинка ауылы янында, беренселәрҙән булып Днепрҙың уң яҡ ярына сығып, уңайлы урын таба һәм ротаның Днепр аша сығыуын пулемёт уты менән ҡаплауға өлгәшә. Дошмандың 8 һөжүмен кире ҡаға, һуңғыһында яраланһа ла сафта ҡала һәм 30 фашисты атып үлтерә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 ноябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән саялығы һәм батырлығы өсөн гвардия сержанты Черных Николай Андреевичҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм  «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3359) менән бүләкләнә.

1947 йылдан кесе лейтенант Н. А. Черных — запаста. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә инженер-конструктор, эксперименталь цех начальнигы булып эшләй.

1982 йылдың 30 ноябрендә вафат була. Өфө ҡалаһында Көньяҡ зыяратта ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройы (1943) 
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (13.11.1943)[2];
  • Ленин ордены (13.11.1943);
  • миҙалдар.

Ишембай ҡалаһының Геройҙар Аллеяһында Геройҙың бюсы ҡуйылған.

  • Земля Мелеузовская: былое, будни, будущее. Историко-информационный сборник. — Уфа: Китап, 2000. — С. 77—78.
  • Зиновьев А. Горение //Славные сыны Башкирии. Кн. 1. Уфа, 1965. — С. 157—160.
  • Подвиги их бессмертны. — Уфа: Китап, 2000. — С. 324
  • Корягин, А. Верхоторская летопись /А. Корягин //Восход. — 1985. — 18 мая.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  2. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 66/53, л. 6/316, 317)ф. 33, оп. 682525/793756, д. 66/53, л. 6/316, 317).

Һылтанмалар

үҙгәртергә