Черногорияның Европа берлегенә инеүе
Европа берләшмәһе менән Черногория араһындағы мөнәсәбәттәр 2006 йылда дәүләт төҙөлгәндән һуң урынлаша 2005 йылдың ноябрендә. Сербия һәм Черногория дәүләт союзы Европа берләшмәһенә ҡушылыу процесын илде тотороҡландырыу һәм ассоциация процесына инеү мөмкинлеге тураһында һөйләшеүҙәрҙән башлай. 2006 йылдың майында Черногория бойондороҡһоҙлоҡ тураһында референдум үткәрә, үҙаллы дәүләткә әүерелә һәм 2006 йылдың сентябрендә Европа союзы менән үҙ һөйләшеүҙәрен башлай. 2007 йылдың 15 октябрендә стабилләштереү һәм ассоциациялар тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. 2010 йылда ил кандидат статусын ала. Шул ваҡыттан башлап ил үҙенең ҡануниәтен Европа берләшмәһе талаптарына тап килтерә башлай.
Черногорияның Европа берлегенә инеүе | |
Дәүләт | Черногория |
---|---|
2018 йылдың февралендә баҫылған Европа союзы стратегияһында билдәләнеүенсә, Черногория менән Сербия 2025 йылда Европа союзына инеүгә «потенциаль әҙер» булған фавориттар булып тора[1].
Тарихы
үҙгәртергәЧерногория Европа берләшмәһенә ағзалыҡҡа кандидат булып тора. Черногория — Союзға инеүгә кандидат. Илдең бойондороҡһоҙлоғон бөтә Европа союзы дәүләттәре танығандан һуң, уның ҡабул ителеү мөмкинлектәрен Европа берлеге Советы 2006 йылдың июнендә раҫлай. 2007 йылдың 5 октябрендә Черногория тотороҡлолоҡ һәм ассоциациялар тураһында килешеүгә һәм сауҙа мәсьәләләре буйынса ваҡытлыса килешеүгә ҡул ҡуя. Беренсеһе 2010 йылдың 1 майында, икенсеһе 2008 йылдың 1 ғинуарында көсөнә инә. Ваҡытлы килешеү Черногорияға һәм ЕС-ҡа ул ваҡытта ратификация процедураһы үткән ассоциация тураһындағы килешеү положениеларын ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Яҡтар араһында реадмиссия тураһында килешеү көсөнә 2008 йылдың ғинуарында инә. Шул ваҡытта уҡ Черногория һәм Шенген киңлеге (килешеүе) араһында визаларҙы бөтөрөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Үҙенең практик ҡушымтаһын ул 2009 йылдың декабрендә ала, Черногория граждандары Шенген килешеүе илдәренә визаһыҙ инеү хоҡуғы бирелә.
2008 йылдың 15 декабрендә Черногория рәсми рәүештә Европа берләшмәһенә инеүгә ғариза бирә[2]. 2009 йылдың 22 июлендә Европа комиссары Оли Рен Черногория властарына һорау алыу ҡағыҙы тапшыра, уның бурысы — илдең Европа берләшмәһе ағзаларына йөкмәтелгән йөкләмәләрҙе үтәү әҙерләү тураһында доклад әҙерләргә ярҙам итеү. Һорау алыу ҡағыҙы Европа ҡануниәтенең бөтә өлкәләренә һәм Копенгаген критерийҙарына ҡараған 2178 һорауҙан тора. Һорауҙарға яуап Европа комиссияһының Черногорияның ағзалыҡ перспективаһы тураһындағы ҡарары өсөн нигеҙ булырға тейеш[3]. 9 декабрҙә премьер-министр Мило Джуканович Европа комиссияһына ҡуйылған һорауҙарға яуаптар ебәрә[4].
2010 йылдың 9 ноябрендә Европа комиссияһы дәүләттең ағзалыҡ тураһында рәсми һөйләшеүҙәр башлау өсөн кәрәкле ҡаҙаныштарын билдәләп үтә һәм Черногорияға кандидат-ил статусын бирергә тәҡдим итә[5]. 2010 йылдың 17 декабрендә Черногория Европа берләшмәһенә рәсми кандидат статусы ала[6]. 2012 йылдың 29 июнендә һөйләшеүҙәр башлана.
2012 йылдың 10 октябрендә Европа комиссияһы Черногория тураһында сираттағы доклад баҫтыра. Ул һөйләшеүҙәрҙән һуң беренсеһе була. Комиссия, ил баҙар иҡтисадын булдырыуын дауам итә, кандидаттарҙың сәйәси критерийҙарына яуап бирә һәм Европа берләшмәһенә ағзалыҡ бурыстарын үҙ өҫтөнә алыу мөмкинлеген арттыра, тип һығымта яһай.
Европа союзы — Черногорияның төп сауҙа партнеры. 2009 йылда илгә импорттың 40 проценттан ашыуы һәм экспорттың 48 проценты Европа берләшмәһе менән бәйле була. Берләшмәнең финанс ярҙамын Черногория 1998 йылдан алып ала. 1998 йылдан 2006 йылға тиклем Черногорияға 277,2 миллион евро бирелә, ә 2007—2013 йылдарҙа 235,7 млн евро берләшеүгә әҙерләнеү өсөн ала.
Программаға инеү мөхите буйынса Европа институтының интеграцияһындағы тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашыуы, өсләшеү, Серияның үҙгәреүенә булышлыҡ итә[7]. Ассоциация тураһындағы килешеү Черногорияға берләшмә программаларында ҡатнашырға мөмкинлек бирә. 2007—2013 йылдарҙа ил өс программала: Тикшеренеүҙәр һәм технологик үҫеш буйынса етенсе рамлы программала, Эшҡыуарлыҡ һәм инновациялар программаһында һәм Мәҙәниәт буйынса программала ҡатнаша[8].
2013 йылдың авгусында «Евробарометр» үткәргән социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Черногория граждандарының күпселеге илдең Европа берләшмәһенә инеүен хуплай, әммә 2013 йылдың яҙынан уны яҡлаусыларҙың һаны 50 проценттан түбән була. Әммә һорау алыусыларҙың күпселеге илдең файҙа аласағына ышана(54 %), 30 % кире фекерҙә (алдағы һорау алыу менән сағыштырғанда +5 %)[9].
2017 йылдың 5 июнендә Черногория НАТО-ға рәсми рәүештә инә.
Евроны бер яҡлы индереү
үҙгәртергәЧерногорияның милли валютаһы юҡ. Сербия һәм Черногория дәүләт союзы составында рәсми валюта булып Югославия динары тора. 1999 йылдың ноябрендә Черногория хөкүмәте бер яҡлы тәртиптә динар менән бер рәттән әйләнешкә немец маркаһын индерә. 2001 йылдың 1 ғинуарында динар Черногорияла законлы түләү сараһы булыуҙан рәсми рәүештә туҡтай[10][11]. Немец маркаһын евро алмаштыра һәм ҡулланыла башлай[12][13]. Европа комиссияһы һәм Европа Үҙәк банкы евроны бындай бер яҡлы индереү билдәләнгән процедураға һәм Европа ҡануниәтенә тап килмәй тип белдерә[14]. Евросоюз Маастрихт критерийҙарын теүәл үтәүҙе талап итә (мәҫәлән, ике йылға Европа курсы механизмында ҡатнашыу[15]). Черногорияға евронан баш тартырға һәм Евросоюзға, ә һуңынан Еврозонаға инеү өсөн үҙ валютаһын индерергә кәрәкме тигән һорау әлегә тиклем хәл ителмәгән[16].
Һөйләшеүҙәр барышы
үҙгәртергәБүлектәр | Һөйләшеүҙәр алдынан баһа | Бүлек асыҡ | Бүлек ябыла |
---|---|---|---|
1. Тауарҙарҙың ирекле хәрәкәте | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2017-06-20[17] | - |
2. Эшсе көсөнөң ирекле күсеп йөрөүе | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2017-12-11[18] | - |
3. Хеҙмәттәр булдырыу һәм хәрәкәт итеү азатлығы | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2017-12-11[18] | - |
4. Капиталдың ирекле хәрәкәте | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2014-06-24[19] | - |
5. Дәүләт һатып алыуҙары | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2013-12-18 | - |
6. Корпоратив хоҡуҡ | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2013-12-18 | - |
7. Интеллектуаль милек хоҡуғы | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2014-03-31 | - |
8. Конкуренция сәйәсәте | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2020-06-30 | - |
9. Финанс хеҙмәттәре | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2015-06-22 | - |
10. Мәғлүмәт йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2014-03-31 | - |
11. Ауыл хужалығы һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2016-12-13[20] | - |
12. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, ветеринария һәм фитосанитария сәйәсәте | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2016-06-30[21] | - |
13. Балыҡсылыҡ | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2016-06-30[21] | - |
14. Транспорт сәйәсәте | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2015-12-21[22] | - |
15. Энергетика | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2015-12-21[22] | - |
16. Һалым | Етди проблемалар юҡ | 2015-03-30[23] | - |
17. Иҡтисади һәм аҡса-кредит сәйәсәте | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2018-06-25[24] | - |
18. Статистика | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2014-12-16[25] | - |
19. Социаль сәйәсәт һәм мәшғүллек | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2016-12-13[20] | - |
20. Сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ | Етди проблемалар юҡ | 2013-12-18 | - |
21. Трансъевропа селтәрҙәре | Реформаларҙы дауам итеү кәрәк | 2015-06-22 | - |
22. Төбәк сәйәсәте һәм структура инструменттарын яйлау | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2017-06-20[17] | - |
23. Суд һәм төп хоҡуҡтар | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2013-12-18 | - |
24.Ғәҙеллек, азатлыҡ һәм именлек | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2013-12-18 | - |
25. Фән һәм тикшеренеүҙәр | Етди проблемалар юҡ | 2012-12-18 | 2012-12-18[26] |
26. Мәғариф һәм мәҙәниәт | Етди проблемалар юҡ | 2013-04-15 | 2013-04-15[27] |
27. Тирә-яҡ мөхит һәм климаттың үҙгәреүе | Европа берлеге ҡануниәтенә тулыһынса тап килмәй | 2018-12-10[28] | - |
28. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау | Необходимы дальнейшие реформы | 2014-12-16[25] | - |
29. Таможня берлеге | Етди проблемалар юҡ | 2014-12-16[25] | - |
30. Тышҡы бәйләнештәр | Етди проблемалар юҡ | 2015-03-30[23] | 2017-06-20[17] |
31. Тышҡы сәйәсәт, оборона һәм хәүефһеҙлек сәйәсәте | Етди проблемалар юҡ | 2014-06-24[19] | - |
32. Финанс контроле | Һиҙелерлек реформалар үткәреү кәрәк | 2014-06-24[19] | - |
33. Бюджет мәсьәләләре | Етди проблемалар юҡ | 2014-12-16[25] | - |
34. Институттар | Юҡ | - | - |
35. Башҡа мәсьәләләр | Юҡ | - | - |
Үҙгәреш | 33-тән 33 | 33-тән 3 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Плюс два: Сербия и Черногория могут стать членами ЕС в 2025 году . Дата обращения: 12 апрель 2019. Архивировано 12 апрель 2019 года.
- ↑ Черногория подала заявку на вступление в Евросоюз . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 1 март 2017 года.
- ↑ EC questionnaire to Montenegro 2009 йыл 30 июль архивланған.
- ↑ Montenegro delivers answers to EC questionnaire . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 6 сентябрь 2017 года.
- ↑ COMMUNICATION FROM THE COMMISSION TO THE EUROPEAN PARLIAMENT AND THE COUNCIL Commission Opinion on Montenegro’s application for membership of the European Union . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 28 ғинуар 2011 года.
- ↑ Черногория стала кандидатом на вступление в ЕС . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
- ↑ COMMUNICATION FROM THE COMMISSION TO THE EUROPEAN PARLIAMENT AND THE COUNCIL Commission Opinion on Montenegro’s application for membership of the European Union . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 28 ғинуар 2011 года.
- ↑ COMMUNICATION FROM THE COMMISSION TO THE EUROPEAN PARLIAMENT AND THE COUNCIL Commission Opinion on Montenegro’s application for membership of the European Union . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 28 ғинуар 2011 года.
- ↑ PUBLIC OPINION IN THE EUROPEAN UNION . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
- ↑ Amerini, Amerini Exchange rates in Western Balkan countries . Eurostat (2004). Архивировано 19 октябрь 2006 года.
- ↑ [https://books.google.ca/books?id=mBPYwKuEtHAC&pg=PA34&lpg=PA34 Republic of Montenegro: Selected Issues (pages 34)] . МВФ (февраль 2008). Дата обращения: 3 октябрь 2017. Архивировано 2 июль 2017 года.
- ↑ EU to question Montenegro's use of euro (8 октябрь 2007). Дата обращения: 13 февраль 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Montenegro's euro challenge . BBC (3 ғинуар 2002). Дата обращения: 17 ноябрь 2007. Архивировано 11 сентябрь 2002 года.
- ↑ EU warns Montenegro over Euro, B92 (10 October 2007). 9 сентябрь 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ EU prijeti Crnoj Gori ukidanjem eura: Niste sposobni za našu valutu. en:EU threatens revoking the euro from Montenegro: You're not capable enough for our currency (хорв.). Index.hr (1 июнь 2011). Дата обращения: 9 сентябрь 2011. Архивировано 2 июнь 2011 года.
- ↑ Montenegro's peculiar path to EU membership (7 февраль 2013). Дата обращения: 19 февраль 2013. Архивировано 8 февраль 2013 года.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 Ninth meeting of the Accession Conference with Montenegro at ministerial level Luxembourg, 20 June 2017 . Дата обращения: 21 июнь 2017. Архивировано 3 октябрь 2017 года.
- ↑ 18,0 18,1 Tenth meeting of the Accession Conference with Montenegro at Ministerial level Brussels, 11 December 2017 . Дата обращения: 11 декабрь 2017. Архивировано 16 декабрь 2017 года.
- ↑ 19,0 19,1 19,2 Blic Online | EU otvorila još tri poglavlja u pregovorima s Crnom Gorom . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано 26 июнь 2014 года.
- ↑ 20,0 20,1 Eighth meeting of the Accession Conference with Montenegro . Дата обращения: 17 декабрь 2016. Архивировано 14 декабрь 2016 года.
- ↑ 21,0 21,1 Accession conference with Montenegro: Talks opened on chapters 12 and 13 . Дата обращения: 11 июль 2016. Архивировано 12 июль 2016 года.
- ↑ 22,0 22,1 Для Черногории открыли еще 2 главы досье переговоров о вступлении в ЕС . Дата обращения: 23 декабрь 2015. Архивировано 23 декабрь 2015 года.
- ↑ 23,0 23,1 Montenegro and EU open two more negotiating chapters in accession process . Дата обращения: 30 март 2015. Архивировано 30 март 2015 года.
- ↑ Eleventh meeting of the Accession Conference with Montenegro at Ministerial level, Luxembourg, 25 June 2018 - Consilium . www.consilium.europa.eu. Дата обращения: 14 август 2018. Архивировано 22 июль 2018 года.
- ↑ 25,0 25,1 25,2 25,3 Fifth meeting of the Accession Conference with Montenegro at Ministerial level - 4 new chapters opened . Дата обращения: 23 декабрь 2014. Архивировано 17 декабрь 2014 года.
- ↑ Montenegro - Membership status (27 июнь 2013). Дата обращения: 23 ғинуар 2014. Архивировано 28 август 2012 года.
- ↑ EU-Montenegro promote accession talks . Дата обращения: 5 июль 2014. Архивировано из оригинала 20 май 2013 года. 2013 йыл 20 май архивланған.
- ↑ U Briselu otvoreno poglavlje 27: Veliki uspjeh za Crnu Goru . Дата обращения: 17 декабрь 2018. Архивировано 17 декабрь 2018 года.