Червона рута (ансамбль)

Червона рута — 1971 йылда Черновцы филармонияһында махсус рәүештә София Ротару өсөн уйнау маҡсатында Черновцы университетының эстрада оркестры музыканттарынан торбасы Анатолий Евдокименко төҙөгән вокал-инструменталь ансамбль.

Червона рута
Нигеҙләү датаһы 1971
Исем Червона Рута
Барлыҡҡа килеү урыны Черновцы
Жанр поп-музыка[d], диско[d] һәм поп-фолк[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Мелодия[d], Кругозор[d] һәм Sony BMG[d]
Ил  Украина

Оҙаҡ ваҡыт «Червона рута», гастролдәрҙә һирәк кенә үҙ аллы сығыштарын иҫәпләмәгәндә, Украинаның халыҡ артисы күләгәһендә ҡала. Шулай уҡ «Червона рута» менән бергә Аркадий Хоралов Молдавияның атҡаҙанған артисы Анастасия Лазарюк, Беларусь Реcпубликаһының атҡаҙанған артисы, «Песняры» (хәҙерге «Белорусские Песняры») вокал-инструменталь ансамбле солисы Валерий Дайнеко ижад юлын башлай. 1981 йылда ансамбль юғары оҫталыҡ кимәле өсөн Ялтала үткән башҡарыусылар конкурсында Гран-при яулай.

Ансамбль солисткаһы София Ротару 1968 йылда IX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була. 1971 йылда Ротару ҡатнашлығында ансамбль — «Червона рута», 1975 йылда «Йыр һәр саҡ беҙҙең менән» музыкаль фильмдарына төшә.

Коллектив элекке СССР һәм сит илдәрҙә ҙур популярлыҡ яулай. София Ротару ҡатнашлығында уның гастролдәре Болгария, Чехословакия, Венгрия, Польша, ГДР, Финляндия, Көнбайыш Берлинда уңышлы үтә. Польшаның тетар күҙәтеүсеһе Анджей Волчковский түбәндәгеләрҙе яҙа:

Ансамбль репертуарында төрлө композиторҙар һәм авторҙар йырҙары, шул иҫәптән венгр композиторы Габор Прессерҙың (киң билдәле рок-музыкант, Lokomotiv GT төркөмө лидеры) һәм авторы И. Ковачтың «Давай потанцуем», йыры була.

1986 йылда «Червона рута» ансамбль тарҡала, төркәм карьераһын София Ротаруҙан башҡа дауам итергә ҡарар итә һәм элеккесә халыҡ йырҙарына кире ҡайта. Был йырсы өсөн көтөлмәгән хәл була һәм ауыр кисерештәр тыуҙыра.

Дискография

үҙгәртергә
  • 1972 — Червона рута
  • 1979 —Только тебе
  • 1981 — София Ротару и Червона рута

Һылтанмалар

үҙгәртергә