Челомей Владимир Николаевич

совет ракета-космос техникаһы конструкторы, механика һәм процестар идаралығы өлкәһендәге ғалим, СССР Фәндәр Академияһы академигы

Влади́мир Никола́евич Челоме́й (17 (30) июня 1914, Рәсәй империяһы Седльце[4] ауылында — 8 декабрь 1984 йыл, Мәскәү, СССР) — СССР ракета-космос техникаһы конструкторы, механика һәм процестар идаралығы өлкәһендәге ғалим, СССР Фәндәр Академияһы академигы (1962). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959, 1963). Ленин премияһы һәм өс СССР дәүләт премияһы лауреаты. Ғәмәлдә 1961-1964 йылдарҙа баш конструкторҙар советын етәкләй.

Владимир Николаевич Челомей
рус. Влади́мир Никола́евич Челоме́й
Тыуған көнө

30 июнь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1] или 17 (30) июнь 1914[2]

Вафат көнө

8 декабрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[3][2] (70 йәш)

Ғилми даирәһе

механика, Идара итеү теорияһы процестары

Альма-матер

Киев авиация институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы (1951)

Ғилми исеме

профессор,
академик АН СССР (1962)

Награда һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1959 Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1963
Ленин ордены — 1945 Ленин ордены — 1959 Ленин ордены — 1964 Ленин ордены — 1974
Ленин ордены — 1984 Октябрь Революцияһы ордены — 1971
Ленин премияһы — 1959 СССР Дәүләт премияһы — 1967 СССР Дәүләт премияһы — 1974 СССР Дәүләт премияһы — 1982 Ҡалып:Премия имени Н. Е. Жуковского
Автограф

Биографияһы

үҙгәртергә

1914 йылдың 30 июнендә Рәсәй империяһы (хәҙерге Польша) Привислинский крайы Седльце губерна ҡалаһында халыҡ мәктәбе уҡытыусылары ғаиләһендә тыуған.

1937 йылда Киев авиация институтын тамамлай, һәм уҡытыусы булып эшләй.

1941 йылда Мәскәүҙә Авиация моторҙары төҙөү үҙәк институтында (Центральный институт авиационного моторостроения — ЦИАМ) эшләй башлай.

1944 йылда унан алда Поликарпов Николай Николаевич етәкләгән Тәжрибә конструктор бюроһы — ОКБ-51 директоры итеп тәғәйенләнә. Бөгөнгө көндә Мәскәү өлкәһе Реутов ҡалаһындағы «Машиналар төҙөү фәнни-етештереү берекмәһе (НПО)».

1952 йылда Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты профессоры, 1962 йылда — АН СССР Фәндәр Академияһы академигы.

1974 йылдан — СССР Юғары Советы депутаты.

1984 йылдың 8 декабрендә йөрәк өйәнәгенән кинәт вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[5].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Ракета, йыһан һәм авиация техникаһының бер нисә двигателен һәм башҡа мөһим объекттарын төҙөүҙә ҡатнаша. Уның етәкселегендә ракета-ташыусылар, Ерҙең яһалма юлдаштары «Протон» һәм «Полёт» («Протон» әле лә әүҙем ҡулланыла), «Алмаз» космик программаһы сериялы орбиталь станциялар, идара ителеүсе Тәьмин итеү транспорт карабы (ТКС) һ.б. уйлап табыла.

Совет "ядро ҡалҡаны"н төҙөүселәрҙең береһе булған. Әммә ғалимдың иң ҙур проекттарының береһе — берләштерелгән оборона-һөжүм итеү океан-ҡоро ер-йыһан комплексы — тормошҡа ашырылмай ҡалған — Рәсәй оборона сәнәғәтендә талап ителмәгән.

Машиналарҙың конструкцияһы һәм динамикаһы, тирбәлеүҙәр теорияһы, һығылмалы системаларҙың динамик тотороҡлолоғо, сервомеханизмдар теорияһы буйынса төп фәнни хеҙмәттәре. Академик В. Н. Челомей 1986 йылда (үлгәндән һуң) О. Н. Кудрин һәм А. В. Квасников менән берлектә «Явление аномально высокого прироста тяги в газовом эжекционном процессе с пульсирующей активной струей» асышының авторҙашы тип таныла. Асыш СССР асыштары Дәүләт реестрында 314-се һан аҫтында теркәлгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
Файл:Памятник Челомею (Байконур).JPG
Байконур ҡалаһында, уның исемен йөрөткән мәктәп ихатаһында В. Н. Челомей бюсы

В. Н. Челомей исемендәге миҙал

үҙгәртергә

«Роскосмос» дәүләт корпорацияһы башҡа ведомство миҙалдары менән бер рәттән

  • В. Н. Челомей исемендәге миҙал булдырҙы

Был миҙал менән дәүләт корпорацияһы, шулай уҡ ракета-космос сәнәғәтенең башҡа учреждениелары хеҙмәткәрҙәре бүләкләнә.

  • ракета-йыһан техникаһы өлгөләрен эшләгәндә ҡатмарлы техник проблемаларҙы хәл итеүгә шәхси ижади өлөш индергән һәм етештереү эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәр өсөн;
  • инновацион эшкәртмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡаны, шулай уҡ математика һәм механика өлкәһендәге теоретик тикшеренеүҙәр менән бәйле проекттарҙа юғары һөҙөмтәләре өсөн[6].

Ғалим исеме менән аталған объекттар

үҙгәртергә

В. Н. Челомей исеме менән аталған:

  • Мәскәүҙә Академик Челомей урамы
  • Реутов ҡалаһында Академик Челомей урамы һәм майҙаны
  • Ҡырым астрофизик обсерваторияһы асҡан Астероид 8608.
  • Чебоксар ҡалаһындағы урам
  • VQ-BCN борт һанлы «Аэрофлот» самолёты Airbus A320-240[7]
  • Байконур ҡалаһында урынлашҡан «В. Н. Челомей исемендәге халыҡ-ара космик мәктәп» лицейы
  • Академик Челомей исемен Латвия Диңгеҙ Пароходлығының рефрижератор судноһы йөрөткән.

Һәйкәлдәре һәм мемориаль таҡталары

үҙгәртергә

В. Н. Челомей иҫтәлегенә ҡуйылған:

  • Реутов ҡалаһында: Академик Челомей майҙанында һәйкәл[8], доска на улице его имени,[9] бюст в центральном сквере «НПО машиностроения».
  • Мәскәү ҡалаһында Лефортов яр буйында Бауман урамында, Аллея Космонавтар Аллеяһында Владимир Челомей һәйкәле, Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты бинаһында мемориаль таҡта («Махсус машиналар төҙөлөшө» корпусында, «Аэрокосмик системалар» СМ2-се кафедраһында), Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетына ингән ерҙә, Новодевичье зыяратындағы ҡәберлегендә бюсы.
  • Байконур ҡалаһында: Академик В. Н. Челомей исемендәге халыҡ-ара космик мәктәп ихатаһында бюсы[10].
  • Полтава ҡалаһында: 10-сы һанлы мәктәп бинаһында мемориаль таҡта[11].
  • Киев ҡалаһында: Игорь Сикорский исемендәге Киев политехник институтының дан аллеяһында бюсы һәм Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институты (хәҙер — Милли авиация университеты) бинаһы фасадында бронза мемориаль таҡта.

Фильмдарҙа кәүҙәләнеше

үҙгәртергә
  • Млечин Леонид Михайлович. Советский космос: Четыре короля (2012).
  • Звёздные войны Владимира Челомея. ВГТРК, 2014.
  • Ҡатыны — Челомей Нинель Васильевна (1926—1989)
  • Улы — Челомей Сергей Владимирович (1952—1999)
  • Ҡыҙы — Талызина Евгения Владимировна (1957—2017)[12][13]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Челомей Володимир Миколайович: засекречений конструктор. До 95-річчя від дня народження.
  2. 2,0 2,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  3. Siddiqi A. A. Vladimir Nikolayevich Chelomey // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. С 1917 года город отошёл в состав Польши
  5. Могила В. Н. Челомея на Новодевичьем кладбище. Дата обращения: 8 июнь 2014. Архивировано 8 июль 2014 года.
  6. О медали им. В. Н. Челомея госкорпорации «РосКосмос» 2020 йыл 30 август архивланған. на портале учреждения
  7. Новость на сайте «Аэрофлота». Дата обращения: 31 август 2017. Архивировано 31 август 2017 года.
  8. В Реутове открыли памятник академику В. Н. Челомею. Дата обращения: 30 июнь 2014. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
  9. На улице Академика Челомея в Реутове открыли мемориальную доску. Дата обращения: 9 июнь 2021. Архивировано 9 июнь 2021 года.
  10. «Международная космическая школа им. В. Н. Челомея». Дата обращения: 15 февраль 2022. Архивировано 7 февраль 2022 года.
  11. Яндекс. Фотки. Дата обращения: 30 июнь 2014. Архивировано 14 июль 2014 года.
  12. Бодрихин, 2014, «Семья»
  13. Талызина Евгения Владимировна (01.08.1957 — 27.02.2017). Официальный сайт ВПК «НПО машиностроения». 27 февраля 2017 2017 йыл 26 июнь архивланған..

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Русские конструкторы ракетно-космических систем Ҡалып:Refless