Чанахи
Чана́хи (груз. ჩანახი; рус. жаркое; башҡ. ҡурҙаҡ, ҡурылған ит) — ашамлыҡ, грузин аш-һыуының бер төрө. Һарыҡ итен йәшелсә менән бергә балсыҡ көршәккә һалып, өҫтөн ныҡлап ябып, томалап (быҡтырып) бешерәләр. Чанахи өсөн кәрәкле йәшелсә төрҙөре— картуф, томат, баклажан һәм башлы һуған. Уларҙың дөйөм ауырлығы бешерергә әҙерләнгән ит ауырлығына тигеҙ булырға тейеш. Йәшелсә һәм ит көршәккә сиратлап, ҡатлы-ҡатлы итеп һалына. Ашамлыҡта грузин аш-һыуы өсөн традицион булғантәмләткестәр ҡулланыла. Чанахиҙы XVI быуаттан һуңыраҡ, Американан Европаға картуф индерелгәс әҙерләй башлағандар. Был ашамлыҡты бары тик грузин аш-һыуы өсөн генә хас тип һанау дөрөҫ түгел. Чанахиға оҡшаш ризыҡ Көнсығыш илдәрендә лә киң таралған. Мәҫәлән, Әзербайжан аш-һыуындағы төп милли аштарҙың береһе булып һаналған пити (шулай уҡ һарыҡ итенән һәм көршәк һауытта әҙерләнә). Әрмән аш-һыуында ул путук исеме менән билдәле. Унан тыш Әрмәнстанда билдәле булған кчуч күп яҡтан чанахиға яҡын. Был ашамлыҡтың төрлө милләт халыҡтарында осраған бар төрҙәре өсөн уртаҡ Был ашамлыҡтың төрлө милләт халыҡтарында осраған бар төрҙәре өсөн уртаҡ үҙенсәлекте «ултырттың һәм оноттоң» (урыҫса «поставил и забыл») тип әйтергә була, сөнки уларҙы әҙерләп бешерергә ҡуйғандан һуң ниндәйҙер өҫтәмә эш талап ителмәй. Әйткәндәй, чанихиҙы йәки уға ныҡ оҡшаған ашамлыҡты үҙ ваҡытында Иосиф Сталин һәм КПСС Үҙәк Комитетының Политбюро ағзалары өсөн ил етәксеһенең Мәскәүҙәге Кунцево дачаһында йыш ҡына әҙерләр булғандар.
Чанахи | |
| |
Милли аш-һыу | |
---|---|
| |
Авторы | |
Тыуған иле | |
Компоненттар | |
Төп | |
Булыуы мөмкин |
тәмләткес үләндәр, баклажан, томат, кинзә |
Оҡшаш аҙыҡтар | |
гуляш, рагу | |
Викимилектә медиафайлдар Чанахи |
…Он любил выдумывать и заказывать блюда, неизвестные нам. Например, он стал заказывать поварам и постепенно совершенствовать одно блюдо: не то суп, не то второе. В большом котле смешивались баклажаны, помидоры, картошка, чёрный перец, лавровый лист, кусочки нежирного бараньего мяса — и все доводилось до готовности. На стол это блюдо подавалось в горячем виде. Когда открывали котел, то шел приятный аромат. Туда добавляли кинзу и другие травы. Блюдо было очень вкусным. Сталин дал ему название «Арагви».
— Анастас Микоян[1]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рецепт «Чанахи» с фотографиями
- Борис Бурда о чанахи 2017 йыл 18 май архивланған.