Чавчавадзе Илья Григорьевич

Кенәз Илья Григорьевич Чавчавадзе ილია ჭავჭავაძე; 27 октябрь [8 ноябрь1837 — 30 август [12 сентябрь1907) — грузин шағиры, публицист, Грузияның милли бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүсе милләтсе (националист)[1][2][3]. XX быуаттың[4] иң билдәле милли фигураларының береһе, хәҙерге Грузин дәүләтендә «Ватан атаһы» тип ҡарала[5]. 1987 йылда Илия Праведный исеме менән Грузия православие сиркәүе тарафынан изгеләштерелә.

Чавчавадзе Илья Григорьевич
груз. ილია ჭავჭავაძე
Тыуған урыны:

Кварели, Грузин губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат булған урыны:

Цицамури, Тифлисс губернаһы, Рәсәй империяһы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

грузин, рус

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәйәси эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Чавчавадзе кенәз ырыуының кварель тармағы вәкиле. Санкт-Петербург университеты юридик факультетының камераль бүлегендә белем ала; 1861 йылда, дүртенсе курста, ул ваҡыттағы «студенттар тарихы» эҙемтәһендә университетты ташлай.

1864 йылдың башында, Кавказ наместниклығы сиктәрендә крәҫтиәндәрҙең азатлыҡ реформаһы барышында, Чавчавадзе алпауыттарҙың һәм крәҫтиәндәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен асыҡлау өсөн Кутаиси генерал-губернаторы ҡарамағындағы махсус йөкләмәләр башҡарыусы чиновник Кутаиси губернаһына ебәрелә.

18641868 йылдарҙа — Тифлисс губернаһы Душетск өйәҙенең мировой аралашсыһы, һуңынан, 1874 йылда, шул уҡ өйәҙҙә — мировой судья. Грузин халҡы араһында грамоталылыҡты таратыу йәмғиәтенең рәйесе булып тора. 1906 йылдың 7 апрелендә дворян йәмғиәттәренән Дәүләт советы ағзаһы итеп һайлана.

Үлтерелеүе

үҙгәртергә

1907 йылдың 30 авгусында Илья тормош иптәше Ольга менән Тбилисиҙан Сагурамоға асыҡ коляскала сәйәхәт итә[6]. Цицамури эргәһендә уларҙы Гигла Бербичашвилиҙың ҡораллы бандаһы (Георгий Хизанишвили, Павле Апциаури, Иване Инашвили) көтөп тора һәм туҡтата[6] Ильяның, «Мин Илья, атмағыҙ», тиеүенә Гигла, «Тап бына Илья булғаның өсөн атырға тейешбеҙ», тип яуаплай. Атыу тауышы яңғырай. Вахтанг Гурулиҙың китабында ярыуҙың рәсми актына сағыштырыу һәм уны ошо осорҙоң билдәле табибы Иашвилиҙың тәнҡите бирелә; атап әйткәндә, Иашвили Ильяға актта күрһәтелгәнсә, алдан түгел, ә арттан атҡандар, тип билдәләй[6]. Гурули, атыу бер нисек тә Бербичашвили бандаһы тарафынан башҡарыла алмай, сөнки улар алғы яҡта тора, ти. Атыу хатта бандиттар ҙа белмәгән икенсе засаданан яһала[6].

Был енәйәт асылмаһа ла[7], тарихта уның большевиктар ҡулы менән башҡарылыуы тураһында версия киң таралыу ала[4][8][9]. Профессор Анна Гейфман Рәсәй империяһындағы террорға арналған хеҙмәтендә был осорҙа Грузияла большевик Филипп Махарадзе етәкселегендәге социал-демократтар менән «бөйөк Илья» — кенәз Чавчавадзе етәкселегендәге демократ-националистар араһында аяуһыҙ көрәш барыуына күрһәтә. Большевиктарға Чавчавадзеның үҙ программаларын асыҡтан-асыҡ тәнҡитләүе оҡшамай, сөнки был уларҙың сәйәси позицияларын ҡаҡшата. Тарихсы кенәзде сәйәси юҡ итеү өсөн төп сәбәп булып уның ҙур популярлығын билдәләй: ул кешеләрҙе, бигерәк тә крәҫтиәндәрҙе, национал-демократтарҙың эшенә йәлеп итә һәм шуның менән уларҙы радикал социализмдан алыҫлаштыра. Большевиктар Илья етәкселегендәге национал-демократтар менән намыҫлы дәғүәселек итергә һәләтһеҙ булып сыға һәм урындағы «Могзаури» («Сәйәхәтсе») большевистик гәзитендәге яла яғыу кампанияһы һөҙөмтә бирмәгәс, уға үлем хөкөмө сығарыла[4]. Урындағы большевиктар[10] үлтереште йәшерен полиция ойоштороуын белдерә һәм уның сәбәбе итеп Чавчавадзеның рустарға ҡаршы позицияһын атай.

1857 йылда уҡ Чавчавадзе «Цискари» («Таң») грузин журналында бер нисә ҙур булмаған шығыр баҫтыра; һуңынан уның әҫәрҙәре «Дроэба» («Ваҡыт») гәзитендә, «Кребули» («Йыйынтыҡ»), үҙе асҡан «Сакартвелос Моамбе» («Грузин хәбәрҙәре») һәм "Иверия"лаһәм әле лә нәшер ителгән «Моамбе» грузин журналындаи донъя күрә. «Эпизод из жизни разбойников», «Призрак», «Дмитрий Самопожертвователь», «Отшельник» һәм «Мать и сын» поэмалары; «Кациа-Адамиани» ("Грузин хәбәрҙәре"ндә, 1863 һәм айырым Санкт-Петербургта), «Рассказ нищего» (там же и отдельно), «Сцены из первых времен освобождения крестьян» («Кребуль», 1865 и отдельно), «Письма проезжего» («Кребуль», 1864), «Вдова из дома Отара» («Иверия», 1888), «Странная история» («Моамбе»), «Рождественский рассказ» һәм «У виселицы» («Иверия») повестары һ.б. Чавчавадзе үҙе иҫән сағында уның бер нисә бәләкәй шиғыры һәм «Отшельник» поэмаһы рус теленә тәржемә ителә. Уларҙың бер өлөшө Тифлистә нәшер ителгән айырым йыйынтыҡта, бер өлөшө «Русская Мысль», «Живописное Обозрение», «Вестник Европы» һ.б. баҫмаларҙа донъя күрә. «Отшельник» поэмаһы инглиз теленә һәм проза формаһында француз теленә тәржемә ителә. Немец телендәге бер нисә бәләкәй шиғыры «Georgische Dichter» (Лейпциг, 1886; Дрезден, 1900) йыйынтығына индерелә. Чавчавадзе А. С. Пушкинды, М. Ю. Лермонтовты, Тургеневты, Гейнены, Фридрих Шиллерҙы һәм Иоганн Вольфганг Гётены грузин теленә тәржемә итә. Кенәз Иван Мачабели менән берлектә Уильям Шекспирҙың "Король Лир"ын ауҙара. Сәйәси, публицистик, тәнҡит һәм педагогик йөкмәткеле бик күп мәҡәләләр, шулай уҡ Григорий Дмитриевич Джамбакуриан-Орбелианиҙың шиғырҙар китабына баш һүҙ яҙа. Патриотик ҡарашта тора. «Армянские ученые и вопиющие камни» (1902 йыл) мәҡәләһе рус теленә тәржемә ителгәс, урындағы әрмән матбуғатында шау-шыу тыуҙыра. Грузияла В. Величконың әрмәндәргә ҡаршы мәҡәләләрен ҡабаттан баҫтыра[11].

«Иверия» журналына етәкселек итә, 1895—1896 йылдарҙа Сосо атлы шағирҙың — был псевдоним менән үҫмер Сталин, духовная семинария уҡыусыһы ижад итә — ете шиғырын баҫтыра.

 
Кенәз Чавчавадзены Тбилисиҙа — процессия Сион ғибәҙәтханаһы эргәһенән үтә
 
Мтацминда пантеонында Илья Чавчавадзе ҡәберендәге һәйкәл
 
Почта маркаһы СССР, 1958 йыл
 
Чавчавадзеның 20 лари дәрәжәһендәге грузин купюраһындағы һүрәте
  • Шағирҙың мемориаль музейҙары Сагурамолағы биләмәһендә (1951), Кварели ауылында(1937), Тбилисиҙа асыла (1957).
  • Чавчавадзе исемен Көнбайыш европа телдәре һәм мәҙәниәте университеты йөрөтә. 2006 йылда, Сулхан Саба исемендәге педагогия университеты менән берләштереү һөҙөмтәһендә, Илья Чавчавадзе исемендәге дәүләт университеты ойошторола.
  • 1958 йылда Чавчавадзеға арналған СССР почта маркаһы сығарыла.
  • Чавчавадзеның һүрәте 20 лари дәрәжәһендәге грузин купюраһында урынлаштырыла.
  • СССР-ҙа исеме Батуми дәүләт драма театрына бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ghia Nodia.
  2. Suny, R. G. The making of the Georgian nation / R. G. Suny. — 2nd ed. 
  3. Tobias Debiel, Axel Klein, Stiftung Entwicklung und Frieden ,.
  4. 4,0 4,1 4,2 Гейфман А. Революционный террор в России, 1894—1917/ Пер. с англ. Е. Дорман. — М.:КРОН-ПРЕСС, 1997—448 с.
  5. Socialism in Georgian Colors: The European Road to Social Democracy, 1883—1917, Stephen F. Jones
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Гурули, Вахтанг. От Ильи до Ильи, Тбилиси, 2006 ISBN 99940-61-09-7
  7. Михаил Александрович Бахтадзе, Мераб Вачнадзе, Вахтанг Гурули История Грузии (с древнейших времен до наших дней). TXT. Тбилиси: Тбилисский государственный университет, 1993
  8. Alexander Mikaberidze. Historical Dictionary of Georgia. — Lanham, Maryland • Toronto • Plymouth, UK: he Scarecrow Press, Inc., 2007. — 734 с. — (Historical Dictionaries of Europe, No. 50). — ISBN 978-0-8108-5580-9.
  9. Simon Sebag Montefiore. Young Stalin. — 2008. — 734 с. — ISBN 1552787079.
  10. Гургенидзе, «Убийство Ильи Чавчавадзе», 8, 12, АС. Убийцы забрали кошелёк Чавчавадзе и серьги его жены, чтобы скрыть истинные причины убийства, придав ему видимость обычного нападения ради грабежа и направив полицию по ложному следу (Речь 303 [10 декабря 1908])
  11. Ҡалып:Книга:Ronald Grigor Suny:Looking toward Ararat

Һылтанмалар

үҙгәртергә