Цербер
Кербер[1] (боронғо грек телендә Κέρβερος) йәки Це́рбер (лат. Cerberus) — өс башлы эт, үлеләр батшалығынан Аидтан сығыу юлын һаҡлай; Тифон һәм Ехиднанан тыуған. Ул үлгәндәргә тереләр донъяһына кире ҡайтырға, ә тереләргә үлгәндәрҙе күрергә рөхсәт итмәй. Мифтарҙың береһендә этте ҡатыны Евридика артынан Аидҡа төшкән Орфейҙың йыры таң ҡалдыра. Церберҙы урлау Гераклдың һуңғы батырлығы була. Герой үлеләр батшалығына төшә, ер аҫты донъяһы аллаларынан, яланғас ҡулдары менән уны еңә алһа, өс башлы эт сығарырға рөхсәт ала. Геракл Церберҙы буйһондора ала һәм Еврисфей янына алып китә. Микен батшаһына күрһәткәс, этте үлеләр донъяһына алып баралар.
Цербер | |
Κέρβερος | |
Цербер. Антик скульптура фрагменты. Ираклион археологик музейы | |
Мифология | |
---|---|
Латинса яҙылышы |
Cerberus |
Заты |
арлан |
Шөғөлө |
үлеләр батшалығын һаҡлаусы |
Атаһы |
Тифон |
Әсәһе |
Ехидна |
Туғандары |
Немей арыҫланы, Орф, Лерней гидраһы, Химера |
Бәйле ваҡиғалар |
Гераклдың 12-се батырлығы |
Башҡа мәҙәниәттә |
герман-скандинав мифологияһында |
Цербер Викимилектә | |
Этимологияһы
үҙгәртергәБыл исемдең этиологияһы асыҡланмаған. Бер нисә версия бар. Уларҙың береһе буйынса, ул алла Яманың (Яма) эттәренең береһе менән бәйле[2].
Икенсе этимологияны Брюс Линкольн тәҡдим итә. Ул Керберҙы скандинав мифологияһы буйынса билдәле һаҡсы-эт Гарм исеме менән бәйләй. Брюс Линкольн ике исемде лә боронғо һинд-европа тамырҙарына бәйләй *ger- «рычать» (бәлки, суффикстар менән -*m/*b һәм -*r)[3].
Антик яҙыусылар һүҙҙең килеп сығышын «creoboros» (ит ашаусы)[4], «Ker berethrou» [5], Κῆρες (үлгәндәрҙең йәндәре) һәм βιβρώσκω (ашайым) тигән һңҙҙәр, «хәүеф» һүҙенең синонимы[1] һ. б. менән бәйләп аңлата. Ләкин хәҙерге лингвистар уны раҫламай.
Мифтар
үҙгәртергәСығышы, тышҡы ҡиәфәте, функциялары
үҙгәртергәАид эте тураһында беренсе тапҡыр боронғо грек әҙәбиәтендәГомерҙың «Илиада»һында телгә алына[6][7]. Уның исеме тәүге тапҡыр Гесиодтың Теогонияһында телгә алына. Унда ул — Ехидна менән Тифондың улы, илле башлы ҡот осҡос эт[8]. Антик сығанаҡтарҙа баштарҙың һаны берҙән йөҙгә тиклем, шулай уҡ Церберҙың ҡиәфәте лә үҙгәреп торорға мөмкин[9]. Иң боронғо һүрәттәрҙә ул башлы[10]. Уның образына йыландар өҫтәлергә мөмкин. Антиклыҡтың һуңғы осорҙарында Цербер өс башлы эт тигән фекере нығына, ә уртаһындағы арыҫлан башы булыуы ихтимал[11].
Цербер тамуҡ ҡапҡаһын һаҡлай. Үлгәндәрҙе ул сығармай, ә тереләрҙе индермәй[12][13]. Боронғо Грецияла үлеләр донъяһы тураһында бындай ҡараш ерләү үҙенсәлектәренә лә йоғонто яһай. Ерләү алдынан үлгәндәрҙең ҡулына Цербер өсөн баллы ҡамыр һалалар.
Орфей һәм Эней
үҙгәртергәГрек-рим мифологияһында яҡынса 15 персонаж Аидҡа килә һәм иҫән-һау сыға ала[14]. Антик яҙыусылар уларҙың Цербер менән осрашыуының ике осрағын һүрәтләй. Орфей, Эвридиканы ҡотҡарырға уйлап, үлеләр батшалығына төшә. Үҙенең йырлауы менән ул Стикс йылғаһы аша сығарыусы Харонды, Церберҙы, судьяларҙы һәм алла Аидтың үҙен хайран ҡалдыра[15].
Энейҙы Аида батшалығына алып барыусы ролен үтәгән Кум сивиллаһы өс башлы Церберға йоҡо дарыуы һалынған көлсә бирә. Эт йоҡлап киткәндән һуң, улар артабан китә[16].
Гераклдың батырлығы
үҙгәртергәГераклдың Аид Церберын буйһондороуы Гесперид алмаһын ҡулға төшөрөүҙән[17] алдағы һәм Евресфейҙың бойороғо буйынса башҡарылған һуңғы батырлыҡ тип ҡабул ителә[18][7].
Геракл ер аҫты батшалығына төшә. Грецияла, урындағы мифтар буйынса, Геркулес ер аҫты донъяһына инеп сыҡҡан бер нисә урын булған. Страбон Пелопоннестың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Тенарон моронондағы ер аҫты батшалығы менән бәйле мәмерйәнең урынлашыуы тураһында версияны еткерә[19]. Павсаний шундай ике урынды тасуирлай — Эрмиониҙағы Хтония ғибәҙәтханаһы артында[20] һәм Беотиялағы Коронияла[21]. Ксенофонт мәмерйәнең Кесе Азияла урынлашыуы тураһында версия килтерә[22].
Аидҡа ингән урынға барып еткәс, ул бығауланған Тесейҙы һәм Пирифояны күрә, улар азат итеүҙе үтенә. Геракл тик Тесейҙы ғына азат итә ала. Ул Аидты күреп, уға Церберҙы биреүҙе һорай. Ул, әгәр Геркулес яланғас ҡулдары менән этте еңһә, алырға рөхсәт итә. Геркулесты немей арыҫланының тиреһе һаҡлай, ул ҡулдары менән эттең муйынын һыға һәм үҙенә буйһондора[23].
Цербер ҡояш яҡтылығын күргәс, тарҡылаша башлай. Өс башлы эттең күбегенән ағыулы үлән — айыутабан үҫкән. Һуңынан уны Медея ағыу әҙерләү өсөн ҡуллана[24]. Геракл, Еврисфейға йыртҡысты күрһәтеп, Церберҙы кире Аидҡа алып бара[23][25].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Николай Петрович Обнорский. Цербер, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Mallory, 2006, p. 439
- ↑ Lincoln, 1991, p. 96—97
- ↑ Ogden, 2013
- ↑ Room, 2003
- ↑ Ҡалып:Книга:Гомер:Илиада
- ↑ 7,0 7,1 Roscher, 1890—1894, Kerberos
- ↑ Гесиод, 2001, Теогония 310—312, с. 30
- ↑ Гораций, 1993, Оды. Книга вторая. 12 32—33
- ↑ Клейн, 1998, с. 351
- ↑ Николай Петрович Обнорский. Цербер, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Гесиод, 2001, Теогония 770—774, с. 43—44
- ↑ Cerberus (ингл.). Encyclopaedia Britannica. Дата обращения: 8 август 2019.
- ↑ Гигин Мифы, 2000, 251. Кто соизволением парок вернулся из подземного царства
- ↑ Грейвс, 1992, Орфей (c), с. 70
- ↑ Вергилий, 1979, Энеида Книга VI 417—423
- ↑ Софокл, 1988, Трахинянки 1103—1106
- ↑ Еврипид, 1999, Геракл 24—26
- ↑ Страбон, 1994, Книга VIII V (1), с. 345
- ↑ Павсаний, 1996, Книга II, 35 (11)
- ↑ Павсаний, 1996, Книга IX, 34 (5)
- ↑ Ксенофонт Анабасис, 1951, Книга VI. Глава II, 2
- ↑ 23,0 23,1 Аполлодор, 1972, Книга II. V (12)
- ↑ Овидий Метаморфозы, 1977, Книга VII 406—419
- ↑ Грейвс, 1992, Двенадцатый подвиг: пленение Кербера
Әҙәбиәт
үҙгәртергәАнтик сығанаҡтар
үҙгәртергә- Аполлодор. Мифологическая библиотека / Перевод, заключительная статья, примечания, указатель В. Г. Боруховича. — Л.: Наука, 1972.
- Вергилий. Энеида // Буколики. Георгики. Энеида. — М.: Художественная литература, 1979.
- Гераклит-парадоксограф Опровержение или исцеление от мифов, переданных вопреки природе // Вестник древней истории / Перевод с древнегреческого, вступительная статья и комментарии В.Н. Ярхо. — 1992. — № 3.
- Гесиод. Полное собрание текстов / Вступительная статья В.Н.Ярхо. Комментарии О.П.Цыбенко и В.Н.Ярхо. — М.: Лабиринт, 2001. — 256 с. — (Античное наследие). — ISBN 5-87604-087-8.
- Гигин. Мифы / Перевод с латинского, комментарий Д. О. Торшилова под общей редакцией А. А. Тахо-Годи. — СПб.: Алетейя, 2000. — 360 с. — (Античная библиотека). — ISBN 5-89329-198-0.
- Гомер. Илиада / пер. Н. И. Гнедича. Изд. подг. А. И. Зайцев. — Л.: Наука, 1990.
- Гораций. Собрание сочинений. — СПб.: Биографический институт, Студия биографика, 1993.
- Еврипид. Трагедии в 2 томах / пер. И. Ф. Анненский ; отв. ред. М. Л. Гаспаров ; вступит. ст. В. Н. Ярхо ; Российская академия наук [РАН]. — М.: Ладомир, 1999. — ISBN 5-86218-157-1.
- Ксенофонт. Анабасис / Перевод, вступительная статья и примечания М. И. Максимовой.. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1951.
- Овидий. Метаморфозы / Перевод с латинского С. В. Шервинского. Примечания Ф. А. Петровского.. — М.: Художественная литература, 1977.
- Павсаний. Описание Эллады / Перевод и примечания С. П. Кондратьева под редакцией Е. В. Никитюк. Ответственный редактор проф. Э. Д. Фролов.. — СПб.: Алетейя, 1996. — ISBN 5-89329-006-2.
- Палефат. О невероятном / пер. с др.-греч., вст. ст. и комм. В. Н. Ярхо // Вестник древней истории. — М. : Наука, 1988.
- Плутарх. Сравнительные жизнеописания в двух томах / Перевод С. П. Маркиша, обработка перевода для настоящего переиздания — С. С. Аверинцева, переработка комментария — М. Л. Гаспарова.. — второе. — М.: Наука, 1994.
- Софокл. Трагедии / Перевод с древнегреческого С. В. Шервинского. — М.: Художественная литература, 1988.
- Страбон. География в 17 книгах / Перевод, статья и комментарии Г. А. Стратановского под общей редакцией проф. С. Л. Утченко.. — М.: Ладомир, 1994.
Хәҙерге әҙәбиәт
үҙгәртергә- Браво Б., Випшицкая-Браво Е. СПб.: Лань, 1999. — 448 с. — (Мир культуры). — 3000 экз. — ISBN 5811401043. / Науч. ред. М. В. Белкин. —
- Грейвс Роберт. Мифы Древней Греции. — М.: Прогресс, 1992. — 624 с. — (Антропология, этнография, мифология, фольклор). — ISBN 5-01-001587-0.
- Данте Алигьери. Божественная комедия. Новая ЖизньМ.: Иностранка, Азбука-Аттикус, 2019. — 768 с. — (Иностранная литература. Большие книги). — ISBN 978-5-389-06131-6. / Перевод с итальянского, вступительная статья и комментарии к "Божественной Комедии" Михаила Лозинского. —
- Клейн Л. С. Анатомия Илиады. — СПб.: Издательство Санкт-Петербургского университета, 1998. — 560 с. — ISBN 5-288-01823-5.
- Лосев А. Ф. Мифология греков и римлян / сост. А. А. Тахо-Годи; общ. ред. А. А. Тахо-Годи и И. И. Маханькова. — М.: Мысль, 1996. — 975 с. — ISBN 5-244-00812-9.
- Николай Петрович Обнорский. Цербер, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Цербер / А. В. Стрелков // Хвойка — Шервинский. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9.
- Тахо-Годи А. А. Кербер // Мифы народов мира / Главн. ред. С. А. Токарев. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 524.
- Lincoln B. The Hellhound // Death, War, and Sacrifice: Studies in Ideology & Practice (инг.). — Chicago: The University of Chicago Press, 1991. — ISBN 0-226-48199-9.
- Mallory J. P., Adams D. Q. The Oxford Introduction to Proto-Indo-European and the Proto-Indo-European World (инг.). — Oxford: Oxford University Press, 2006. — ISBN 978-0-19-928791-8.
- Moog-Grünewald Maria. Mythenrezeption. Die antike Mythologie in Literatur, Musik und Kunst von den Anfängen bis zur Gegenwart (инг.). — Stuttgart • Weimar: Verlag J. B. Metzler, 2008. — ISBN 978-3-476-00080-4.
- Ogden Daniel. Drakōn. Dragon Myth and Serpent Cult in the Greek and Roman Worlds (инг.). — Oxford: Oxford University Press, 2013. — ISBN 978-0-19-955732-5.
- Quattrocchi Umberto. Cerbera // CRC World Dictionary of Plant Names: Common Names, Scientific Names, Eponyms, Synonims and Etymology (инг.). — Boca Raton • London • New York • Washington DC: CRC Press, 2000. — Vol. I. — ISBN 0-8493-2675-3.
- Room Adrian. Who's Who in Classical Mythology (инг.). — Gramercy, 2003. — 352 p. — ISBN 0517222566.
- Kerberos // Ausführliches Lexikon der griechischen und römischen Mythologie (нем.) / Roscher Wilhelm Heinrich. — Leipzig: Druck und Verlag von B. G. Teubner, 1890—1894. — Bd. II, Abteilung 1. — Ҡалып:-..
- Kretschmar, Freda. Hundestammvater und Kerberos, Bd 1-2. — Stuttgart: Strecker und Schröder, 1938. (нем.)