Айыутабан (рус. Боре́ц, Акони́т, лат. Aconítum) — лютиктар ғаиләһенә ингән уҡ япраҡлы, төрлө төҫтәге өйкөм сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек; бал ҡорттары уның татын һәм һеркәһен яратып йыя.

Айыутабан
Айыутабан
Борец клобучковый (Aconitum napellus)
типовой вид рода
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Aconitum L., (1753)

Төр өлгөһө
Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18411
NCBI  49188
EOL  53012
GRIN  g:112
IPNI  326013-2
Йомғаҡлы айыутабан. О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация
Сәскә һәм уның диаграммаһы.
Сыбар айыутабан (Aconitum variegatum)

Таралышы

үҙгәртергә

Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: имәнлек айыутабаны һәм бүре айыутабаны. Имәнлек айыутабаны ҡоро болонда һәм ташлы далала, бүре айыутабаны урманда, аҡланда, урман буйында, тау болононда үҫә; республиканың бөтә биләмәһендә, йышыраҡ урманлы һәм таулы райондарҙа таралған.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 80—200 см. Япрағы бармаҡ бүленешле йәки теленмә. Сәскәһе торҡа һымаҡ, һары, шәмәхә төҫөндә, сәскәлеге — тәлгәш, июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп япраҡлы, июль—августа өлгөрә.

Декоратив һәм ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар, медицинала ҡулланыла.


Төрҙәр теҙмәһе

үҙгәртергә

Ырыу үҙенә 250—300 төрҙө берләштерә. Улар Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Рәсәй биләмәләрендә 75 төрө билдәле. Шуларҙың бер нисәһе:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Г. Д.Зәйнуллина.Умартасылыҡ һүҙлеге. 2001 й. Өфө. 255 бит. ISBN 5-295-02 844-5
  • Агапова Н. Д. Семейство лютиковые (Ranunculaceae) // Жизнь растений. В 6-ти т. Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — М.: Просвещение, 1980. — С. 210—216.
  • Штейнберг Е. И. Род 525. АКОНИТ или БОРЕЦ — ACONITUM L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1937. — Т. VII. — С. 183—236. — 792 + XXVI с. — 5200 экз.
  • Гиляров М. С. Биологический энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — С. 15. — 831 с.
  • Гаммерман А. Ф., Гром И. И. Дикорастущие лекарственные растения СССР. — М.: Медицина, 1976. — 288 с.
  • Gardeners’ Encyclopedia of Plants & Flowers. — Dorling Kindersley Limited, London, 1995.

Һылтанмалар

үҙгәртергә