Цветкова Матрёна Дмитриевна
Цветкова Матрена Дмитриевна (Лаврентьева) (7 ноябрь 1924 — 7 ноябрь 2014) — совет колхозсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
Цветкова Матрёна Дмитриевна | |
рус. Матрёна Дмитриевна Цветкова | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Матрёна Дмитриевна Лаврентьева |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1924[1] |
Тыуған урыны | Янтиково[d], Яльчикский район[d], Сыуаш АССР-ы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 ноябрь 2014[1] (90 йәш) |
Вафат булған урыны | Батыревский район[d], Сыуашстан, Рәсәй |
Туған тел | урыҫ теле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМатрёна Дмитриевна Цветкова Сыуаш автономиялы өлкәһенең Янтиково ауылында (хәҙер Сыуаш Республикаһының Яльчик районы), Ҡыҙ фамилияһы Лаврентьева. Кошки-Куликеевский башланғыс һәм ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
Колхозда эшләй, 1941 йылдың октябренән 1943 йылдың февраленә тиклем — Яльчик крахмал заводының киптереү цехында бригадир крабулып эшләй.
1943 йылдан — бригадир, Ворошилов исемендәге колхоздың (һуңынан «Еңеү» колхозы) баҫыусылыҡ звеноһында звено башлығы .
1947 йылда уның звеноһы 8 гектар майҙанда 38,12 центнер бойҙай үҫтереп ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 19 мартындағы указы менән 1947 йылда колхоздың дәүләткә мотлаҡ һатыу йөкләмәләрен үтәүҙә юғары уңыш алғаны һәм 1948 йылғы яҙғы сәсеү өсөн иген культуралары орлоғо менән тәьмин ителеше өсөн Матрёна Дмитриевна Лаврентьеваға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә [2].
Матрена Дмитриевна 1948 йылда Иван Дмитриевич Цветковҡа кейәүгә сыға һәм Батыревский районының Кесе Батырево ауылына күсеп килә. Тәүҙә «Ҡыҙыл Батырево» колхозында эшләй, унда башта звено башлығы, ә 1950—1953 йылдарҙа күк һағыҙ үҫтереү буйынса бригадала баҫыусы булып эшләй.
1976 йылдан пенсияла. Матрёна Дмитриевнаның 8 балаһы була.
Наградалары
үҙгәртергә- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы» миҙалы
- I һәм II дәрәжә Әсәлек миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда передовикам сельского хозяйства Чувашской АССР» от 19.03.1948 г. // Ведомости Верховного Совета СССР. — № 12 (511). — 04.04.1948.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Краткая чувашская энциклопедия. Алексей Александрович Трофимов, Чувашский государственный институт гуманитарных наук. Чувашское книжное изд-во, 2001. — 525 с.
- Женщины-матери земли Чувашской, Том 3. Дмитрий Егорович Егоров. Чувашский гос. педагог. университет им. И. Я. Яковлева, 2003. — 276 с.