Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы
Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы (10 март 1920 йыл — 10 март 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, старшина. 1953—1980 йылдарҙа Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы 3-сө автомобиль ремонтлау заводында слесарҙар бригадиры. Дан орденының тулы кавалеры. Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре.
Биографияһы
үҙгәртергәХөрмәт Хәмзә улы Хөсәйенов 1920 йылдың 10 мартында БАССР-ҙың Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Башҡорт. 1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Мәктәптең 7 класын тамамлаған. Раскулачивать иткәндән һуң, ғаиләһен Черниковск ҡалаһына (хәҙерге Өфө ҡалаһының Орджоникидзе һәм Калинин райондары) күсергәндәр. Мотор заводында слесарь булып эшләгән.
Ҡыҙыл Армияға 1940 йылдың 23 октябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы Сталин район хәрби комиссариатынан алына. Уҡытыу батальонына ебәрелгән. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, пулемётсы булып хеҙмәт иткән. 1942 йылдың октябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Сталинград янындағы һуғыштарҙа 300-сө уҡсылар дивизияһы 53-сө уҡсылар полкының отделение командиры булған. Таганрог ҡалаһы янындағы яуҙа яраланған. Госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң фронттың алғы һыҙығында Донецк, Макеевка, Мелитополь ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ҡаты алыштар менән Перекоп аша уҙған, Сиваш йылғаһын форсировать иткән. 1-се Белорус фронты составында польша ҡалалары Варшава, Люблин, Познанды азат иткән. Берлин ҡалаһын штурмлауҙа ҡатнашҡан.
1946 йылдың июнендә старшина Хөсәйенов Х. X. демобилизациялана. Башҡортостанға әйләнеп ҡайта, туған колхозында эшләй. 1948 йылда Хөрмәт Хәмзә улы тыуған ауылын ташлап китергә мәжбүр була. Тажикстандағы Гарма ҡалаһында төпләнә, мәктәптә военрук булып эшләй.
1953 йылдан Сәмәрҡәнд ҡалаһында йәшәгән. 27 йыл дауамында, хаҡлы ялға китер алдынан, 3-сө Сәмәрҡәнд авторемонт заводында слесарҙар бригадиры булып эшләгән. «Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була.
2002 йылдың 10 мартында вафат була[1].
Батырлығы
үҙгәртергә435-се истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкының орудие командиры (1-се Белорус фронты 69-сы армияның 8-се айырым истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы) өлкән сержант Хөрмәт Хөсәйенов 1944 йылдың 20 авгусында польша ҡалаһы Пулавы районында, Висла йылғаһының һул ярында плацдарм киңәйткәндә дошмандың танкыға ҡаршы пушкаһын ҡыйратҡан һәм пулемёт утын туҡтатҡан, шуның менән уҡсы подразделениелары уңышҡа өлгәшкән. СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылғы 22 сентябре Указы менән немец-фашист баҫҡынсылары менән көрәшкәндә командование заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн, өлкән сержант Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән.
1945 йылдың 14 ғинуарында Пулавы (Польша) ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышында ун ярым километрҙа урынлашҡан Лавецк-Нове тораҡ пункты янында старшина Хөсәйенов Х.X. күҙәтеү пунктын (НП) һәм дошмандың ундан артыҡ һалдатын юҡ иткән. Польша ҡалаһы Познань эргәһендәге һуғыштарҙа оҫта артиллерист асыҡ позицияларҙан миномёт утын туҡтатҡан, взводҡа яҡын пехота һалдатын таратты. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдағы 8 март Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшкәндә командование заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн, өлкән сержант Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән.
Лебус ҡалаһының (Германия) көнбайыш ситендә 1945 йылдың 17 апрелендә старшина Хөрмәт Хөсәйенов орудие уты менән танкыға ҡаршы пушканы, ике пулемётты һәм унға яҡын гитлеровсы һалдатты сафтан сығарған. СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдағы 15 май Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы көрәшкәндә командование заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн, өлкән сержант Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы 1-се дәрәжә Дан ордены (№ 1746) менән бүләкләнгән.
Наградалары
үҙгәртергә1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәле Дан ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәтер
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылының урамдарының береһе Хөрмәт Хөсәйенов исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы . «Герои страны» сайты.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Несокрушимые. Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Уфа. Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.