Хәҙисә
Хәҙисә— башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәХәҙисә башҡорт телденә ғәрәп теленән ингән, «хикәйә», «ваҡиға» тигәнде аңлата. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡатынының исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәФәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1 август 1938 йыл) — дерматовенеролог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).
Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (27 ғинуар 1950 йыл) — тел белгесе, филолология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008).
Хәҙисә Мостафа ҡыҙы Йәлилова (30 декабрь 1918 йыл — 3 ноябрь 2000 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны, Муса Йәлилдең кесе һеңлеһе.1942 йылда үҙе теләп армия хеҙмәтенә китә.Брянск фронт штабының айырым элемтә полкында хеҙмәт итә.1943 йылда 10 йылға хөкөм ителә, 1952 йылда аҡланып азат ителгәндән һуң, Ырымбурҙа мелиоратор булып эшләп лайыҡлы ялға сыға.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәХәҙисә бинт Хувәйлид(ғәр. خديجة بنت خويلد, 555—619) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең беренсе һәм вафатына тиклем берҙән-бер ҡатыны булған. Башҡа ҡатындарға Мөхәммәт пәйғәмбәр ул баҡыйлыҡҡа күскәс кенә өйләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |