Хәлимә (исем)
Хәлимә — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән таралған мосолман ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәХәлимә — «йомшаҡ күнелле», «мәрхәмәтле» мәғәнәһен аңлатҡан ҡыҙ балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].
Борондан һәр ғаиләлә исем атауҙың бер системаһы һаҡлана килә. Был башҡорттарҙа әле лә киң таралған күренеш.Мәғәнәһе менән бер-береһенә яҡын һүҙҙәрҙе исем итеү алыу бер ғаилә эсендә күҙәтелә.Бер туғандарға шулай уҡ ишле исемдәр ҙә ҡушыла:Хәлим—Хәлимә; Хәнифә—Хәниф; Ҡәнифә—Ҡәниф һ.б.[2]. |
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәХәлимә («Хәлимә әс-Садия» исеме менән дә билдәле зат (ғәр. حليمة السعدية) — Пәйғәмбәр Мөхәммәт с.ғ.с.-дең Һөт Инәһе. Малайҙы ул дүрт йәшенә тиклем имеҙгән, сөнки баланың әсәһе вафат булып ҡалған. Хәлимә менән уның хәләл ефете әл-Харис ғәрәптәрҙең хауазин ырыуынан Сад ибн Бәкр араһынан булған.
Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева (27 декабрь 1900 йыл — 2 апрель 1972 йыл) — педагог. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. ВКП(б) ағзаһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).
Хәлимә Ғәббәсова () — йәш йырсы.
Хәлимә Шакир ҡыҙы Искәндәрова (29 май 1940 йыл, Үзбәкстан ССР, Ташкәнт) — драма актеры, 1963 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры артисы. Татарстандың атҡаҙанған (1992) һәм халыҡ (2020) артисы.
Сәнғәттә
үҙгәртергә«Хәлимә» (йыр) — Мөнир Мазунов һүҙҙәренә Алмаз Монасипов яҙған йыр.
Хәлимәнең сәстәренә Һыуҙар килеште микән? Хәлимә, их, Хәлимә, |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |