Хәким
Хәким — ир-ат исеме.
Хәким |
Этимология
үҙгәртергәХәким — башҡорт теленә ғәрәптәрҙән килеп ингән исем. Аҡыл эйәһе тигәнде аңлата[1]. Ғәрәптәрҙә ғәҙәттә ир-ат исеменә ә һәм а хәрефтәре ҡушылып ҡатын- ҡыҙ исеме яһала. Хәкимә — ҡатын-ҡыҙ исеме. Ҡатын-ҡыҙға ҡарата ҙур аҡыл эйәһе, түрә, ҡатын-ҡыҙ судья, бойороусы, фәйләсуф ҡатын тигән мәғәлә йөрөй[2].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы, Хәким Ғиләжев (1.03.1923—14.11.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист.
- Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы (22 июль 1922 йыл — 26 май 1988) — Башҡорт АССР-ының Учалы МТС-ы комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Бәхтегәрәев Хәким Бәхтегәрәй улы (1903 йыл — 10 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой, кавалерист.
- Ғүмәрский Хәким Хәсән улы (8 июнь 1946 йыл) — ғалим-тау инженеры, хужалыҡ эшмәкәре. Ханты-Манси Автономиялы округының 2-се саҡырылыш Думаһы, Төмән өлкәһенең 2-се саҡырылыш Думаһы депутаты. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), СССР нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1986).
- Мортазин Хәким Фәрит улы (14.03.1975—12.06.2023), театр артисы. 1997 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010).
Фамилияла
үҙгәртергәӘхиәр Хәким, Әхиәр Хәсән улы Хәкимов (23 август 1929 йыл — 27 декабрь 2003 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), тәржемәсе, тәнҡитсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты (1967); Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дәүләкән районының почётлы гражданы.
Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы (ғәр. کریم حاك; «Ҡыҙыл паша»; төп исеме — Ғәбделхәкимов Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы; 28 ноябрь (15 ноябрь) 1890 йыл — 10 ғинуар 1938 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәХәкимиә (мәҙрәсә) — Өфө ҡалаһының 4-се йәмиғ мәсете, Хәкимиә мәсетендә эшләп килеүсе урта дини уҡыу йорто.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |