Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы

Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы (22 июль 1922 йыл — 26 май 1988) — Башҡорт АССР-ының Учалы МТС-ы комбайнсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 22 июль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Сәфәр, Тамьян-Ҡатай кантоны, Бәләкәй Башҡортостан, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 26 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Учалы, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Биографияһы үҙгәртергә

Хәким (Хәкимйән) Ғәйфулла улы Мөхөтдинов 1922 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Сәфәр ауылында тыуа.

Белеме — урта махсус. 1956 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ауыл һәм урман хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумын тамамлай.

1938 йылдан Учалы МТС-ының тракторсылар курсын тамамлағандан һуң, тракторсы булып эшләй башлай.

1941—1942 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша.

Ҡыҙыл Армиянан демобилизацияланғас, комбайнсы, трактор бригадаһы бригадиры, машина-трактор оҫтаханаһы мөдире, механик-Ҡариҙел МТС-ының механик- контролеры, 1949 йылдан — Учалы МТС-ы комбайнсыһы булып эшләй. Хәким Ғәййфулла улы йыл һайын юғарыуңышҡа өлгәшә: 1950 йылда 530 гектар майҙандан иген йыйып ала, 1951 йылда — 650 гектарҙан.

1950 йылда иген культураларын йыйып алыуҙа һәм һәм һуғыуҙа яулаған ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1951 йылдың 8 авгусындағы указы менән X. Ғ. Мөхөтдиновҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1956 йылдың сентябрендә Учалы МТС-ының ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер итеп тәғәйенләнә. 1958 йылдың июленән — Учалы урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1959 йылдың мартында Учалы районы «Совет» колхозының партойошма секретары итеп һайлана. 1960—1965 йылдарҙа — Учалы баш май завод директоры була, 1965—1968 йылдарҙа — "Сельхозтехника"ның Учалы район берекмәһе идарасыһы урынбаҫары, 1968—1974 йылдарҙа — башҡорт АССР-ының Дәүләт һунар инспекцияһы һунарсыһы, 1975—1977 йылдарҙа — "Сельхозтехника"ның Учалы район берекмәһендә инженер, 1977—1984 йылдарҙа — Учалы мелькомбинат директоры.

Мөхөтдинов Хәким Ғәйфулла улы 1988 йылдың 26 майында вафат була.

Наградалары үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.