Хәйруллин Әбделбарый Хәби улы

Хәйруллин Әбделбарый Хәби улы (1 февраль 1955 йыл) — Рәсәй ислам эшмәкәре. Ырымбур Үҙәк йәмиғ мәсете имам-хатибы, Ырымбур өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1994—2015).

Хәйруллин Әбделбарый Хәби улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Ҡуҙбай, Борай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы үҙгәртергә

1955 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ы Борай районы Ҡуҙбай ауылында тыуған.

Өфө авиация институтының технологик факультетына уҡырға инә. Бер йылдан донъяуи белемде дини белем файҙаһына ҡалдыра һәм Исламды өйрәнә башлай.

1977 йылда Бохарала Мир-Ғәрәп мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1982 йылда мәҙрәсәне тамамлағандан һуң Өфө йәмиғ мәсетенең имам-хатибы итеп тәғәйенләнә. 1986 йылда Ташкент университетына уҡырға инә, уны 1990 йылда тамамлай.

1999 йылда ситтән тороп РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын һәм Ырымбур дәүләт университетын тамамлай, унда юрист квалификацияһын ала.

2005 йылдан Ырымбур өлкәһе Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы. 2006 йылда Ырымбур өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы составына инде, милли һәм этноконфессия мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы булды.

Һылтанмалар үҙгәртергә