Хәбибуллин
Хәбибуллин — ир-ат фамилияһы. Хәбибулла исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Хәбибуллина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы (7 ғинуар 1903 йыл — 19 сентябрь 1969 йыл) — башҡорт опера йырсыһы. Башҡорт АССР-ының (1942) һәм РСФСР-ҙың (1949) атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- Хәбибуллин Руслан Әмин улы (27 март 1966 йыл) — опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1997).
- Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы (23 апрель 1917 йыл — 9 ноябрь 1997 йыл — нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙы (5 март 1943 — 22 декабрь 2016) — эстрада артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1987) артисы.
- Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙы (1914 йыл — 1979 йыл) — СССР хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. КПСС-тың Туймазы райкомының икенсе, беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт министры.
- Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы (4 ноябрь 1973, Ишембай ҡалаһы) ― этнограф. Доцент, тарих фәндәре докторы (2011), профессор (2012)[1].
- Хәбибуллин Равмер Хәсән улы (10 июль 1933 йыл — 31 август 2011 йыл) — совет хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, 1987—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
- ↑ Хәбибуллин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.