Хәбибуллин Равмер Хәсән улы

Хәбибуллин Равмер Хәсән улы (10 июль 1933 йыл — 31 август 2011 йыл) — совет хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, 19871990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Хәбибуллин Равмер Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 июль 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Саҡмағош, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 август 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Равмер Хәсән улы Хәбибуллин 1933 йылдың 10 июлендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында тыуған. 1961 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Милләте буйынса башҡорт[1].

  • 1961 −1970 йылдарҙа «Татнефть» берекмәһенең «Альметьевнефть» нефть промыслалары идаралығында: нефть сығарыу буйынса оператор, нефтте һурҙырып ағыҙыу буйынса оператор, партком секретары, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары;
  • 1970—1972 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһенең идаралыҡ начальнигы;
  • 1972—1977 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһе начальнигы урынбаҫары;
  • 1977—1986 йылдарҙа — «Пермнефть» производство берекмәһе генераль директоры;
  • 1986—1987 йылдарҙа — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрлығының капиталь төҙөлөш һәм проектлау идаралығы начальнигы;
  • 1987—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Был дәүерҙә Башҡорт АССР-ының ҡайһы бер райондарында башҡорт телен уҡытыу сикләнә, йә иһә бөтөнләй туҡтатыла.

СССР-ҙың 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана, Юғары Совет Президиумы ағзаһы була, СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).

Равмер Хәбибуллин Октябрь революцияһы ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары, күп кенә миҙалдар менән бүләкләнгән, уға «СССР-ҙың почетлы нефтсеһе» исеме бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә