Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы

земство табибы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы

Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы (14 ғинуар 1878 йыл15 декабрь 1949 йыл) — земство табибы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы. РСФСР‑ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының (1940) атҡаҙанған табибы.Милләте - башҡорт [1]

Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 14 ғинуар 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Оренбургское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 декабрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәбибрахман Ғабдрахман улы Атласов 1878 йылдың 14 ғинуарында Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районыны) Татар Ҡарғалыһы ауылында тыуған.

1904 йылда Ҡазан университетын тамамлағандан һуң Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Сермән ауылы участка дауаханаһы мөдире.

1908 йылдан алып шул уҡ губернаның Орск өйәҙе Темәс ауылында эшләй.

1914—21 йылдарҙа тыуған ауылында баш табип вазифаһында хеҙмәт итә.

1919—22 йылдарҙа ҡайтмалы һәм сабыртмалы тифтарҙы, вабаны бөтөрөүҙә, асығыусыларға туҡланыу пункттары ойоштороуҙа ҡатнаша.

1922 йылдан башлап Өфөлә суд‑медицина эксперты, Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты һаулыҡ һаҡлау бүлегенең 6‑сы амбулаторияһы мөдире, 1936—42 йылдарҙа Өфөнөң үҙәк поликлиникаһында табип‑консультант, 1943—49 йылдарҙа “Башнефть” берекмәһенең үҙе ойошторған поликлиникаһында баш табип булып эшләй.

Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы Башҡортостан тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхес.

«Люди подвига и долга» тигән китапта врач һәм ғалим В.Н. Скачилов былай тип яҙған :

«На самых отдаленных участках Башкирии на территории нынешних Баймакского и Бурзянского районов в годы Столыпинской реакции трудился сельский врач башкир Х.Г. Атласов. Местное население, состоящее в основном из башкир-кочевников, очень любило своего доктора, который поистине самоотверженным трудом, заботливым отношением к простым людям во многом способствовал культурному развитию своего угнетенного народа».[2]

Татар Ҡарғалыһы ауылының бер осо - татарҙарҙан, икенсе осо башҡорттарҙан торған. Күренекле тоҡомдарында хәҙерге көндә һаҡланған шәжәрәнән күренеүенсә, Хәбибрахман Ғабдрахман улы боронғо башҡорт нәҫеленән. Уның ҡатыны Гөлшат Йомағол ҡыҙы Ҡорбанғолова башҡорт ырыуҙарының Рәсәйгә ҡушылыуында ҡатнашҡан Ҡәнзәфәр бей затынан булған [2]

Республика тире-венерология диспансерында Башҡортостан Республикаһының кабинет-музейы бар. Унда һирәк осрай торған китаптар бүлегендә яңыраҡ табылған ике уникаль экспонаттың береһе - сифилис тураһында 1901 йылда уҡ сыҡҡан ﺳﻴﻔﻴﻠﻴﺲ ﻳﺎﻳﺴﻪ ﺁﻭﺮﻭ ﻳﻤﺎﻥ − «Мәкерле ауырыу йәки сифилис» тигән китаптың күсермәһе, уның авторы Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы булған [3]

1949 йылдың 15 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1943, 1949).
  • Ҡатыны - Гөлшат Йомағол ҡыҙы Ҡорбанғолова.
  • Кейәүе - Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (22 март 1911 йыл — 18 июнь 1989 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1958—1972 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары.
  • Ейәнсәре - Күсимова Суфия Ғилман ҡыҙы (5 март 1944 йыл) — ғалим-театр белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә