Хохлов Анатолий Иванович
Анатолий Иванович Хохлов (1 июль 1918 йыл — 11 февраль 1995 йыл) — совет офицеры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Советтар Союзы Геройы (1945).
Хохлов Анатолий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 июль 1918 |
Тыуған урыны | Бахмут, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 февраль 1995 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Иванович Хохлов 1918 йылдың 1 июлендә Бахмут ауылында (хәҙерге Көйөргәҙе районы, Башҡортостан) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Көйөргәҙе районының Ермолаево урта мәктәбендә 10 класс тамамлай. 1936—1939 йылдарҙа Бахмут урта мәктәбендә уҡыутыусы булып эшләй.
1938 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез райвокнкоматы тарафынан РККА-ға саҡырыла.
1942 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1944 йылда кесе лейтенанттар курстарын тамамлай. 1945 йылдың 15 ғинуарында 1-се Белорус фронты 47-се армияның 132-се уҡсылар дивизияһы 498-се уҡсылар полкының разведка начальнигы капитан А. И. Хохлов Яблонна-Легьоново (хәҙер Льегоново, Польша) ҡалаһынан көнбайыштараҡ дошмандың оборона районына һәм Висла йылғаһының ҡаршы ярына разведка яһай. Хохловтан алынған мәғлүмәттәр йылғаны уңышлы сығырға һәм плацдармды яуларға мөмкинлек бирә. А. И. Хохловтың награда ҡағыҙынан[1]:
… Благодаря тщательному изучению переправы и обороны противника на западном берегу реки командование могло принять правильные и своевременные решения по форсированию реки. Тов. Хохлов лично сам повел первую роту на западный берег реки. Полк без потерь переправился через реку и быстро овладел траншеями противника.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән капитан Анатолий Иванович Хохловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6431) тапшырыла[1].
1947 йылдан Башҡорт АССР-ының Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә, 1960 йылдан майор дәрәжәһенә запасҡа сығарыла.
Өфө ҡалаһында йәшәй, Башҡортостан профсоюздар советының курорттар идаралығында инструктор, «Башстройснаб» тресында кадрҙар буйынса өлкән инспектор, Өфө ҡалаһы Киров районының социаль тәьминәт бүлеге мөдире булып эшләй.
1995 йылдың 11 февралендә вафат була.
Наградалары
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройының«Алтын Йондоҙ» миҙалы (1945 йылдың 24 марты)[1];
- Ленин ордены (1945 йылдың 24 марты);
- ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (30.05.1945[2]; 11.03.1985[3]);
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (27.09.1944)[4];
- ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (29.04.1943[5]; ?);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1942)[6];
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Көйөргәҙе районының Бахмут ауылындағы бер урам А. И. Хохлов исемен йөрөтә
- Өфөлә А. И. Хохлов йәшәгән Ленин урамы, 43-сө йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы урамға уның исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 29/51, л. 10/390, 391).
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5951, л. 127, 128).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1391, л. 53, 54).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1185, л. 1, 15, 16).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 213, л. 4, 100, 101).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа, 1965.
- Хохлов Анатолий Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергәХохлов Анатолий Иванович . «Герои страны» сайты.