Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы

журналист, дәүләт эшмәкәре

Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы (29 октябрь 1958 йыл) — журналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011—2018 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 октябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, мөхәррир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Эльза Рәхимйән ҡыҙы Хорева (ҡыҙ фамилияһы Баймөхәмәтова) 1958 йылдың 29 октябрендә[1] ул ваҡытта Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Темәс ауыл Советына ҡараған 3-сө урман заводы ҡасабаһында (посёлок Лесозавода № 3) тыуған.

1966 йылда Сибай ҡалаһында 1-се синыфты тамамлай һәм артабанғы уҡыуын, ата-әсәһе удар комсомол төҙөлөшөнә барғанлыҡтан, 1967 йылда Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә дауам итә.

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1978 йылда БДУ-ның ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, «Качканарский рабочий» ҡала гәзитендә үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1983 йылда журналист эшен Башҡортостан йәштәре гәзите «Ленинсы»—«Ленинец»та дауам итә, бында хәбәрсе, бүлек мөдире була.

1991 йылдан ижади эшмәкәрлеген «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына арнай: «Аҙна»—«Неделя» ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙарын эфирға әҙерләп сығара.

1995 йылда Эльза Хорева Һупайлы (урыҫса Сипайлово) округы буйынса Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһына депутат итеп һайлана. Һөнәри нигеҙҙә Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса комитетта эшләй, Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр менән бөгөнгө көндә лә ғәмәлдә булған күпе кенә закондарын әҙерләүҙә туранан-тура ҡатнаша.

1999 йылда Ҡоролтай депутаты вәкәләтлектәре тамамланғандан һуң, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһындағы журналист эшенә кире ҡайта, бер үк ваҡытта Үҙәк телевидениеның 1-се федераль каналы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, уның «Доброе утро» программаһы өсөн республикабыҙ тормошон яҡтыртҡан сюжеттар әҙерләй.

2003 йылдан «Интерфакс» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығының Башҡортостан буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.

2011—2018 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире була. 2018 йылдың майында был вазифаһынан үҙ теләге менән хаҡлы ялға китә[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә