Һупайлы
Һупайлы (рус. Сипайлово) — Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы йоҡо биҫтәһе. Ҡариҙел йылғаһы бөгөлөндә урынлашҡан.
Һупайлы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Һупайлы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҺупайлыға ҡағылышлы иң боронғо документ XVIII быуат башына ҡарай.
1701 йылдың 13 декабрендәге яҙманан күренеүенсә, Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары Арыҫламбәк Андағолов һәм уның иптәштәре Василий Максимович Гладышевҡа Ҡашҡаҙан күлен өс йылға «йылына 2 гривнаға» оброк биләмәһе итеп биргән. Документтарҙа белдерелеүенсә, Ашҡаҙан күле «бөйөк батша грамотаһы буйынса» В. М. Гладышев биләмәһендә тора. Ауылдың исеме телгә алынмаған, әммә икенсе документта ул Гладышев тип аталған.
1795 йылдың 26 июнендә вахмистр Федор Дмитриевич Гладышевтың тол ҡатыны Федосья Акимовна Ашҡаҙан күлендәге биләмәһен ере, Гладышев ауылында йәшәгән хеҙмәтсе кешеләре менән бергә 50 һумға ҡәрҙәшенә, Ырымбур батальоны адъютанты Афонасий Данилович Дуровҡа, һата. Был мәғлүмәттәр «Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса материалдар»ҙа бирелгән (3-сө һәм 5-се томдар).
Гладышев ауылы Дуров тип йөрөтөлә башлай, 1779 йылғы архив документында шул атама менән телгә алынған.
XIX быуат уртаһында Өфөлә Өфө земство суды заседателе булып титуляр советник (1844), һуңынан коллежский асессор (1846) Михаил Дмитриевич Сипайлов хеҙмәт итә. 1843 йылда ул мәрхүмә ҡатыны Настасья Трифоновна Сипайлованың яҙма васыяты буйынса Өфө өйәҙе Загорное (Приют) ауылындағы 7 хеҙмәтсе крәҫтиәнде ала. Шул ваҡыттан ауыл Дуров тип йөрөтөлә башлай. 1850 йылда инде уның бында 10 хеҙмәтсе крәҫтиәне, ир һәм ҡатын-ҡыҙ затынан булған 48 крәҫтиәне була. Крәҫтиәндәрҙең күбеһе шул саҡта уҡ фамилиялы була: Сурков Козьма Яковлевич, Черняев Николай Васильевич, Шарков Семен Семенович, Комаров Иван Петрович. Сурков Емельян 1842 йылда ирекле ителә.
Ауылды Дуровтар биләгән ваҡыттан алып ярты быуат үтә. Был осорҙа уның кемдеке булғанлығын белер өсөн М. Д. Сипайловтың ҡайныһының фамилияһын асыҡларға кәрәк, әммә уның Трифон исемле булғаны ғына билдәле.
Сипайлов Михаил Дмитриевич менән Настасья Трифоновнаның ике ҡыҙы була. Уларҙың береһе, коллежский секретарь ҡатыны Александра Михайловна Калугина, Загорное (Приют) ауылында 26 йәнгә, шул иҫәптән 3 крәҫтиән хужалығына (20 йән) һәм 2 ғаилә хеҙмәтсе крәҫтиәнгә (6 йән) эйә була.
Икенсе ҡыҙҙары, коллежский секретарь ҡатыны Настасья Михайловна Ваткеева, 1858 йылда 3 крәҫтиән хужалығына эйә була, улар — Сурков Л. К., Черняев Н. В. һәм Шарков С. С. Бөтә крәҫтиәндәр ҡыҙҙарға 1855 йылдың 1 авгусында мөлкәт айырыу акты буйынса эләгә.
Загорное (Приют) ауылына ҡағылышлы 1844 йылда тағы бер хужа — Татьяна Павловна Сипайлова пәйҙә була. 1847 йылдан ул — титуляр советниктың, 1850 йылдан — коллежский асессорҙың ҡатыны. 1850 йылғы ревизия исемлегенә ярашлы, унда ул 58 йән ир һәм ҡатын-ҡыҙ крәҫтиәнгә, шул иҫәптән 9 хеҙмәтсе ғаиләһенә (34 йән) һәм 4 крәҫтиән хужалығына (24 йән) эйә була. Улар бөтәһе лә 1844-47 йылдарҙа төрлө алпауыттарҙан һатып алынған була. Татьяна Павловна Дмитрий Михайлович Сипайловтың икенсе никахтағы ҡатыны була.
Сипайловтар Минзәлә эргәһендәге Смоленск шляхтаһынан Василий Лаврентьевич Сипайло тигән кешенән сыҡҡан. Сипайло 1681 йылда воевода П. Д. Скуратов ваҡытында «Список именной Уфимских дворян и детей боярских…» исемлегенә индерелгән.
Рәсәй империяһы тораҡ пункттары исемлегендә 1870 йылда беренсе тапҡыр Сипайлов (Загорное, Приют) ауылы атамаһы осрай, унда 11 хеҙмәтсе крәҫтиән, бөтәһе 77 кеше йәшәй.
Шулай итеп, Гладышев ауылы артабан Дуров, Приют, Загорное тигән атамалар менән йөрөтөлә лә, ниһайәт, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған Сипайлов атамаһын ала.
Революцияға тиклем Сипайловта Станиславский урамында элекке баяр усадьбаһынан йөҙ метр самаһы алыҫлыҡта ағас часовня була.
1920 йылда Сипайлов ауылы Өфө кантоны Степанов улусына инә. 33 хужалыҡтан тора, 235 кеше йәшәй.
1928 йылда Сипайлов эргәһендә ҙур сәнәғәт төҙөлөштәре башлана, Үҙәк электр селтәре, шырпы фабрикаһы, дуплау заводы һәм башҡа предприятиелар төҙөлә. Ауыл халҡының күбеһе ошо предприятиеларҙа эшләй башлай.
1933 йылдың ноябрендә Яңы төҙөлөштәр советы асыла, ул Өфө ҡала Советы башҡарма комитетына, һуңынан Черниковск ҡасаба Советына буйһона. Черниковск ҡасабаһы 1936 йылда Өфө ҡалаһының Сталин районы тип үҙгәртелә, шунан 1944 йылда Черниковск ҡалаһы ителә һәм 1956 йылда Өфө ҡалаһы составына индерелә.
Сипайлов ауылы ҡасаба тип йөрөтөлә башлай, ул өс өлөштән тора: Сипайлов 1, 2 һәм 3. Үҙәк урамы Осипенко исемен йөрөтә, 1956 йылда Станиславский урамы итеп үҙгәртелә. Башҡа урамдарының исемдәре: Ватутин, Двина, Кисловодск, Ҡолонда, Ҡурған, Фабрика һәм Шаумян.
Сипайловтың көньяғында даға рәүешендәге күл була. Уның борондан килгән исеме Ашҡаҙан күптән онотола һәм 1870 йылғы тораҡ пункттар исемлегендә ул исемһеҙ һыу ятҡылығы тип билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа туристик һыҙмаларҙа был күл Сипайлов күле тип, ә Өфөнөң 1984 йылғы планы һыҙмаһында яңылыш Ҡашҡаҙан тип алына.
Элек Сипайлов эргәһендә ташландыҡ баҫыуҙа яңғыҙ бер йорт менән элек уның эргәһендә Мичуриндың гипс һыны торған була. Элек бында «Цветы Башкирии» совхозының участкаһы булған була, ләкин 1981 йылда яңы төҙөлөштәр башланыуға бәйле уны бынан күсерәләр.
Сипайлов ауылы эргәһендәге уйһыулыҡты ташҡын ваҡытында һыу баҫа. 1978 йылда ошонда 150 меңгә тиклем кеше йәшәрлек 10 биҫтәле ҙур торлаҡ массивы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1984 йылдың февралендә торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырыла башлай.
Составы
үҙгәртергәСипайлов торлаҡ районы бер-береһенә ҡушылған 10 микрорайондан тора: Сипайлов-1, Сипайлов-2, …, Сипайлов-10. Матбуғатта һәм рәсми документтарҙа ул Сипайлов микрорайоны тип йөрөтөлә. Башҡортса Һупайлы тип атала.
Урамдары
үҙгәртергәСипайловтың төп урамдары:
- Маршал Жуков урамы;
- Баязит Бикбай урамы;
- Максим Рыльский урамы;
- Юрий Гагарин урамы;
- Академик Королёв урамы.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы
- Маршал Жуков урамы аша ер өҫтө йәйәүлеләр үткәүеле
- Маршал Жуков бюсы
- Блаженная Матрона Московская ғибәҙәтханаһы
- Хәмзә мәсете
- Маршал Жуковтың, Юрий Гагариндың, Наталья Ковшованың, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың йорттарҙың ҡабырға яғына төшөрөлгән граффити портреттары
- «Торналар бейеүе» арт-объекты.
-
Ҡашҡаҙандағы луна-парк
-
Хәмзә мәсете
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- Ҡариҙел йылғаһы Яр буйы урамы Ҡариҙел буйлап көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай үтә, ундағы йорттарҙың бөтәһенә лә таҡ һандар һуғылған, тик 2 һаны аҫтындағы бина ғына йоп һанлы. Йорттарҙың йоп һанлылары ҡаланың ҡапма-ҡаршы яғындағы Ағиҙел йылғаһы Яр буйы урамында урынлашҡан.
Ҡариҙел йылғаһы Яр буйы урамының юл полотноһы күтәртелгән һәм ул Һупайлыны (Сипайловты) ташҡын һыуҙарынан һаҡлаусы 4 километр оҙонлоғондағы дамбаны хасил итә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сипайлово в Google Maps
- Сипайловский интернет-справочник Сипайлово.инфо 2019 йыл 3 декабрь архивланған.