Хорватияла дин. Хорватияла иң таралған дин булып католицизм һанала, дөйөм халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2011 йылда үҙен католик тип 3 697 143 кеше йәки илдең дөйөм халыҡ һанының 86,28 % һанай[1]. Хррват католиктарының латин обрядына, грек католиктары тип үҙен 6 219 кеше (0,14 %) күрһәткән.

Үҙен бер дингә ҡараусы тип һанаған халыҡ һаны (Хорватия, 2011 йыл)
Загреб соборы — Загреб архиепархияһы кафедраль соборы

Дин әҙселеге — православие (нигеҙҙә, этник сербтар), мосолман, протестанттар (адвентист, баптист, методист, кальвинист, лютерандар, пятидесятник һ. б.), Йәһүә шаһиттары, йәһүҙиҙәр. Атеистар һәм агностиктар 195 893 кеше (5,57 %) иҫәпләнә.

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Католик сиркәүе үҙ эсенә 4 митрополияны, бер архиепархия һәм 9 епархияны (уларҙың береһе византия обрядына ҡарай) ала. Хорватия примасы Загреб архиепархия-митрополияһын етәкләй. Әлеге ваҡытта Хорватия примасы — кардинал Йосип Бозанич. Сплит-Макарск архиепархия-митрополияһы үҙ эсенә шулай уҡ күрше Черногорияның Котор епархияһын үҙ эсенә ала.

Берҙән-бер грек католиктары епархияһының үҙәге Крижевцы ҡалаһында урынлашҡан һәм Хорват грек католиктары сиркәүен тәшкил итә, уның юрисдикцияһы Босния һәм Герцеговинаның мәхәлләләренә тарала.

Хорватияның күпселек православие мәхәлләләре Загреб-Любляна митрополияһының Сербия православие сиркәүенә ҡарай.

Илдең Конституцияһы дин тотоу иркен гарантиялаған. Илдә католик сиркәүе дәүләт статусына эйә түгел, әммә де-факто дәүләт тарафынан төрлө өҫтөнлөктәр менән файҙалана, йәмәғәт финанслауы менән ҡуллана. Дәүләт мәктәптәрендә дин дәрестәре бар, әммә уларға йөрөү мотлаҡ түгел.

Хорват бойондороҡһоҙ дәүләте иң тәүге осоронан алып (IX быуат) латин Көнбайыш илдәре менән тығыҙ бәйле булған. Хорват короле Томислав I батшалығы ваҡытында ике сплит сиркәү соборы ойошторола, славян телдәрендә ғибәҙәт ҡылыу мәсьәләһен хәл иткәндәр. Ҡарар латин файҙаһына сығарылһа ла, ғибәҙәт ҡылыу латин һәм рим телендә йәнәш алып барылған.

Бөйөк сиркәү тарҡалыуынан һуң, Византия менән сәйәси бәйләнеше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, хорват сиркәүе Рим епископы менән дә аралашыуҙы һаҡлай. Бойондороҡһоҙлоҡто юғалтҡандан һуң, хорват сиркәүе тәүҙә Венгрия короллеге, ә һуңынан Австро-Венгрия составында үҙаллылыҡ менән ҡуллана. 1687 йылда хорват парламенты рәсми рәүештә изге Иосифты илде ҡурсалаусы тип таный.

Австро-Венгрия тарҡалыуынан һуң Хорватия Югославия составына инә, унда милләт-ара католик хорваттар, православ сербтар һәм Босния мосолмандары араһындағы насар мөнәсәбәттәр дини ыҙғыштар менән ҡатмарлаша. Һуңғылары булып Хорватиялағы һуғыш һәм Босния һуғышы тора.Һуғыш ваҡытында күп католик һәм православие ғибәҙәтханалары емерелә. Ҡасаҡтар күплеге (Хорватиянан сербтар, Босния һәм Герцеговинанан хорваттар) этно-конфессиональ һүрәтләнештең ҡырҡа үҙгәреүенә килтерә.

2011 йылғы иҫәп алыу

үҙгәртергә

2011 йылғы иҫәп алыу буйынса Хорватияла дин[1]:

Абсолют һандарҙа

үҙгәртергә
Һаны Католиктар Православие Протестанттар Башҡа
христиандар
Мосолмандар Йәһүдтәр Көнсығыш
диндәр
Башҡа
диндәр
Агностиктар Атеистар,
динһеҙҙәр
Күрһәтелмәгән Билдәһеҙ
Хорваттар 3 874 321 3 599 038 16 647 8 042 10 502 9 647 231 1 969 1 924 27 076 124 811 69 789 4 645
Албандар 17 513 7 109 2 2 13 9 594 - 2 22 43 273 414 39
Австрия 297 206 1 6 9 3 2 3 - 4 37 26 -
Боснийҙар 31 479 317 293 16 23 27 959 - 5 14 308 1 613 904 27
Болгарҙар 350 81 158 9 8 2 - 2 2 9 63 14 2
Черногорҙар 4 517 379 1 822 21 36 159 - 9 14 266 1 459 347 5
Чехтар 9 641 8 521 12 242 35 1 - 8 5 92 445 243 37
Венгрҙар 14 048 9 396 78 3 344 205 - 2 6 8 83 522 356 48
Македондар 4 138 494 2 401 33 51 217 - 7 6 98 591 231 9
Немецтар 2 965 1 847 22 494 46 5 1 6 9 45 319 161 10
Поляктар 672 585 6 3 3 - - - 1 8 34 29 3
Сиғандар 16 975 8 299 2 381 62 177 5 039 - 2 124 25 255 414 197
Румындар 435 186 147 14 31 - - 1 1 2 29 22 2
Рустар 1 279 209 729 10 21 9 - 6 3 32 162 97 1
Русиндар 1 936 1 692 89 11 25 - - - - 18 75 25 1
Словактар 4 753 3 159 12 1 242 38 - - 3 1 27 134 120 17
Словендар 10.517 8 081 37 81 68 9 - 6 8 245 1 469 473 40
Сербтар 186 633 2 391 159 530 350 657 24 6 72 56 2 099 17 385 3 896 167
Итальяндар 17 807 15 083 26 26 57 6 3 25 17 233 1 579 682 70
Төрөктәр 367 5 - - - 343 - - - 1 11 6 1
Украиндар 1 878 1 339 341 6 14 - - 2 1 18 87 68 2
Молдавандар 29 4 11 - 1 - - - 1 2 6 4 -
Йәһүдтәр 509 14 3 1 3 - 266 2 2 30 147 39 2
Башҡалар 8.052 1 913 816 451 156 2 361 10 272 83 169 1 142 642 37
Хорватияның
дөйөм халҡы
4 284 889 3 697 143 190 143 14 653 12 961 62 977 536 2 550 2 555 32 518 163 375 93 018 12 460

Проценттарҙа

үҙгәртергә
Һаны Католиктар Православие Протестанттар Башҡа
христиандар
Мосолмандар Йәһүдтәр Көнсығыш
диндәр
Башҡа
диндәр
Агностиктар Атеистар,
динһеҙҙәр
Күрһәтелмәгән Билдәһеҙ
Хорваттар 3 874 321 92,9 % 0,4 % 0,2 % 0,3 % 0,2 % 0,0 % 0,1 % 0,0 % 0,7 % 3,2 % 1,8 % 0,1 %
Албандар 17 513 40,6 % 0,0 % 0,0 % 0,1 % 54,8 % 0,0 % 0,1 % 0,2 % 1,6 % 2,4 % 0,2 %
Австрия 297 69,4 % 0,3 % 2,0 % 3,0 % 1,0 % 0,7 % 1,0 % 1,3 % 12,5 % 8,8 %
Боснийҙар 31 479 1,0 % 0,9 % 0,1 % 0,1 % 88,8 % 0,0 % 0,0 % 1,0 % 5,1 % 2,9 % 0,1 %
Болгарҙар 350 23,1 % 45,1 % 2,6 % 2,3 % 0,6 % 0,6 % 0,6 % 2,6 % 18,0 % 4,0 % 0,6 %
Черногорҙар 4 517 8,4 % 40,3 % 0,5 % 0,8 % 3,5 % 0,2 % 0,3 % 5,9 % 32,3 % 7,7 % 0,1 %
Чехтар 9 641 88,4 % 0,1 % 2,5 % 0,4 % 0,0 % 0,1 % 0,1 % 1,0 % 4,6 % 2,5 % 0,4 %
Венгрҙар 14 048 66,9 % 0,6 % 23,8 % 1,5 % 0,0 % 0,0 % 0,1 % 0,6 % 3,7 % 2,5 % 0,3 %
Македондар 4 138 11,9 % 58,0 % 0,8 % 1,2 % 5,2 % 0,2 % 0,1 % 2,4 % 14,3 % 5,6 % 0,2 %
Немецтар 2 965 62,3 % 0,7 % 16,7 % 1,6 % 0,2 % 0,0 % 0,2 % 0,3 % 1,5 % 10,8 % 5,4 % 0,3 %
Поляктар 672 87,1 % 0,9 % 0,4 % 0,4 % 0,1 % 1,2 % 5,1 % 4,3 % 0,4 %
Сиғандар 16 975 48,9 % 14,0 % 0,4 % 1,0 % 29,7 % 0,0 % 0,7 % 0,1 % 1,5 % 2,4 % 1,2 %
Румындар 435 42,8 % 33,8 % 3,2 % 7,1 % 0,2 % 0,2 % 0,5 % 6,7 % 5,1 % 0,5 %
Рустар 1 279 16,3 % 57,0 % 0,8 % 1,6 % 0,7 % 0,5 % 0,2 % 2,5 % 12,7 % 7,6 % 0,1 %
Русиндар 1 936 87,4 % 4,6 % 0,6 % 1,3 % 0,9 % 3,9 % 1,3 % 0,1 %
Словактар 4 753 66,5 % 0,3 % 26,1 % 0,8 % 0,1 % 0,0 % 0,6 % 2,8 % 2,5 % 0,4 %
Словендар 10 517 76,8 % 0,4 % 0,8 % 0,6 % 0,1 % 0,1 % 0,1 % 2,3 % 14,0 % 4,5 % 0,4 %
Сербтар 186 633 1,3 % 85,5 % 0,2 % 0,4 % 0,0 % 0,0 % 0,0 % 0,0 % 1,1 % 9,3 % 2,1 % 0,1 %
Итальяндар 17 807 84,7 % 0,1 % 0,1 % 0,3 % 0,0 % 0,0 % 0,1 % 0,1 % 1,3 % 8,9 % 3,8 % 0,4 %
Төрөктәр 367 1,4 % 93,5 % 0,3 % 3,0 % 1,6 % 0,3 %
Украиндар 1 878 71,3 % 18,2 % 0,3 % 0,7 % 0,1 % 0,1 % 1,0 % 4,6 % 3,6 % 0,1 %
Молдавандар 29 13,8 % 37,9 % 3,4 % 3,4 % 6,9 % 20,7 % 13,8 %
Йәһүдтәр 509 2,8 % 0,6 % 0,2 % 0,6 % 52,3 % 0,4 % 0,4 % 5,9 % 28,9 % 7,7 % 0,4 %
Башҡалар 8 052 23,8 % 10,1 % 5,6 % 1,9 % 29,3 % 0,1 % 3,4 % 1,0 % 2,1 % 14,2 % 8,0 % 0,5 %
Хорватияның
бөтә халҡы
4 284 889 86,3 % 4,4 % 0,3 % 0,3 % 1,5 % 0,0 % 0,1 % 0,1 % 0,8 % 3,8 % 2,2 % 0,3 %

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 STANOVNIŠTVO PREMA NARODNOSTI I VJERI, POPIS 2011. (ингл.). Статистическое бюро Хорватии (ДЗС). Дата обращения: 19 декабрь 2012. Архивировано 19 декабрь 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә