Хомяков Илларион Мартемьянович

Илларион Мартемьянович Хомяков (19182002) — геофизик, инженер-электрик, доцент (1966)[1], техник фәндәр докторы (1968), профессор (1971), генерал-майор-инженер (1972). Ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ленин (1968), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары менән бүләкләнә. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1968)[2]. Байконур космодромында ғилми консультант(1965—1974), Башҡортостан Республикаһы инженер академияһының мөхбир ағзаһы (1992)[3].

Хомяков Илларион Мартемьянович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ноябрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Нуриман районы
Вафат булған көнө 20 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө геофизик, инженер-электрик
Уҡыу йорто Урал дәүләт тау университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Илларион Хомяков 1918 йылдың 17 ноябрендә Нуриман районының Никольское[2] ауылында тыуған. Хомяков Илларион Мартемьянович Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Свердловск тау институтына уҡырға инә, уны 1942 йылда тамамлай, аҙаҡ 1947 йылда С. М. Будённый исемендәге Хәрби элемтә академияһын, 1954 йылда Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты янындағы юғары инженерлыҡ курстарын тамамлай[3].

Хомяков И. М. 1942 йылдан алып 1974 йылға тиклем СССР Ҡораллы көстәрендә. 1947 йылдан алып Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында эшләй: Үҙәк ремонт-производство базаһында инженер-конструктор, һуңынан Үҙәк элемтә базаһы радиоцехы начальнигы[2][3]. 1949 йылдың июненән Капустин Яр полигонында. Унда совет ғалимы, ракета-космос системалары конструкторы С. П. Королев менән таныша[4]. 1955 йылда Дзержинский исемендәге Хәрби академияла кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4], һуңынан 1956 йылдың авгусынан тағы Капустин Яр полигонында эшләй.

1963 йылдан Пермь юғары команда-инженер училищеһында махсус ҡоралдарҙы эксплуатациялау кафедраһы начальнигы. 1965 йылдан — Байконур полигоны начальнигының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары, 1967 йылдан — полигон начальнигының фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә-һынау эштәре буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта 1970—1974 йылдарҙа Мәскәү авиация институтының «Восход» филиалында электр-радио ҡорамалдары һәм идара итеү системаһы кафедраһы мөдире була[2][3].

1963 йылда Илларион Мартемьянович ракеталар осороуҙың яңы технологияларын үҙләштереү буйынса Дәүләт комиссияһы рәйесе[1].

1974 йылдарға тиклем Хомяков Илларион Мартемьянович ракета-космос техникаһы осоштары, уны эшләп еткереү менән шөғөлләнә, һуңынан запасҡа сыҡҡас, Өфө авиация институтында эшләй (1974—1999) — профессор, декан, авиация электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире[2][3][4].

Хомяковтың фәнни эшмәкәрлеге ракета‑космос техникаһын полигондарҙа һынауға, стратегик тәғәйенләнештәге ракеталарҙың хәрби әҙерлеген күтәреү проблемаларына арналған[2]. 150-нән ашыу фәнни эш авторы, уйлап табыуға авторлыҡ танытмаларына эйә, 20-нән ашыу фән кандидаты һәм ике фән докторы әҙерләгән[1].

2004 йылдың майында Өфө ҡалаһының Блюхер урамы буйынса 16-сы, Хомяков Илларион Мартемьянович йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[5].

2002 йылдың 20 мартында Өфө ҡалаһында вафат була, Көньяҡ зыяратында ерләнгән[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә