Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы (рус. Хисматуллин Кагарман Ильясович) (1916 йыл — 28 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры. .

Хисмәтуллин Ҡаһарман Ильяс улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны 1-се Эткол, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 28 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡаһарман Ильяс улы Хисмәтуллин 1916 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында[1] тыуған. 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ы Сәмәрҡәнд районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. ВЛКСМ ағзаһы. Юғары белемле. Хәрби юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында башлай, 294-се кавалерия полкының огневой взводы командиры булып хеҙмәт итә[2]. 294-се кавполк составында 1942 йылдың 1 майынан 10 октябренә тиклем хәрби юл үтә, артабан Ҡаһарман Хисмәтуллинды Оборона Халыҡ Комиссарриатының кадрҙар буйынса Баш идаралығына күсерәләр[2]. 1942 йылдың 19 ноябрендә яуҙа һәләк була һәм Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе Обливская станицаһында һуңғы төйәген таба[1]. Биләгән вазифалар исемлеге документтарында Баймаҡ ҡалаһы, Арыҡ урамы, 14 йорт тигән яҙыу бар[2]. Сәмәрҡәнд ҡалаһында ҡатыны Бәхтиева Нәғимә Сәфиулла ҡыҙы күрһәтелгән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә