Хисмәтуллин Ниғмәт Гәрәй улы

112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Хисмәтуллин Ниғмәт Гәрәй улы (1914 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветеринар хеҙмәткәре, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Хисмәтуллин Ниғмәт Гәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Яппар-Йәнбәк, Имай-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Хәрби звание старшина[d]
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Ниғмәт Гәрәй улы Хисмәтуллин 1914 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районының Мерәҫ ауыл Советына ҡараған Яппар-Йәнбәк ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хеҙмәткә Дәүләкән районының хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 7-се кавалерия корпусы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында кесе ветфельдшер вазифаһында хеҙмәт итә.

Батырлығы үҙгәртергә

1945 йылдың 14-15 ғинуар арауығында Висла йылғаһынан алып Одер йылғаһына тиклем барған һуғыштарҙа ҡыҙыл армеецтар менән бергә дошмандың 18 һалдатын һәм офицерын, хужалыҡ йөктәрен юҡ итәләр, алты немец һалдатын әсирлеккә төшөрәләр. Томашув ҡалаһы өсөн барған һуғышта дошман уты аҫтында һуғыш яланында позицияға боеприпастар тейәлгән йөктө өҙлөкһөҙ килтереп тора.Һуғыш ваҡытында батарея старшинаһы вазифаһын башҡара, марш периодында личный составты аҙыҡ-түлек һәм аттарҙы фураж менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеп тора. Ошо батырлығы өсөн 1945 йылдың 16 апрелендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә