Зөбәйҙуллин Хизбулла Ғүмәр улы

(Хисбулла Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин битенән йүнәлтелде)

Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы (28 октябрь 1929 йыл — 31 декабрь 2001 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1969).

Хисбулла Зөбәйҙуллин
Хисбулла (Хизбулла) Ғүмәр улы
Зөбәйҙуллин
Тыуған ваҡыты:

28 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Түбәнге Әрмет ауылы

Вафат ваҡыты:

31 декабрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (72 йәш)

Һөнәре:

бейеүсе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Наградалары:

БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969)

Биографияһы

үҙгәртергә

Хисбулла (Хизбулла) Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин 1929 йылдың 28 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында тыуған.

1946 йылда Өфө моторҙар эшләү заводында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Эшләү осоронда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә, республика һәм Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ҡатнаша. Мәскәүҙә сығыш яһағанда уға иғтибар итәләр:

Хисбулла Зөбәйҙуллиндың һәләтенә иң беренсе иғтибар итеүсе Мөхәмәт Шәмсетдинов була. Ул Фәйзи Ғәскәров Ҡазанда булған осорҙа ансамбль менән етәкселек иткән була. Мөхәмәт Шәмсетдинов Хисбулла Зөбәйҙуллинды Мәскәүҙә, үҙешмәкәр таланттар сығыш яһағанда күрә. Хисбулла ул саҡта, һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, Өфө моторҙар төҙөү заводында слесарь-йыйыусы булып эшләгән һәм үҙешмәкәр сәнғәттә сығыш яһаған була. Әйтергә кәрәк, Фәйзи Әҙғәм улы ла, Өфөгә килгәс, йәш бейеүсегә иғтибар итә һәм уны үҙенең постановкаларында ҡатнаштыра

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мансур Тимерғаҙыевтың хәтерләүҙәренән:

Ғәскәров күҙҙәрендә осҡон уйнаған, күңеле моңло булған егеттәрҙе һайлап алырға тырышты. Ансамблдең беренсе солистары — Ирек Ибраһимов, Мөхәмәт Иҙрисов, Мөхәмәт Шәмсетдинов, Хисбулла Зөбәйҙуллин, Әнеүәр Фәхретдинов, Рим Бакиров, Зәкир Исмәғилов һ.б. тап шундай егеттәр инеләр. Улар ысын йондоҙҙар инеләр, һәм уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле шәхес ине.

1949 йылда уны Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алалар, был ансамблдә ул 1970 йылға тиклем эшләй.

Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң сағыу солистарының береһе булды. Бөтә төп ирҙәр партияларын бейене, иҫ киткес талантлы һәм тәъҫирле генә түгел, ғәҙәттән тыш күркәм дә ине: оҙон буйлы, һомғол, мыҡты кәүҙәле. Тәжрибәле һәм һәләтле артист булараҡ репетитор, ансамблдең художество етәксеһе булып эшләне. Ул бик күп йәштәргә репертуарға инергә, үҙ-үҙенә ышаныс уятырға ярҙам итте, һәр саҡ иғтибарын һәр бейеүселә ҡабатланмаҫ индивидуаллекте асыуға йүнәлтте. Ул үҙе был сифатҡа, үҙенә генә хас булған харизмға тулыһынса эйә ине.

1963—1981 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) репетитор, 1974—1975 йылдарҙа ансамблдең художество етәксеһе, 1993—1994 йылдарҙа ансамблдең репетитор-консультанты, 1981—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы эстрада коллективтарының балетмейстеры булып эшләй.

VII Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша, «Кейәү» бейеүе өсөн ул һәм уның партнерҙары Зиләрә Әйүпова, Рим Бакиров көмөш миҙалдар алалар[1].

Рәүилә Һаҙыева менән бергә «Дуҫлыk» («Дружба») комик бейеүен башҡара, был бейеү йәш бейеүсе ҡыҙҙы данға күмә.[2]

Был бейеү тураһында художество етәксеһе Хашим Фәтих улы Мостаев былай хәтерләй:

Киң билдәле классик бейеү "Дуҫлыҡ"ты Рәүилә Һаҙыева менән һоҡланғыс итеп бейене, уның егетенең һөйгән ҡыҙы артынан йөрөүе әхлаҡлы һәм рухи яҡтан матур. Ә «Кейәү»ҙә шул тиклем юмор һәм кешеләрсә тулҡынланыу, нескәлек хистәре солғанышында килеп сыҡты, уның ҙур актёр икәне шунда уҡ күренеп тора ине.

СССР сәнғәт эшмәкәрҙәре делегацияһы составында Монреалда «ЭКСПО-67» күргәҙмәһендә булды.

Улы Айҙар, Зөбәйҙуллин Айҙар Хисбулла улы, атаһының эшен дауам итә, атаһы оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән ансамблдә балетмейстер, бейеүҙәр ҡуйыусы булып эшләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә