Хворова Ирина Васильевна

Хворова Ирина Васильевна (20 февраль (5 март), 1913 йыл25 декабрь, 2003 йыл) — ғалим-геолог, палеонтолог, стратиграф, литолог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), Н. С. Шатский исемендәге премия лауреаты (1988). СССР фәндәр академияһы Геология институтының Литология бүлегенең вулканоген-ултырма формация лабораторияһы мөдире.

Хворова Ирина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 февраль (5 март) 1913[1]
Тыуған урыны Красноярск, Енисейская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 декабрь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Хәләл ефете Руженцев, Василий Ермолаевич[d]
Балалары Сергей Васильевич Руженцев[d]
Һөнәр төрө геолог, палеонтолог
Эшмәкәрлек төрө Литология[d], геология[1], Палеонтология[1] һәм стратиграфия[d][1]
Эш урыны Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Хворова Ирина Васильевна 1913 йылдың 20 февралендә Красноярск табибы һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуа[2].

1934 йылда Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтының геология-разведка факультетын тамамлай.

Йүнәлтмә буйынса «Востокнефть» тресында геолог булып эш башлай.

1937 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә һәм ВИМС (артабан Бөтә союз геология һәм инженер гидрогеологияһы институты итеп үҙгәртелә (ВСЕГИНГЕО) ҡармағындағы "Бюро палеозоя"ла эшләй.

1940—1953 йылдарҙа Палеонтология институтында палеонтолог (карбон ылымыҡтары) булып эшләй.

1941 йылда "Ленин районы истребителдәр батальоны"нда Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша. 1941 йылдың аҙағында ғилми хеҙмәткәр булараҡ демобилизациялана.

1942—1943 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан нефть экспедицияһында эшләй[3].

1945 йылда — кандидатлыҡ, 1951 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Һуңынан СССР Фәндәр академияһы Геология институтының Литология бүлегенә күсә:

  • 1953 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр
  • 1958йылда — вулканоген-ултырма формация лабораторияһы мөдире
  • 1986 — төп ғилми хеҙмәткәр
  • 1987 — баш ғилми хеҙмәткәр.

1971 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

1981 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир-ағазылығына кандидат итеп тәҡдим ителә.

Ултырма формациялар һәм боронғо һәм хәҙерге карбонат, кремнийлы, вулканоге-ултырма комплекстар тураһында фәнгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. Уның иң ҙур ҡаҙанышы — ултырмалар тупланыуын вулканизм менән бәйләп өйрәнеүҙә[4].

«Витязь» (1970) һәм «Дмитрий Менделеев» (рейс 25, 1980) СССР судноларында Тымыҡ һәм Һинд океандарын тикшереү экспедицияларында ҡатнаша.

«Литология и полезные ископаемые», «Sedimentology» ғилми журналдары редколлегияһы.

1993 йылда хаҡлы ялға сыға.

2003 йылдың 25 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.

Ире — Руженцев Василий Ермолаевич (1899—1978), 1934 йылдан палеонтолог[5].

  • Улы — Руженцев Сергей Васильевич (1935—2012), геолог һәм палеонтолог.

Наградалары, премиялары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә

120-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән

  • Атлас карбонатных пород среднего и верхнего карбона Русской платформы. М., 1958
  • Флишевая и нижнемолассовая формации Южного Урала. М., 1961
  • Формации Сакмарского аллохтона (Юж. Урал). М., 1978 (соавт.) китаптары авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Chvorova, Irina Vasil‘jevna // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. Автобиография в ГИН РАН.
  3. Хворова Ирина Васильевна — Башкирская энциклопедия, 2011.
  4. Первый циркуляр Всероссийского совещания «Фундаментальные проблемы изучения вулканогенно-осадочных, терригенных и карбонатных комплексов», посвящено памяти А. Г. Коссовской (1915—2000) и И. В. Хворовой (1913—2003). ГИН РАН. 20-23 мая, 2020.
  5. Бодылевская И. В. Академик А. А. Борисяк и Палеонтологический институт в годы войны. 1941—1943 гг. Москва: ПИН РАН, 2008. C. 53.

Һылтанмалар

үҙгәртергә