Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы
Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы (27 февраль 1951 — 13 июль 2020) — иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш кәңәшсеһе[1].
Хафизов Мөхәмәтулла Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 февраль 1951 |
Тыуған урыны | Борисовка, Ҡоншаҡ районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 13 июль 2020 (69 йәш) |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәмәтулла Исмәғил улы Хафизов 1951 йылдың 27 февралендә Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Борисовка ауылында тыуған.
1971—1973 йылдарҙа «Восход» совхозының өлкән бухгалтеры булып эшләй.
1973—1984 йылдарҙа — ВЛКСМ комитеты секретары, казначей, СССР Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең финанс хеҙмәте начальнигы.
1984—1986 йылдарҙа — Ырымбур өлкә башҡарма комитеты ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлау идаралығының контроль-ревизия бүлеге начальнигы.
1986—1988 йылдарҙа — Агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы өлкә комитетының инструктор-ревизоры. Силәбе өлкәһе Агросәнәғәт комплексының бухгалтер иҫәбе һәм отчёты бүлексәһе начальнигы урынбаҫары.
1988 йылда Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының иҡтисад факультетын тамамлай.
1988—1989 йылдарҙа Көньяҡ Урал тимер юлының «Гранит карьерҙары» етештереү берекмәһенең баш бухгалтеры, 1989—1993 йылдарҙа «Форум» акционерҙар йәмғиәтенең баш бухгалтеры була.
1993—1994 йылдарҙа — «Замоскворецкий» халыҡ-ара коммерция банкының Силәбе филиалы директоры.
1994—1996 йылдарҙа — «Галантус» Рәсәй-Ҡытай берлектәге предприятиеһының финанс директоры.
1996—1997 йылдарҙа — «Челябинский агрегатный завод» ААЙ-енең финанс буйынса директоры.
1997—1998 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесенең ярҙамсыһы вазифаһын үтәй.
1998—2012 йылдарҙа Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының беренсе даими вәкиле.
2000 йылда — Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш дәүләт кәңәшсеһе.
Уның ярҙамы менән Силәбе ҡалаһында башҡорт һәм татар яҙыусыларының — «Силәбе шишмәләре» («Челябинские родники», 2002) исеме аҫтында әҫәрҙәре йыйынтығы,
— «Һөйөнсө» («Радость», 2003) баҫылып сыҡты.
— «Литературная антология челябинских башкир» (2005) йыйынтығы баҫмаға әҙерләнде[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- 1979 — 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәре сафтарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
- 2001 — Силәбе өлкәһе хакимиәтенең Почёт грамотаһы
- 2012 — Башҡортостан Республикаһы Почёт грамотаһы