Хасбулатов Руслан Имранович

Хасбулатов Руслан Имранович (чеч. Хасболтера Ӏимранан кӏант Руслан; 22 ноябрь 1942 йыл3 ғинуар 2023 йыл) — Рәсәй сәйәси эшмәкәре, публицист һәм ғалим, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының һуңғы рәйесе, тәүҙә Рәсәйҙең беренсе президенты Борис Ельциндың арҡаҙашы, һуңынан уның төп оппоненты була, 1993 йылдың октябренә тиклем Рәсәй Коснтитуция көрсөгөнөң әүҙем ҡатнашыусыһы, 1994 йылда Чечняла «Профессор Хасбулатовтың Тыныслыҡ миссияһын» ойоштороусы. 1994 йылдан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының донъя иҡтисады кафедраһы мөдире.

Хасбулатов Руслан Имранович
чеч. Ӏимранан кIант Хасбулатов Руслан
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Грозный, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 ғинуар 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[4][5] (80 йәш)
Вафат булған урыны Можайский район[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Туған тел Чечен теле
Место содержания под стражей Лефортово төрмәһе[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, университет уҡытыусыһы, иҡтисадсы, юрист
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[6], иҡтисад[6] һәм Хоҡуҡ[6]
Эш урыны Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
Биләгән вазифаһы председатель Верховного Совета Российской Федерации[d]
Уҡыу йорто юридический факультет МГУ[d]
Ғилми исеме доцент[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d] (1980)
Әүҙемлек урыны СССР[6] һәм Чечен Республикаһы[6]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
 Хасбулатов Руслан Имранович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Руслан Имранович Хасбулатов 1942 йылдың 22 ноябрендә[7] Грозный ҡалаһында тыуа, сығышы менән Чечен-Ингуш АССР-ының Харачой тейпынан[8]. Чечендарҙың депортацияһынан һуң Ҡаҙағстанда (Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе, Булаевский районы, Полудино ауылы) йәшәй, бала сағы һәм үҫмер йылдары шунда үтә. 1962 йылда Мәскәүгә юллана, унда 1965 йылда — Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын, ә 1970 йылда ошо уҡ университеттың иҡтисад факультетында аспирантура тамамлай.

1970 йылда уҡыу йортоноң махсуслашҡан ғалимдар советы ултырышында — кандидатлыҡ[7], ә 1980 йылда докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай[8].

1978 йылдан Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында уҡыта[8].

Үҙгәртеп ҡороу осоронда СССР Министрҙар Советының социаль үҫеш буйынса Ғилми советы бюроһы ағзаһы була, ҡуртым тураһында законды эшләүҙә ҡатнаша[7].

1990 йылдың 4 мартында Чечен-Ингуш АССР-ының (1993 йылдың 9 ғинуарынан — Чечен Республикаһы) 37-се Грозный милли-территориаль һайлау округынан РСФСР халыҡ депутаты итеп һайлана. Һайлау алды программаһында автономияларҙың киң хоҡуғы, башҡа суверенлы республикалар менән тиң хоҡуҡлы союз, власть структураларының демократик структураларын төҙөү, урындағы советтарҙың урындағы ҡанун сығарыу хоҡуғы менән ғәмәлдәге үҙидара органы булған берҙәм Рәсәй өсөн сығыш яһай[7].

1990 йылдың 5 июненән 1991 йылдың 29 октябренә тиклем — РСФСР Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары[9][10].

1991 йылдың 10 июленән — РСФСР Юғары Советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы.

1991 йылдың 29 октябренән —РСФСР Юғары Советы рәйесенең[11].

1992 йылдың сентябрендә бер йылға[12] БДБ илдәре-дәүләттәренең парламент-ара ассамблеяһы советы рәйесе итеп һайлана[7].

1994 йыл>дан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының донъя иҡтисады кафедраһы мөдире[13].

2023 йылдың 3 ғинуар кисендә (Мәскәү ваҡыты менән 19 сәғәт тирәһендә) Мәскәү өлкәһе Можайский ҡала округына ҡараған Ольгино ҡасабаһындағы дачаһында вафат була[14][15][16].

Библиографияһы

үҙгәртергә
  • Экономика современной Канады. — М., 1977;
  • Освободившиеся страны. Политико-экономический анализ. — 1986;
  • Актуальные проблемы социалистического строительства. — М., 1986 (в соавторстве с В. Я. Иохиным);
  • Development country and Imperialism. — India, 1985;
  • Современная международная торговля. — 1987;
  • Управление корпорациями: теория и опыт. — 1987;
  • Мировая экономика и международные экономические отношения. — М., 1988;
  • Бюрократия — тоже наш враг. — М.: Политиздат, 1989;
  • Бюрократическое государство. — М., 1991;
  • Власть: размышления спикера. — М., 1992;
  • Выбор судьбы. — М.: Республика, 1993;
  • Россия: пора перемен. — 1993;
  • Возможна ли «балканизация» России? — М.: Известия, 1993;
  • Международные экономические отношения: в 2 т. — М.: Новости, 1991; (редактор)
  • Мировая экономика. — М., 1994;
  • Хасбулатов Р. И. Чечня: мне не дали остановить войну : Записки миротворца. — М., 1995. — ISBN 5-86020-361-6.
  • Хасбулатов Р. И. Бессилие власти. Путинская Россия. — М.: Яуза, 2012;
  • Хасбулатов, Р. И. Мировая экономика и международные экономические отношения. — М.: Гардарики, 2006. — С. 671. — ISBN 5-8297-0280-0.
  • Хасбулатов, Р. И. Великая российская трагедия. — М.: ТОО «СИМС», 1994. — ISBN 5-86020-310-1.
  • Эпоха США: Технология доминирования и грядущего упадка. — Экономика и политика России, № 2, Апрель 2000 г.;
  • Мировая экономика. Теория. Концепции. Политика: В 2 т. — 2001;
  • Взорванная жизнь: Кремль и российско-чеченская война. — М.: Грааль, 2002
  • Международные экономические отношения. Углублённый курс: Учебник. — 2011
  • Международные экономические отношения: Учебник для бакалавров. — М.: Юрайт, 2012. — 910 с. — («Бакалавр. Углублённый курс»). — 1 000 экз., ISBN 978-5-9916-1618-8
  • Мировая экономика: Учебник для бакалавров. — М.: Юрайт, 2012. — 884 с. — («Бакалавр»). — 1 000 экз., ISBN 978-5-9916-1528-0
  • Преступный режим: «Либеральная тирания» Ельцина. — М.: Яуза-пресс, 2011. — 416 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-9955-0304-0
  • Идолы и идолопоклонники: крах либертаризма. Статья первая. Век глобализации, № 1, 2011, с. 3-14
  • Иллюзия величия: Катастрофа лидерства. — М.: Яуза-Пресс, 2012. — 448 с. — (Главный свидетель. Сенационные мемуары). — 3000 экз. — ISBN 978-5-9955-0335-4
  • Экономика: 10 кл.: Профильный уровень: Учебник для общеобразовательных учреждений. — М.: Дрофа, 2012. — 158 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-358-08857-3
  • Экономика: 11 кл.: Профильный уровень: Учебное пособие для общеобразовательных учреждений. — М.: Дрофа, 2012. — 144 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-358-09031-6
  • Полураспад СССР. Как развалили сверхдержаву — М.: Яуза-Пресс, 2011. — ISBN 978-5-9955-0302-6

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #11915868X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Ruslan Khasbulatov // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Last Chairman Of Supreme Soviet Of Russia Ruslan Khasbulatov Dies At Age Of 80 - Family (ингл.)
  4. https://www.kommersant.ru/doc/5757928
  5. https://meduza.io/news/2023/01/03/umer-ruslan-hasbulatov-posledniy-predsedatel-verhovnogo-soveta-rsfsr
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Хасбулатов Руслан Имранович — Биография
  8. 8,0 8,1 8,2 Биография на сайте «Московские писатели» 2021 йыл 17 апрель архивланған.
  9. Постановление Съезда народных депутатов РСФСР от 5 июня 1990 года об избрании Первого заместителя Председателя Верховного Совета РСФСР
  10. Постановление Съезда народных депутатов РСФСР от 29.10.1991 № 1818-I. Дата обращения: 26 сентябрь 2014. Архивировано 20 декабрь 2014 года. 2014 йыл 20 декабрь архивланған.
  11. Постановление Съезда народных депутатов РСФСР от 29.10.1991 № 1817-I. Дата обращения: 26 сентябрь 2014. Архивировано 20 декабрь 2014 года. 2014 йыл 20 декабрь архивланған.
  12. Хасбулатов опять председатель (14 сентябрь 1992). Дата обращения: 28 сентябрь 2017.
  13. Радиостанция «Эхо Москвы» / Гости / Хасбулатов Руслан
  14. Умер экс-председатель Верховного совета РСФСР Руслан Хасбулатов. Коммерсантъ (3 ғинуар 2023). Дата обращения: 3 ғинуар 2023.
  15. Умер последний председатель Верховного совета РСФСР Хасбулатов
  16. Скончался экс-председатель Верховного совета РСФСР Руслан Хасбулатов. ИА «Башинформ», 4 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2023)

Һылтанмалар

үҙгәртергә