Әхмәт Хәйеров

(Хаиров, Ахмет битенән йүнәлтелде)

Әхмәт Хәйер улы Хәйеров — башҡорт кантон башлығы.

Әхмәт Хәйеров
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1825
Тыуған урыны Һабаш, Стәрлетамаҡ өйәҙе
Вафат булған көнө иртәрәк1863
Уҡыу йорто Ҡаҙан Император университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «В память войны 1853—1856» из светлой бронзы на Андреевской ленте

Биографияһы

үҙгәртергә

Әхмәт Хәйер улы Хәйеров 1825 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Себеш (Сибаш) ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт.

1836 йылда 1-се Ҡаҙан гимназияһына уҡырға инә һәм уны 1844 йылда тамамлай. 1844—1848 йылдарҙа Ҡаҙан Император университетында уҡый, уны Көнсығыш телдәре бүлеген тамамлай[2].

1848 йылда 6-сы башҡорт кантонына ебәрелә, 1849 йылдан Каспий диңгеҙе буйында, Манғышлаҡ ярымутрауында урынлашҡан Новопетровка нығытмаһында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Форт-Шевченко ҡалаһы) тәржемәсе булып хеҙмәт итә. Бында украин шағиры Тарас Шевченко менән таныша һәм уның менән бергә ике йыл хеҙмәт итә.

1851 йылда сотник чинын ала, 1852 йылдан Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийының канцелярияһында хеҙмәт итә.

1853—1854 йылдарҙа 7-се башҡорт кантоны (үҙәге — Хәсән ауылы) башлығы булып хеҙмәт итә.

1855—1856 йылдарҙа 4-се башҡорт полкы составында Ҡырым һуғышында ҡатнаша, Андрей лентаһындағы «1853-1856 йылдарҙа Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә» бронза миҙал менән бүләкләнә.

1859—1860 йылдарҙа — 10-сы кантон башлығы, 1860—1863 йылдарҙа — 9-сы кантон башлығы (үҙәге Мәтәл ауылы). 1861 йылда есаул чинын ала. 1863—1865 йылдарҙа 4-се Силәбе кантоны башлығы ярҙамсыһы була.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорттарҙың хәрби тарихы:/баш мөх.Ә.З.Әсфәндиәров.-Өфө:Башк.энцикл.,2013 372 б.
  2. Тагирова Л. Ф. Кантонные начальники Башкирии: национальная региональная элита первой половины XIX века. 2-е изд., переработанное и исправленное. — Уфа: УНЦ ИИЯЛ, 2012. — С. 97, 117. — 164 с. — ISBN 978-5-91608-071-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә