Фәхрисламов Хәмзә Фәхрислам улы
Фәхрисламов Хәмзә Фәхрислам улы (25 август 1925 йыл — 5 ғинуар 2001 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, кесе сержант[1], геолог, тау инженеры.
Фәхрисламов Хәмзә Фәхрислам улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Биографияһы
үҙгәртергәХәмзә Фәхрислам улы Фәхрисламов 1925 йылдың 25 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуған. Атаһы, хәләл көсө менән килемле хужалыҡ булдырған күп балалы Көҫәпәев Фәхрислам Көҫәпәй улы, сәйәси золом ҡорбаны яҙмышына дусар ителә. Алты баланың икеһе — Зәйнулла менән Рабиға бәләкәй саҡтарында вафат була. Ҡыҙ туғандары — Әминә, Миңдеямал, Мәғүҙә етемлек михнәтен күреп буй еткерә. Хәмзә 13 йәшенән БАССР-ҙың Белорет районындағы Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.
1943 йылдың 23 июнендә Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Бөйөк Ватан һуғышында 1-се Белорус фронты составындағы 33-сө армия 95-се уҡсылар дивизияһы 161-се уҡсылар полкы составында ҡатнаша. Кесе сержант, 76 миллиметрлы пушка орудиеһының тоҫҡаусыһы. Разведка взводы командиры була. Белоруссияны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Берлинға тиклем барып етә. Күреү һәләте насарайыу сәбәпле, демобилизациялана.
- Тарихи белешмә
1944 йылдың 18 октябренән III формирование 95-се Үрге Днепр Суворов, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы уҡсылар дивизияһы 1-се Белорус фронтына ҡараған 33-сө армия составында 1945 йылдың майына тиклем дошманды ҡыра. 1945 йылдың 14 ғинуарынан алып 3 февралгә тиклем Варшава- Познань операцияһында ҡатнаша. III формирование 95-се уҡсылар дивизияһы Пулав плацдармынан Шидловец, Опочно, Калган йүнәлешендә һөжүм итә. Операция аҙағында Фюрстенберг һәм Одер йылғаһы буйына сыға.
33-сө армия Польшаның Солец, Илжа, Радом, Лодзь, Калиш, Швибус ҡалаларын азат итә. 1945 йылда Берлин операцияһында, дошман оборонаһын уңышлы өҙгәндән һуң, 1-се Белоруссия һәм 1-се Украина фронттары армиялары менән берлектә, 33-сө армия Берлиндың көньяҡ-көнсығышында немец ғәскәрҙәре төркөмөн тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттәрҙе 6 майҙа Десау ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Эльба йылғаһында тамамлай[2].
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Тау институтын тамамлай.
Урта Азияла, Тянь-Шань тауҙарында геология-разведка партияһында өлкән мастер була.
Красноярск крайында, Норильск һәм Красноярск ҡалаларында тау инженеры вазифаһында хеҙмәт итә[3].
Ҡатыны урыҫ милләтенән.
2001 йылдың 5 ғинуарында вафат була, Красноярск ҡалаһының Троицк зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (09.03.1945)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- Ватан һуғышы ордены (1985)[4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Справочное издание «Навечно в памяти народной»
- База данных: Участники Великой Отечественной войны (Красноярский край)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Память народа. Фахрисламов Хамза Фахрисламович
- 161 стрелковый полк 95-й стрелковой Верхнеднепровской Краснознаменной ордена Суворова дивизия (III ф)
- Дорога памяти. Фахрисламов Хамза Фахрисламович https://roadheroes.storage.yandexcloud.net/16721ee40eef221c7092211a7a58c984_origin.jpg
- Мемориал. Фахрисламов Хамза Фахрисламович
- Фахрисламов Хамза 1925г.р.
- Память народа. Фахрисламов Хамза Фахрисламович
- Дорога памяти
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Память народа. Фахрисламов Хамза Фахрисламович
- ↑ 161 стрелковый полк 95-й стрелковой Верхнеднепровской Краснознаменной ордена Суворова дивизия (III ф)
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
- ↑ Память народа. Фахрисламов Хамза Фахрисламович