Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы
Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы (1924-1993) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры[1][2].
Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 1993 |
Вафат булған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тракторсы |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҺарун Исмәғил улы Фәхретдинов 1924 йылда Автономлы Башҡорт ССР-ының Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол улусы биләмәһенә ҡараған (хәҙер Салауат районы) Илсекәй ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Илсекәй башланғыс мәктәбен тамамлай.
Хеҙмәткә алынғансы, «Башташ» колхозында төрлө эштәр башҡара: ат һабаны менән ер һөрә, колхоз сабынлыҡтарында мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнаша.
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1942 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ы Салауат район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡыра.
Рядовой ҡыҙылармеец Һарун Фәхретдинов 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем 212-се уҡсылар дивизияһының һуғыш тамамланған ваҡытҡа Кобрин Ҡыҙыл Байраҡ Суворов орденлы тип аталасаҡ 669-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә[3].
1943 йылда яралана, Әрмәнстанда госпиталдә дауалана[4].
«Халыҡ хәтере» сайтындағы мәғлүмәттән сығып, Фәхретдинов Һарун Исмәғил улы 1945 йылдың 1 ғинуарынан тағы хәрби хеҙмәткә саҡырылған һәм 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем запас яугир булып торған тигән фараз барлыҡҡа килә[5].
Һуғыштан һуң тормошо һәм хеҙмәте
үҙгәртергәФәхретдинов Һарун Исмәғил улы һуғыштан һуң утыҙ һигеҙ йыл дауамында Салауат районының XXI партсъезд исемендәге колхозында механизатор булып эшләй.[6]. Алдынғы механизатор Һарун Исмәғил улы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләнә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҺуғыштан һуң Һарун Фәхретдинов күрше Урмансы ауылынан Мырҙашева Рәйсә Ғаян ҡыҙына (1927—2003) өйләнә. Татыу ғаиләлә 10 бала: Йосоп, Мәрйәм, Морат, Миңдегөл, Йомагөл, Йомаҙил, Жамбулат, Разия, Жәлил, Римма тәрбиәләнә. Ғүмәр исемле улдары бала сағында вафат була[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
Хәтер
үҙгәртергәФәхретдинов Һарун Исмәғил улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[8] һәм БР-ҙың Салауат районының Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. — Уфа, 1988
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. — Уфа, 1988
- ↑ Журнал боевых действий 212 сд (описывает период с 08.06.1943 по 30.04.1944 г.)
- ↑ Память народа. Фахретдинов Х. И.
- ↑ Память народа. Фахритдинов Карон Исмагилович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5