Викидатала элемент юҡ

Фәнил — ғәрәптәоҙән ингән башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа осрай.

Этимологияһы үҙгәртергә

Фәнил исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм белемле, ғилемле тигән мәғәнәләрҙе аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Байышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).

Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (10 февраль 1952 йыл) — журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы лауреаты (2008). Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017), Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2017).

Сәйәхов Фәнил Лотфрахман улы (5 март 1934 йыл — 20 ноябрь 2002 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы; 1995—2002 йылдарҙа Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының Башҡортостан Республикаһындағы фән‑ара бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (1996), физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987); Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1990).

Шәрипов Фәнил Йәмғетдин улы (5 июнь 1947 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы[1][2].Шаймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы (21 март 1957 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәйҙең график рәссамы. 1991 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы.

Әсәнов Фәнил Абдулһаҙый улы (30 декабрь 1929 йыл — 30 ғинуар 1995 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург, йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Күзбәков Фәнил Тимерйән улы (2 декабрь 1952 йыл) — башҡорт тарихсыһы, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим-педагог. Профессор (2007), тарих фәндәре кандидаты (1983), филология фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017).

Бүләков Фәнил Нил улы (5 июль 1980 йыл) — уҡытыусы, журналист, шағир[1] һәм йәмәғәтсе. Учалы районы Иманғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе. 2014 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Илһам шишмәләре» конкурсында гран при яулаусы (Бәләбәй, 2009), «Йәшлек» гәзитенең Рәйес Түләк исемендәге конкурсы еңеүсеһе (2009), «Йөрәк һүҙе» телевизион конкурсында 2-се урын яулаусы (2018), Силәбе өлкәһе Сосновка районының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (2016).

Фәйзуллин Фәнил Сәйет улы (20 май 1942 йыл) — ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Н. А. Аитов исемендәге премия лауреаты (2015). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).

Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (19 ноябрь 1958 йыл) — ғалим-инженер, техник фәндәр докторы (2005), профессор[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008)[2].

Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1 апрель 1954 йыл) — музыкант, баянсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).

Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (25 март 1965 йыл) — спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[1][2].

Мансуров Фәнил Хәбибулла улы (3 декабрь 1932 йыл — 30 май 1995 йыл) — журналист, яҙыусы. 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шаймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы (21 март 1957 йыл[1]) — СССР һәм Рәсәйҙең график рәссамы. 1991 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә