Шаймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы

Шаймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы (21 март 1957 йыл) — педагог, рәссам-график. Республика балалар сәнғәт мәктәптәренең элекке уҡытыусыһы. 1991 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015).

Шаймөхәмәтов Фәнил Сафуан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәнил Сафуан улы Шаймөхәмәтов 1957 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Яйыҡ Сибе ауылында тыуған. 1979 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған. Башта Әлшәй районында, артабан Стәрлетамаҡта, Ишембай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй. Ишембай ҡалаһында йәшәй.

Ижади күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыуы

үҙгәртергә

1978 йылдан халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге төрлө конкурс-күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, уның ижади активында барлығы 70-тән ашыу күргәҙмә, шул иҫәптән сит илдәрҙә[1].

Рәсәй Рәссамдары союзының «Алтын палитра» конкурсы лауреаты (2007, «Графика» бүлеге) — «Салауат юлы» әҫәре өсөн[2][3].

2004 йылда «Графика» номинацияһында «Салауат Юлаев юлы» серияһы өсөн 2-се урын ала. Конкурс Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арнала. (М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Өфө)[4][5].

Күргәҙмәләре тураһында фекерҙәр

үҙгәртергә

Фанил бергә ҡуйғыһыҙ нәмәләрҙе ҡушыуға өлгәшә: ҡырыҫ графиканың аныҡ һыҙаттарын нескә күңел һәм үлемһеҙ мөхәббәт, йоҡоһоҙ төндәрҙә килеп ҡаҡҡан шундай ябай, аңлайышлы хәтирәләр менән…

  • Галина Аксенова."Фәнил Шәймөхәмәтов. Ни өсөн уны уникаль график тип атайҙар?"[7]

    Төҫлө линогравюра — ярайһы ғына ҡатмарлы техника. Һәр әҫәр дүрт биттән тора: һүрәт линолеум киҫәгенә төшөрөлә, ҡырҡып алына, шунан һуң һәр төҫбиттә айырым баҫтырыла. Оҡшаш нәмә килеп сыҡһын өсөн бер нисә клише эшләргә кәрәк.<

Алдан һәйбәт уйланған композиция һәм сюжет Фәнил Шаймөхәмәтовтың рәсемдәренә тотош тарихтарҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Уның ьер кемгә билдәле булмаған ябай ауыл кешеләре портреттар коллекцияһы — йәҙҙәрҙә замана тарихы. Был йөҙҙәр йыш ҡына ғәҙәти, йәмһеҙ, әммә уларҙағы изгелеклек һәм ябайлыҡ үҙенә тарта…

Өфө рәссамы Ольга Самосюк, хәҙерге ваҡытта билдәле график-рәссамдарҙанбер кем дә төҫлө линогравюра техникаһы менән шөғөлләнмәй, хатта йәш рәссамдар һәм студенттар араһында ла улар юҡ. Шул уҡ ваҡытта был техника, башҡа гравюра техникалары менән сағыштырмаса иң еңеле һәм арзаны. Линогравюра техникаһында рәссамдың үҙенсәлеге бик яҡшы сағылдырыла — йәғни, нисек уйлай, шулай төшөрә", тип билдәләй[8]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015)[9].

Әҫәрҙәренең һаҡланған урындары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. bashinform.ru/news/235256/
  2. Роскультура.ру. Российская культура в событиях
  3. Названы имена лауреатов конкурса «Золотая палитра». Дата обращения: 16 июнь 2009. Архивировано 19 июль 2007 года. 2007 йыл 19 июль архивланған.
  4. БАШвестЪ — Первая интернет-газета Республики Башкортостан. Дата обращения: 28 март 2008. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  5. Агентство культурной информации. Дата обращения: 28 март 2008. Архивировано 12 октябрь 2007 года. 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
  6. Республика Башкортостан//ВЕРНИСАЖ :Там, где течёт Тайрук.В Уфимской художественной галерее открылась выставка ишимбайских художников В области настоящего искусства, что в живо … 2014 йыл 14 июль архивланған.
  7. Фаниль Шаймухаметов.

    Почему его называют уникальным графиком?

  8. Цветная линогравюра — на выставке ишимбайского художника Фаниля Шаймухаметова | новости башинформ.рф
  9. РО ВТОО «Союз художников России» Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2022)
  • Валерьева И. «Торатау» есть теперь и в Кургане: Фаниль Шаймухаметов и его картина // Восход. — 2010. — 4 ноября. — С. 1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә