Көнкүреш
Викидатала элемент тултырылмаған |
Көнкүреш — донъя көтөү, кешенең көндәлек тормошта физиологик ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелә торған көнитмеше[1]. Көнкүреш әйберҙәре һәм кешенең уларға бәйле ғәмәлдәре менән бәйле хәл торошо. Мәҫәлән, кешенең үҙ-үҙен тәьмин итеү өсөн йәшәү өсөн кәрәкле нәмәләр: торлаҡ, кейем-һалым, туҡланыу һәм башҡа бик күп төрлө эш-ғәмәл менән шөғөлләнеүе.
Йәшәү рәүеше булараҡ, көнкүреш йыш ҡына «юғары» хистәргә — мөхәббәт, сәнғәт, фән, күңел асыу һ.б. кеүек күренештәргә ҡаршы ҡуйылыусан.
Шуны ла әйтергә кәрәк — күп кенә телдәрҙә русса «быт» тигән төшөнсәгә тап килгән һүҙ юҡ (мәҫәлән, инглиз телендә). Был шулай уҡ башҡорт теленә лә ҡағылышлы, сөнки көнкүреш тигәндә матди ғына түгел, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәр ҙә күҙҙә тотола. Мәҫәлән, Аҡһаҡалдар ҡоро,, Өләсәй.
Көнкүрештең мәҙәниәттә сағылышы
үҙгәртергәКөнкүреш күренештәре тулыһынса йә өлөшләтә әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Әйтем-мәҡәлдәрҙә лә бар ул. Дөрөҫ, уларҙа «көнкүреш» тип түгел, мал табыу, донъя көтөү, йорт-йыһазға бәйле итеп әйтелә. Мәҫәлән, «Донъя малы — дуңғыҙ (сусҡа) ҡаны». Мосолман өсөн сусҡа ите — харам ризыҡ, сусҡа аҫрау ҙа шуға инә. Йәғни, донъя малы артынан ҡыуыу гонаһҡа килтереүсән, иманды оноттороусан. Был көнкүреште, өҫтәрәк әйтелгәнсә, юғары хистәргә ҡаршы ҡуйыуға ауаздаш фекер.
Урыҫ әҙәбиәтендә иһә Владимир Маяковскийҙың барыбыҙға ла таныш Любовная лодка разбилась о быт тигән фразаһы бар.
Башҡорт көнкүреше
үҙгәртергәБашҡорт халҡы күп быуаттар ярымкүсмә тормош рәүеше алып барған. Көнкүреше лә, йорт-ҡура, йорт йыһазы шуның менән бәйле булған. Ҡыш ҙур булмаған өйҙәрҙә, йәй көндәре тирмәләрҙә йәшәгәндәр.
ХIХ быуат башына Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә игенселек менән шөғөлләнеү төп урынды биләгән. Аҙбарҙа мал аҫралған, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ булған. Башҡортостандың Төньяҡ Урал арты һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ултыраҡ рәүештә малсылыҡ-игенселек төп урынды тотҡан.
Хужалыҡ үҙенсәлегенә бәйле, ит һәм ҡамыр аштары өҫтөнлөк иткән. Он иләү ҡулайламалары иләк, һелкеүес менән ҡамыр йәйеү өсөн уҡлау хужабикәләрҙең кәрәкле эш ҡоралы булған.
Малсылыҡ Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта, төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта ныҡ таралған. Игенселек аҙ үҫешкән, ултыраҡ малсылыҡ һәм йәйләүгә сығыу менән шөғөлләнгәндәр.
Замана үҙгәрә барған һайын, көнкүрештә ит турағыс, кер йыуыу таҡтаһы, үтек ҡулланышҡа ингән.
Хәҙерге башҡорт көнкүреше илдәге башҡа халыҡтарҙан әллә ни айырылмай. Боронғо кәсептәр, милли кейем-һалым, биҙәүестәр тергеҙелеүе күҙәтелә (Башҡорт милли кейеме, Башҡорт милли биҙәүестәре). Тула баҫыу, ҡорама тегеү, уларҙан төрлө әйберҙәр етештереү әүҙемләшә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 541-се бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История культуры повседневности : Учебное пособие / Под ред. В.П. Большакова, С.Н. Иконниковой. — М.: Проспект, 2015. — 648 с.
- Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
- Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
- Башкиры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бикбулатов Н. В. Башкиры. //Народы Поволжья и Приуралья. М., 1985.
- Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Семейный быт башкир ХIХ—ХХ вв. М., 1991.
- Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Дневные записки путешествия академика Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1768,1769 и 1770 году. Т.1-3. СПб., 1771-80. Т.4, 1805
- История Башкортостана. Ч.1. — Под. ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1999. — 224 с.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН.
- Казанцев И. Описание башкирцев. СПБ., 1866. С. 95.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 571 с.
- Кузеев Р. Г. Развитие хозяйства башкир в Х-ХХ вв. //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1968.
- Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с. — ISBN 5-295-03899-8.
- Кузбеков Ф. Т. История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997. — 128 с.
- Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с.
- Муллагулов М. Г. Башкирский народный транспорт. Уфа, 1992.
- Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом отношениях. Уфа, 1859. С.53.
- Хасанова З. Ф. Традиционные хозяйственные занятия башкир инзерского бассейна (середина XIX — начало XXI вв.). — СПб.: Своё издательство, 2014. — 188 с. — ISBN 978-5-4386-0300-9.
- Шитова С. Н. Традиционные поселения и жилища башкир. М., 1984.
- Янгузин Р. З. Хозяйство башкир дореволюционной России. Уфа, 1989.
- Янгузин Р. З. Традиционный хозяйственный уклад башкир XIX столетия. Уфа, 1979.