Украина тыҡрығы (Таганрог)

Украина тыҡрығы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндәге тыҡрыҡ.

Украина тыҡрығы
Фотография
Үҙәк балалар майҙансығы , 2013 й.
Дөйөм мәғлүмәт
Элекке исемдәре

Коммерция тыҡрығы.
Өсөнсө Арҡыры тыҡрыҡ.

Оҙонлоғо

1500 м

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да


Географияһы

үҙгәртергә
 
Таганрог, Украина тыҡрығы һәм Петр урамы киҫешкән урындағы бина.

Украина тыҡрығы Порт урамы һәм Пушкин урамы араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 1500 метр. Йорттарға номерҙар ҡуйыу Порт урамынан башлана.

Элекке исемдәре — Өсөнсө Арҡыры тыҡрыҡ, Коммерция тыҡрығы. Исеме 1923 йылда үҙгәртелә[1].

XX быуат башында Украина тыҡрығы һәм Петр урамы киҫешкән урындағы бина һүрәте төшөрөлгән почта открыткалары сығарыла. Бинала Таганрог сауҙагәре И. Б. Герасимовтың мануфактура тауарҙары магазины урынлашҡан була. 1990 йылда бинаны һүтәләр.

Хәҙерге Фрунзе урамы һәм Украина тыҡрығы мөйөшөндәге күп ҡатлы йорт урынында, 1873 йылдан алып телгә алынған, австрия кшеһе Г . П. Збиздың айырым йорто тоған була[2]. Йорт һүтелгән.

Украина тыҡрығында урынлашҡан биналар

үҙгәртергә
  • П. И. Чайковский исемендәге балалар музыка мәктәбе — Украина тыҡрығы, 8.
  • Плотниковтарҙың ҡунаҡ йорто — Украина тыҡрығы һәм Петр урамы мөйөшө, 37.
  • Үҙәк балалар майҙансығы — Петр урамы һәм Октябрь майҙаны араһындағы бульвар.

Һәйкәлдәр

үҙгәртергә
  • Королев һәм Гарин һәйкәле — 1979 йылда Ленин урамы һәм Украина тыҡрығы мөйөшөндә урынлашҡан була[3]. 2002 йылда, радиоуниверситет 50-йыллығын билдәләгәндә, һәйкәлде Таганрог радиотехника институтының «А» корпусы эргәһенә күсереп ҡуялар[4], ә хәҙер иҫке урынында Үҙәк балалар майҙансығы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  2. Гаврюшкин О. П. Мари Вальяно и другие (хроника обывательской жизни), Таганрог. Издательство Международного института китайской медицины, 2001 г.
  3. Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 171.
  4. Каминская М. Почему Гагарин — в Таганроге(недоступная ссылка) // Наше время. — 2011. — 8 апр.