Алфераки һарайы
Н. Д. Алфераки һарайы — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһындағы федераль әһәмиәттәге архитектура һәйкәле. Унда — Таганрог дәүләт әҙәбиәт һәм тарих-архитектура музей-ҡурсаулығы урынлашҡан.
Иҫтәлекле урын | |
Алфераки һарайы
| |
Таганрог | Фрунзе урамы, 41/ Антон Глушко тыҡырығы, 13 |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6110063000 |
Алфераки һарайы Викимилектә |
Бина 1848 йылда төҙөлә. Таганрогтың эре йорт биләүсеһе Н. Д. Алфераки милкендә була. Проект авторы — Петербург сәнғәт академияһы профессоры, архитектор Андрей Иванович Штакеншнейдер. Таганрогта 1857 йылда булған кенәз М. Г. Голицын былай тип яҙған:
Алфераки һарайы архитектураһы бай көньяҡ необарокко өлгөһөн кәүҙәләндерә. Йортто классик капитель менән дүрт бағана биҙәй. Фронтон уртаһында Алферакиҙың дворяндар гербы ҡуйылған. Ҡыйығы тирәсләнгән. Бина эсендә 41 киртләсле мәрмәр баҫҡыс. Сығыу ишеге классик капителле пилястралар менән биҙәлгән. Өс бүлектән торған залға арка алып сыға. Уның үҙәк бүлегендә түбә уртаһына дуғалар һуҙыла, улар араһында фрескалар — Людовик XIV, XV һәм XVI дәүерендәге Версаль салондары: бай кейемле, париклы ханымдар һәм кавалерҙар тормошон сағылдырған медальондар урынлашҡан. Залдың барлыҡ бүлектәрендәге биҙәктәр рококо стилендә эшләнгән.
Алфераки һарайы ҡаланың мәҙәни тормош үҙәге була; бында мөһабәт балдар ойошторола, уларға Таганрогтың һайланма ҡатламы ғына саҡырыла.
Николай Дмитриевич Алфераки йәшәгән һарай эргәһендә коридор системаһындағы флигель төҙөлә. Унда уҡытыусылары һәм гувернерҙары менән Алферакиҙың оло улдары — Николай, Ахиллес, Сергей, Михаил йәшәй.
70-се йылдар аҙағында һарай менән тотош квартал сауҙагәр Негропонте милкенә күсә, ул биләмәне өлөшләп һатып бөтә. Баҡсаһы менән һарайҙы «Коммерция йыйылышы» клубы өсөн сауҙагәрҙәр йәмғиәте ала. Һарайҙа концерттар ойошторола. Шуларҙың береһендә (Петербург консерваторияһы профессоры Л . С. Аура һәм композитор Танеева ҡатнашлығында) А . П. Чехов була. Клубҡа тагнрогҡа килгәнендә П. И. Чайковский ҙа йөрөй. Һарай тормошо, уның клубы атмосфераһы, баҡсаһындағы прогулкалар Чеховтың «Ионыч», «Битлек», «Минең тормошом» хикәйәләрендә һүрәтләнә.
XIX быуат аҙағында, 1898 йылдың 22 июнендә А. П. Чехов ҡинициативаһы менән Таганрог ҡалаһында Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторола. Совет власының беренсе йылдарында Алфераки һарайы бинаһында административ учреждениелар урынлаша. 1927 йылда һарай бинаһы крайҙы өйрәнеү музейына тапшырыла.
Музей
үҙгәртергә1989—1996 йылдарҙа бина реставрациялана. Был 1995—1996 йылдарҙа музейҙа ғәмәлдәге экспозиция асыла[1].
Экспозиция 13 залды биләй. Экспонаттар коллекциялар буйынса бүленгән һәм бер нисә айырым категория итеп күрһәтелә: «Археология», «Металл», «Ҡорал», «Керамика», «Быяла», «Туҡымалар», «Һынлы сәнғәт», «Скульптура», «Нумизматика»[2].
Музейҙың археология коллекцияһында яҡынса 78 580 экспонат бар. Экспозиция Төньяҡ-Көнсығыш Азов буйы территорияһында таш быуат мәҙәниәте һәйкәлдәрен ҡаҙыу материалдары буйынса эшләнә. Бер өлөшөн музей 1903 йылда Император Археология комиссияһынан бүләккә ала.
Рәсәйҙең көньяғы өсөн музейҙың палеолит һәм неолит осоро ҡаҙылмалары тулы булып тора. Төньяҡ-Көнсығыш Азов буйының, Манча һәм Сала йылғалары араһындағы ҡурғанларҙы ҡаҙыу, күсмә халыҡтарҙың беҙҙең эраға тиклем III—II мең йыллыҡтарҙа йәшәүен күрһәтә. Неклиновск, Матвеево-Ҡурған һәм Куйбышев райондары ҡәберлектәре бронза быуат дәүерендәге ер эшкәртеү, малсылыҡ хужалығы алып барыуҙы күҙ алдына баҫтыра.
Музей фондында һөйәк, бронза һәм таш табыштар бар. Түбәнге Гниловск ҡаласығы, Танаис, Красный Кут хуторы эргәһендәге ҡурғандарҙа, Кобяков ҡәберлектәрендә (I—II быуаттар), Волгодонск районының семенкин хуторы, Семикаракорск ҡаласығы һ. б. урындарҙағы ҡаҙыныу эштәре материалдары ҡуйылған.
Куричи биләмәһендәге XI—XIII быуаттар табышы Төньяҡ-Көнсығыш Азов буйының боронғо рус колонизацияһы тарихын сағылдыра.
Алтын Урҙа тарихына ҡағылышлы материалдар Семенкин хуторы, Цимлянск районының Неклиновск, матвеево-Ҡурған территорияларындағы ҡурғандарҙа табыла[3].