Фролова Ярослава Владимировна

Фролова Ярослава Владимировна (18 май 1997 йыл, Волгоград) — спортсы. Рәсәйҙең гандбол буйынса йыйылма командаһы һәм «Ростов Дон» ҡала гандбол клубының әйҙәүсе спортсыһы. Рәсәйҙең спорт мастеры. 2019 йылда донъя чемпионатының бронза призеры. 2018 йылда Европа чемпионатының көмөш призеры. 2016 йылда донъя чемпионатында юниорҙар араһында көмөш призер.

Фролова Ярослава Владимировна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (26 йәш)
Тыуған урыны Волгоград, Рәсәй
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы полусредний[d]
Спорт командаһы ағзаһы Динамо[d], Кубань (гандбольный клуб)[d] һәм Ростов-Дон[d]
Спорт төрө Гандбол
Бейеклеге/буйы 178 сантиметр

Биографияһы үҙгәртергә

Ярослава Владимировна Фролова 1997 йылдың 18 майында Волгоград ҡалаһында тыуған[1]. 2013—2017 йылдарҙа Волгоградтың ҡатын-ҡыҙҙар гандбол клубы өсөн сығыш яһаған. 2014 йылда Рәсәй чемпионы булған[2].

Ярослава Владимировна Фролова Краснодар крайының «Кубань» клубына 2017 йылда күсеп килә. Был клуб составында Рәсәй чемпионатында бронза призер була.

Ярослава Владимировна Фролова 2019 йылдың декабрендә, донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһағандан һуң, Мартин Амброс саҡырыуы буйынса «Ростов-Дон» гандбол клубына күсә[3].

Йыйылма командалағы карьераһы үҙгәртергә

2016 йылда Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында Ярослава Владимировна Фролова Рәсәйҙә үткән йәштәрҙең донъя чемпионатында көмөш миҙал яулай. Был турнирҙың иң ҡиммәтле уйынсыһы тип таныла.

2018 йылда Фролова Ярослава Владимировна буласаҡ Европа чемпионатына әҙерлек өсөн Рәсәй милли йыйылма командаһына саҡырыла. Көмөш призеры, европа чемпионатының 2018 йылда Францияла үткән Европа чемпионатының көмөш призеры була.

Донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн Ярослава Владимировна Фролова Рәсәй йыйылма командаһына тағы 2019 йылдың декабрендә саҡырыла. Рәсәй йыйылма командаһы донъя беренселегендә бронза миҙал яулай.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Ҡатын-ҡыҙҙар гандболы буйынса Рәсәй чемпионатының чемпионы 2013/2014, 2019/2020
  • Ҡатын-ҡыҙҙар гандболы буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призеры 2016/2017, 2018/2019
  • Йәштәрҙең 2016 йылдағы донъя чемпионатында көмөш призер
  • Йәштәрҙең 2014 йылдағы Йәйге Олимпия уйындарының көмөш призеры
  • 19 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар гандболы буйынса 2015 йылдағы Европа чемпионатының көмөш призеры.
  • 2018 йылдағы Европа чемпионатының көмөш призеры
  • 2018 йылда ҡатын-ҡыҙҙар гандболы буйынса Донъя чемпионатының бронза призеры

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. ФРОЛОВА Ярослава Владимировна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Дата обращения: 14 март 2020.
  2. ГК «Ростов-Дон» подписал разыгрывающую сборной России. KP.RU - сайт «Комсомольской правды». Дата обращения: 14 март 2020.
  3. Федерация гандбола России. Ярослава Фролова: «Расплакалась от слов Евгения Васильевича». rushandball.ru. Дата обращения: 14 март 2020.

Һылтанмалар үҙгәртергә